Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Суғамаҡ башында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы артасаҡ Яңылыҡтар

    1 августан хаҡлы ялдағыларға хеҙмәт пенсияһының күләменә төҙәтеү индерелде. Ҡайтанан иҫәпләү хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләгәндә, бер пенсия төрөнән икенсеһенә күскәндә, унан алдағы төҙәтеүҙә иҫәпкә алынмаған страховка түләүҙәре тура­һын­дағы мәғлүмәттәр ниге­ҙендә башҡарылды. Стра­ховка түләүҙәре тураһындағы мәғлүмәт эш биреүселәр тарафынан бирелә, пенсияны иҫәпләү автоматик рәүештә шәхси иҫәптең күсермәһе буйынса башҡарыла, пенсионерҙарға ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Малды һуймай ғына һатырға булла Иҡтисад

    Мал аҫраған хужалар ҡоролоҡ арҡаһында етерлек бесән, сенаж, силос әҙерләй алмауға ҡайғыра. Хәҙер кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәлә – малды, итте арзан хаҡҡа ситкә ебәрмәү. Юҡһа күрше төбәктәрҙән килеүсе алыпһатарҙар, ҡоролоҡ арҡаһында нимә эшләргә белмәй аптыраған халыҡты алдап, ярты хаҡҡа ғына ит, мал йыя.
    Республика етәкселәре ҡоролоҡтоң эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡаршы ҡабул иткән махсус сараларҙың береһенә ярашлы, хужалыҡтарҙа артыҡ булған мал-тыуарҙы «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы аша һатып була. Улар тере малды килограмын 50 – 55 һум менән аласаҡ. Әлеге ваҡытта был дәүләт ойошмаһы хеҙмәткәр­ҙәре республиканың көньяҡ райондарында эшләй, улар яҡынса 5000 баш эре мал менән 1000 баш ат туплаған. Малды етерлек кимәлдә мал аҙығы туплаған башҡа хужалыҡтарға һатасаҡтар, улар малдың хаҡын өс йыл һуҙымында өлөшләтә түләй ала. Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге программа буйынса йәш малдар ғына һатыла. Был ике яҡ өсөн дә уңайлы булмаҡсы – артыҡ малы булғандар уны «тере аҡса»ға һата, бесәне булғандар өлөшләтә түләү шарты менән хужалығын киңәйтә.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сатира Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *
    Магазинда ике әхирәт һөйләшә.
    – Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе.
    – Нимә хөрмәтенә һуң?
    – Әй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.
    * * *
    – Әйтегеҙ әле, костюмығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ?
    – Парижда.
    – Ул Одессанан алыҫмы?
    – 10 мең саҡрым.
    – Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр!
    * * *
    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.
    * * *
    Ике пенсионер осраша:
    – Шунан, хәлдәр нисек?
    – Ресторандан сыҡҡан юҡ!
    – Әллә берәй мираҫ алдыңмы?
    – Швейцар булып эшләйем.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт йәштәре Әҙәбиәт » Хикәйә

    Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө. Әммә өләсәһе, йылмайып:
    – Һин былай бик мауығып китмә әле, ҡыҙым, ә иларға мөмкин, күңелең күпме теләй. Был күҙ йәштәре һинең мөхәббәтеңде нығытасаҡ ҡына, – тине.
    Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән өләсәһенә һораулы ҡараш ташланы.
    – Нисегерәк итеп аңлатайым икән? – тип, өләсәһе уйға ҡалды. Үҙ тормошонан алынған һығымталар менән аңлатырға тырышты.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Cелләгә аяҡ баҫҡанда Әҙәбиәт, Хикәйә

    Бөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
    Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта. Ҡыш буйы һунарсыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырған ҡиммәтле тиреһенең дә йөндәре ҡойолоп, кеше күргеһеҙ булды. Торғаны бер йолҡош инде, ҡарап тороуы ерәнес. Әллә берәй хәшәрәт сир ҡағылды, Хоҙайым шомлоғо.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты Яңылыҡтар

    Нурислам Кирәев Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләп йөрөгәндә киләсәктә сауҙагәр булып китермен тип һис уйламағандыр, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ижтимағи-социаль үҙгәрештәр уның тормошона ла үҙ төҙәтмәһен индерә. Нурислам һөнәрен эшҡыуар­лыҡҡа алмаштырырға ҡарар итә. Ул ваҡытта атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән була. Егет уға ярҙамлаша башлай. Шулай итеп, аталы-уллы ике йылда 12 баш умартаны 40-ҡа еткерәләр. Нурислам балды Өфө­гә алып барып һата. Ингән аҡсаны эшкә «ебәрә». Төр­киә­нән кейем-һалым алып ҡайтып һата. Ғаиләне тәьмин итерлек кимәлгә еткәс, күптән яратҡан ҡыҙы Дилараға өйләнеп, ғаилә бизнесын ойошторалар. Тәүҙә йәш ғаилә баш ҡалала йәшәй. Әммә дуҫтары Нурисламды тыуған яҡҡа саҡыра һәм эшҡыуарлығын дауам итеү өсөн урын бирәләр.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар – ауылдың киләсәге Яңылыҡтар

    Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡай­тыусы йәш белгестәргә район хакимиәтендә тантаналы рәүештә диплом тапшырыу Илеш районында күркәм бер традицияға әйләнде.
    Күптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
    Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Ришат Шәңгәрәев, Гөлназ Гәрәева, Айһылыу Сабирова йәш белгестәр исеменән үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар ---

    Танһыҡ та ҡанһын, организм витаминдар менән дә тулыланһын тип ҙу-у-р ҡарбуз алғайныҡ. Тик уны рәхәтләнеп ашарға ғына яҙманы – эсе ҡып-ҡыҙыл да түгел, етмәһә, ниндәйҙер һарғылт юлаҡтар күренгеләй. Баҡтиһәң, ҡарбуз эсендәге һарғылт юлаҡтар унда нитраттың артыҡ булыуы тураһында һөйләй икән. Ә бит беҙ емеш-еләкте, тәмле лә, файҙалы ла тип ышанып, ҡиммәт хаҡҡа алабыҙ. Матур булып теҙелеп ятҡан емеш-еләктә ниндәйҙер зарарлы матдәләр бар икән тип уйлағы ла килмәй. Тик уйларға тура килә шул: йә берәй танышыбыҙ серегән помидор ашап дауаханаға эләгә, йә 80 һумға алған персигыбыҙ тәмһеҙ булып сыға...

    Башҡортостандың тәби­ғәт шарттарында йәшелсәләр һәйбәт кенә уңыш бирһә лә, ҡайһы бер емеш-еләкте үҫтереп ашармын тип хыялланырға ла түгел. Шулай ҙа хәҙер сит илдән, Рәсәйҙең йылыраҡ төбәктәренән килтерелгән емеш-еләкте йыл әйләнәһенә ашау бәхетенә эйәбеҙ. Тик шул бәхетте ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ «пестицид», «нитрат»тар ғына боҙа. Йәйҙең эҫе көндәрендә лә йәшелсә-емеште боҙолоуҙан һаҡлаған, тәбиғәттең бөтә көйһөҙлөктәренә лә ҡарамайынса уңыш алырға ярҙам иткән химик препараттар хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар булырға тейеш. Бигерәк тә балалар, оло йәштәгеләр химия ҡулланып үҫтергән емештәрҙе насар ҡабул итә.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru