Алтын ҡәҙерен көмөшсө белер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Тәмле
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гүзәл заттар һынау тота Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
    Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
    Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ Иҡтисад

    Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар. Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
    «Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй Мәҙәниәт

    Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
    Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел күрке – һүҙ Башҡортостан

    Тел күрке – һүҙ– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
    – Туҡраны түгел, туҡтаны.
    – Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
    – Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?
    – Татарҙар ғына, абый, ти, ә беҙҙә – апа. Ата-әсәйеңдән өлкән кеше, йәғни.
    – Улайһа, бабайың инде.
    – Ну, әйттең, бабай – урам буйында таяҡ тотоноп, бөкрәйеп йөрөгән ҡарт ул. Олатай, тиһәң, дөрөҫ була. Анау, кем һөйрәлеп килә ята ул? – Баймаҡтан Салауаттың өндәшеүе.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуарҙарҙы Һамарға саҡыралар Иҡтисад

    30 сентябрҙә Һамарҙа Волга буйы бәләкәй һәм урта бизнес төбәк-ара конгресы үткәрелә. Уның бурысы – конгреста ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы ҡыҙыҡлы проекттар эҙләү өсөн мөмкинлектәр биреү, шулай уҡ Волга буйы эшҡыуарҙарының һәм предприятиелар етәкселәренең эшмәкәрлек спектрын киңәйтеү.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рөстәм Хәмитов "Мотор" предприятиеһында Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Мотор” фәнни-производство предприятиеһында булды һәм предприятие етәкселеге менән “Мотор” фәнни-производство предприятиеһының авиадвигателдәр эшләү өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен, инновацион технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә үҙгәрештәр Сәйәсәт

    Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Президент хакимиәте структураһына етди үҙгәрештәр индерҙе. Указға ярашлы, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, БР Президенты Секретариаты, БР Президентының Эштәр идаралығы, Эске сәйәсәт идаралығы, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы, Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы ойошторолдо.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    профсоюздары баланы ҡарау осорон оҙайтыу яҡлы Мәғәриф

    Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы бала ҡарауҙың пенсия стажына ингән осоро оҙайлылығын өс йылдан дүрт йыл ярымға тиклем арттырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
    Республика профсоюздарының тәҡдимен Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Генсоветының гендер сәйәсәте буйынса даими комиссияһы менән Дөйөм профсоюздар конфедерацияһының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов еткерҙе.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru