Ҡулайымламайҡул яҙылмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Шәхси хужалыҡ
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Юлдаш»ҡа уңыш юлдаш Яңылыҡтар

    Рим Ғәҙелшин – Бишбүләк райо­нында тәүге эшҡыуарҙарҙың береһе. Әле үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ сауҙа өлкәһендә үҙ аллы эшләп ҡарарға ниәтләй ул. Сөнки Рим Рауил улының был өлкәлә тәжрибәһе була. Алты йыл ҡулланыусылар кооперацияһы рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эшләй. Бөгөн «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй.
    Тәүҙә ул район үҙәгендә бәләкәй генә киоскыны ҡуртымға алып, көнкүреш тауарҙары һата башлай. Бер нисә йылдан үҙ эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында өс ҡатлы «Уют» мебель магазинын төҙөтә. Мебелде Ульяновск, Ижевск ҡалаларынан, Ростов өлкәһенең Волго­донск ҡалаһынан ҡайтарта.
    – Мебелгә һорау ҙур, – ти етәксе. – Сөнки районда әлегә ундай сауҙа нөктәләре һанаулы ғына. Тауарҙы бер нисә айға оҙайлы түләү шарты менән һатабыҙ. Кредитҡа һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Беҙҙең тауар 18 айға гарантияланған. Ойошмалар, мәктәп, балалар баҡсалары мебелде килешеү нигеҙендә шулай уҡ беҙҙән һатып ала. Сөнки беҙҙә ассортимент бай, сифат юғары.

    авторы: admin | 11 апреля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күрәҙәсе яҙмыш юраны: ысындымы, әллә ялғанды? Яңылыҡтар

    Кешегә Хоҙайҙан бирелгән ниндәйҙер ғәҙәттән тыш һәләттәр барлығын инҡар итеп булмаһа ла, һис ҡасан да күрәҙәселәргә артыҡ ышанып барғаным булманы. Әҙме ни инде кеше ҡайғыһында уйнап, үҙҙәренә файҙа эшләргә теләүселәр? Һеңлемде, шуларға ышанып, һүҙҙәрен ысынға алып йөрөүе өсөн әрләгән саҡтарым да аҙ булманы. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу юҡ түгел. Әхирәтем күрәҙәсегә барғанда ул минең турала ла бер нисә һүҙ өндәшкән. Был уға барып килеү теләге уятты. Тәтешле яҡтарына юл тотҡанда, мөмкинлекте файҙаланып, әлеге апайға инеп сығырға булдыҡ. Уның ағаһы ла ҡайтҡан икән. Уныһының күрәҙәлек итеү һәләте тағы ла көслөрәк, тип һөйләй ауыл халҡы.
    Ситтән дә бик күптәрҙе дауалаған, билдәле кешеләрҙе лә ҡабул иткән. Беҙ барғанда ла телефондан шылтыратып та, килеп тә ҡабул итеүгә яҙылыусылар өҙөлмәй ине. Мин тәүге тапҡыр ғына күрәҙәселә булғас, белгем килә, бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Ағайҙың нимәләр һөйләгәнен иғтибар менән тыңлап ултырам. Ә күҙ алдымда, әле мин күреп, тойоп белмәгән яңы донъя тыуамы ни? Баҡтиһәң, кеше беҙ күреп белгән материаль тән генә түгел икән. Ул матрешка уйынсығы кеүек: физик тән эсендә – эфир тән, эфир тәндә – астраль тән (эмоциялар), уның эсендә – менталь тән (уйҙар) һ. б.

    авторы: admin | 11 апреля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru