| |
|
| Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
|
|
|
 |
|
|
 |
|
 |
|
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
|
 |
|
 |
|
Яңауыл районында тиҙҙән эре һөт комплексы эшләй башлаясаҡ. Уның төҙөлөшө 2007 йылда уҡ башланған, әммә иҡтисади көрсөк арҡаһында икенсе йылына эште туҡтатырға мәжбүр булғандар. Предприятиеның хужаһы – «Промцентр» йәмғиәте «Россельхозбанк»тан кредит алып, уны ҡаплай алмаған һәм комплекс банкыла залог рәүешендә ҡалған. 21 июлдә уҙғарыласаҡ электрон сауҙа һөҙөмтәһе буйынса предприятиеһының яңы хужаһы билдәле буласаҡ. Тәүге хаҡы – 164 миллион һум. Комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, 1200 баш һыйыр малы тотоуға иҫәпләнгән. Уның сафҡа индерелеүе менән Яңауыл, Нефтекаманың һөт эшкәртеү заводтары ҡыҙыҡһына. |
|
|
|
 Кроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языке. |
|
|
|
Республика эшҡыуарҙары берҙәм социаль һалымды 34 проценттан 20-гәсә төшөрөргә тәҡдим итте. Уларҙың фекеренсә, был бизнесҡа административ йөкләмәне кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. «Эшлекле Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе вәкилдәре «Бөтә Рәсәй халыҡ фронты» халыҡ программаһына ошондай тәҡдим индерҙе. Эшҡыуарҙар «Халыҡ фронты»н, бизнес мәнфәғәтендәге мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ, тип һанай. |
|
|
|
Ульяновск ҡалаһына Австриянан Diamond DA42M − NG самолеты килтерелде. Ул «Башҡортостан» авиакомпанияһы ҡушыуы буйынса эшләнгән һәм республикабыҙ өсөн традицион төҫтәр һәм ҡурай һүрәте менән биҙәлгән. Дүрт кешегә тәғәйенләнгән ике моторлы юғары технологиялы самолет аэрофотоға төшөрөү, янғындарҙы яңы тоҡанып киткән мәлендә үк күреү, патруль хеҙмәтен үтәү өсөн файҙаланыласаҡ. БР Хөкүмәте делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашасаҡ. Һабантуйға Башҡортостандан «Каруанһарай» фольклор-эстрада коллективы һәм «Ләйсән» бейеү ансамбле лә саҡырылған. Традицион ярыштар менән бергә Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин стронгмен тип аталған спорт ярышын да ойоштора. |
|
|
|
Рудольф Нуриев исемендәге XVII халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең гала-концертында ТЮРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына диплом һәм 3000 доллар күләмендә премия тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры был наградаға замандың бөйөк бейеүсеһе хөрмәтенә халыҡ-ара фестивалдәр үткәреү буйынса күп йыллыҡ традицияһы, халыҡты рухи яҡтан үҫтереү, әхлаҡи тәрбиә биреүе өсөн лайыҡ булды. ТЮРКСОЙ-ҙың генераль директоры Д. Касеинов исеменән награданы был ойошмалағы БР Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов тапшырҙы. |
|
|
 |
Депутаттар сираттағы ултырышҡа йыйылды |
Сәйәсәт |
|
БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары дүртенсе саҡырылыштың 39-сы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә 37 мәсьәләне ҡарау индерелгәйне. Улар араһында 2010 йылда 2008 − 2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын, сеймалды көйләү программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһе тураһында доклад, үткән йылда республикала дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында БР Хөкүмәте отчеты, Өфө һәм республика райондарына мировой судья вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатураларҙы ҡарау, Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы проектын уҡыу бар ине. Әйткәндәй, Кодекс проекты былтыр декабрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән. |
|
|
|
Башҡортостан «Мәскәү − Екатеринбург» юғары тиҙлекле тимер юл магистраленә ҡушылырға ниәтләй. Был 2018 йылға бойомға ашырылырға тейеш. БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө − Инйәр» ҡала-ара поезд пассажирҙары менән осрашҡанда ошо хаҡта белдерҙе. Тиҙҙән яңы проект тураһында «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте етәкселеге менән дә һөйләшәсәктәр. Юғары тиҙлекле тимер юлы Өфөгә тиклем һалынған хәлдә артабан уны Нефтекама, Яңауыл, Бөрө, Благовещенск яғына ла һуҙырға мөмкин. Был республиканың төньяҡ өлөшөнөң иҡтисадын үҫтереүгә һиҙелерлек йоғонто яһаясаҡ. |
|
|
|
|
|
 |
 |
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Эҙләү |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
2007 Создание сайтов | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru
|
|
|
|