Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иғтибар: енәйәтселәр! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Р буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы тарафынан баш ҡала магазиндарына пистолетҡа оҡшаш әйбер ҡулланыу менән һөжүм итеүҙәр серияһы өсөн ике кеше эҙләнә.
    Енәйәтселәрҙең билдәләре:
    Тәүгеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 175 см, мыҡты йәки уртаса кәүҙәле. Ҡара­һыу төҫтәге сепрәк куртка, ҡара башлыҡ, ҡараһыу салбар, ҡара ботинка кейгән. Икенсеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 173 см, уртаса кәүҙәле. Капюшонлы ҡара болонья курткала, ҡара йәшел йәки асыҡ йәшел төҫтәге салбарҙа, һоро төҫтәге спорт ботинкаһы, ҡара башлыҡ кейгән.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кис ултырып бәйләм бәйләй мәрйәм Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бик күптәре өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре ”әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйбер­ҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол ауылынан Мәрйәм Асҡарова.
    Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, улар­ҙың йортон Мәрйәмдең ҡулдары менән бәйләнгән зауыҡлы салфеткалар, ултырғыс, диван япмалары биҙәй. Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне Яңылыҡтар

    Иғтибар йүнәлтергә тура киләсәк иң мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе – Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелы нигеҙендә нефть һәм газ химияһы үҙәген булдырыу. «РусГидро» һәм «Alstom» француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркы төҙөлөшө – республиканың машиналар эшләү комплексына яңы этәргес биреүгә һәләтле был сәнәғәт проекты. Шулай уҡ Өфө йылғаһында гидроэлектростанция һәм Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөлөштәре лә өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru