Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Атың булһа, ил таный
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көньяҡ Уралда ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш саралары планы раҫланды Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планын раҫлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бойороҡ буйынса төҙөлгән оператив төркөм тарафынан эшләнгән планға ярашлы, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙа саралар төрлө йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә малсылыҡ комплекстарын мал аҙығы менән тәьмин итеү, малды күсереү, мал аҙығы участкаларын һәм орлоҡтарҙы ҡайтанан бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. МТС-тарҙың урып йыйыу комплекстарының эше план буйынса ойоштороласаҡ, инә малды һаҡлау буйынса саралар күреләсәк, һыу килтереү ойоштороласаҡ, тоҡомло һыйыр малы һатып алынасаҡ. Кредиттарҙы һәм лизинг түләүҙәрен ҡайтарыу ваҡытын оҙайтыу ҡараласаҡ.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошмо был, әллә?.. Йәки Ауыл халҡы нимәгә зарлана? Иҡтисад

    Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халыҡҡа, баҡһаң, тетрәнеү кисереү өсөн күп кәрәкмәй икән. Ҡыштан ялҡҡан кешеләр яҙҙың килеүенә шатланып, уның иртәләүенә, яуым-төшөмдөң булмауына артыҡ иғтибар бирмәне. Һабантуйҙар ойошторолоп, сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды. Ғәҙәти генә башланып киткән яҙ, уның артынса килгән йәй айҙарында яуым-төшөмдөң әҫәре лә булмағанлыҡтан, ер кипте, үлән ҡалҡып та өлгөрмәй кибеп торҙо. Ауыл халҡын ғәмгә һалып, ҡоролоҡ килде.
    Ауыл халҡының күҙ терәп торғаны шул мал инде: ите, һөтө, майы тигәндәй. Тик, яуым-төшөм булмағас, һөтө лә кәмене, ите лә ҡунмай, малҡайҙар, киреһенсә, көндән-көн шиңә. Алда иһә – оҙайлы ҡыш, ҡыштан артыҡ айырылмаған яҙ һәм нисек килере билдәһеҙ йәй. Әлбиттә, бесәнде етерлек әҙерләп булмаһа, халыҡ күпләп малын тотона башлаясаҡ. Бесән әҙ: әлеге ваҡытта бер трактор арбаһы бесәнде 10 меңгә лә, хатта 16 мең һумға ла һаталар.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән Яңылыҡтар

    Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡор­тостанда 418 урман янғыны теркәлгән – ут ялмап алған дөйөм майҙан 8550 гектар тәшкил итә.
    Әлеге ваҡытта республикала 17-гә яҡын урман янғыны артабан таралыуҙан туҡтатылған. Янғындарҙың күп өлөшө Урал аръяғы райондарына һәм республиканың таулы төбәгенә тура килә. Белгестәр фекеренсә, урман янғындарының төп сәбәбе – ямғырһыҙ килгән йәшен.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Коррупцияға ҡаршы көрәш көсәйәсәк Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау һәм көс ведомстволары етәкселәре менән осрашыуҙар барышында коррупция һәм ришүәтселек күренештәренә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтергә ҡушты.
    Коррупция менән ришүәтселекте бөтөрмәйенсә алға барыу мөмкин түгел, тине Рөстәм Хәмитов. Вазифауи хәлен үҙ файҙаһына ҡулланыусылар закондың бөтә ҡәтғилегендә яуап бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев вазифаһынан бушатылды Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте төбәк башлығының 2010 йылдың 20 июлендә ҡул ҡуйылған Указын киң йәмәғәтселеккә еткерҙе. Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған документта Раил Сарбаев БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылыуы хаҡында әйтелә. Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә ингән.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыйғыла – яңы башлыҡ Яңылыҡтар

    Үрге Ҡыйғы ауылында Ҡыйғы районы муниципаль район советы ултырышы үтте.
    Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тура­һын­да мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Наил Рафаил улы Ибраһимов тәғәйенләнде.
    Наил Ибраһимов 1973 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң РФ Һаҡлыҡ банкыһының Ҡыйғы бүлексәһендә эшләй. 2000 – 2002 йылдарҙа – РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлыҡтың Ҡыйғы районы буйынса һалым инспекцияһы етәксеһе. 2003 йылда Ҡыйғы район советының ойоштороу бүлеге менән етәкселек итә. 2003 – 2005 йылдарҙа – Ҡыйғы районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе Сәйәсәт

    Ултырышта төбәк башлығы Хөкүмәттә булып үткән бер нисә кадрҙар үҙгәрешен әйтеп китте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажитдинов тәғәйенләнгән. Фәтих Ҡаҙаҡбаев Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылған. Рөстәм Хәмитов уға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уның тәжрибәһе һәм белеме республикала кәрәк буласағына өмөтөн белдерҙе.
    Ултырышта Рөстәм Хәмитов тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән төп социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Урман янғындары һәм ауыл хужалығында ҡоролоҡ менән бәйле хәлдәр тикшерелде. Башҡортостан Президентына ҡоролоҡтан иң ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Республика ҡаҙнаһынан орлоҡ, мал аҙығы, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу­ға, ужым культураларын сәсеүҙе үткәреүгә средстволар бүленгән.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып Сәйәсәт

    Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.
    С. Кириенконың һүҙ­ҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ. Ин­дустриаль парк ҡала һәм республика өсөн дә файҙалы буласаҡ: бюджет килем менән тулыланасаҡ, ҡалала эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru