Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Атың булһа, ил таный
  • Хужабикә
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йорттарҙы буяу ярҙамында йылытасаҡтар Яңылыҡтар

    Йорттарҙы буяу ярҙамында йылытасаҡтарӨфөлә буяуға оҡшаған изоляция материалдарын ҡулланыу буйынса эксперимент үткәрелә. Баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов әйтеүенсә, әлегә эксперимент сифатында юғары технологиялы «АСТРАТЕК» шыйыҡ керамик теплоизоляция материалы бер йортта ғына ҡулланылып ҡаралған.
    «АСТРАТЕК» — аҡ төҫтәге суспензияға оҡшаған йылылыҡ үткәрмәй торған матдә. Стенаға һөртөлгән буяу, кипкәс, 0,5 миллиметрҙан артыҡ булмаған ҡалынлыҡтағы пленка хасил итә.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух! Яңылыҡтар » Спорт

    Өфөлә ошо ялда сәғәт 12-лә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы»на старт бирелде. Был халыҡты иң күп йәлеп иткән һәм һәр ҡалала уҙған спорт сараһы Башҡортостанда етенсе йыл рәттән үткәрелә. Уны йыл да Өфө ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты һәм БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. «Милләттәр кросы» – республика тормошондағы социаль әһәмиәткә эйә булған сара булып тора һһм халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе һәм балаларҙы физик культураға йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: енәйәтселәр! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Р буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы тарафынан баш ҡала магазиндарына пистолетҡа оҡшаш әйбер ҡулланыу менән һөжүм итеүҙәр серияһы өсөн ике кеше эҙләнә.
    Енәйәтселәрҙең билдәләре:
    Тәүгеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 175 см, мыҡты йәки уртаса кәүҙәле. Ҡара­һыу төҫтәге сепрәк куртка, ҡара башлыҡ, ҡараһыу салбар, ҡара ботинка кейгән. Икенсеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 173 см, уртаса кәүҙәле. Капюшонлы ҡара болонья курткала, ҡара йәшел йәки асыҡ йәшел төҫтәге салбарҙа, һоро төҫтәге спорт ботинкаһы, ҡара башлыҡ кейгән.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кис ултырып бәйләм бәйләй мәрйәм Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бик күптәре өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре ”әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйбер­ҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол ауылынан Мәрйәм Асҡарова.
    Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, улар­ҙың йортон Мәрйәмдең ҡулдары менән бәйләнгән зауыҡлы салфеткалар, ултырғыс, диван япмалары биҙәй. Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне Яңылыҡтар

    Иғтибар йүнәлтергә тура киләсәк иң мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе – Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелы нигеҙендә нефть һәм газ химияһы үҙәген булдырыу. «РусГидро» һәм «Alstom» француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркы төҙөлөшө – республиканың машиналар эшләү комплексына яңы этәргес биреүгә һәләтле был сәнәғәт проекты. Шулай уҡ Өфө йылғаһында гидроэлектростанция һәм Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөлөштәре лә өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә.

    авторы: admin | 25 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru