Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Көләмәстәр
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе... хәүефләндерҙе... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Удмуртияла әллә күпме снарядтың шартлауына килтергән янғындың сәбәбен һаман асыҡлай алмайҙар.
    Унда ике кешенең үлеүе аныҡ билдәле. Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡурҡыуҙан йөрәктәре ярылыу арҡа­һында ике кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
    Рәсми булмаған мәғлүмәт сығанаҡтары, янғында 18 кеше һәләк булған, тип тә билдәләй.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Перуҙа президент һайлауҙары алдынан бер генә көн булһа ла «ҡоро закон» индереп торғандар. Бөгөн илдәге бер генә кеше лә эсә алмаясаҡ. Барҙарҙа, ресторандарҙа, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. «Ҡоро закон»дың тормошҡа нисек ашырылыуын тикшереү өсөн 10 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.
    Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу­ҙы һәм ҡулланыуҙы бер генә көнгә булһа ла тыйыуҙы тәьмин итеүселәр бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға йыйына – һайлау көнөндә илдә тәртип буласаҡ һәм халыҡ һыраһыҙ ҙа, шарап­һыҙ ҙа йәшәп булыуын аңлаясаҡ.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... һағайтты... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    3 июндән «Россельхознадзор» Мысырҙан картуф алып килеүгә ваҡытлыса сикләү индерҙе – картуфта һоро бактериаль серек ҡуҙғытҡысы табылған.
    «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының үҫемлектәр карантины бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева әйтеүенсә, республикаға быға тиклем Мысырҙан картуф килтерелмәгән, тик Рәсәй төбәктәренән генә килтерелгән картуф һатыла.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... ҡайғыға һалды... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Төркиә курортында Рәсәйҙән килеп эшләүсе һәм ял итеүсе өс кеше метанол менән ағыуланып үлде.
    Уларҙың өсөһө лә, яхтала асыҡ диңгеҙгә экскурсияға сығып, алкоголле эсемлектәр ҡулланған булған. Әлегә шул ғына билдәле – ағыуланып үлеүселәрҙең өсөһө лә Рәсәйҙән килгән йәш ҡыҙҙар.
    Яхтала бөтәһе 100 кеше йөҙгән, уларҙың 70-е – рәсәйҙәр. Ә ағыуланыусыларҙың һаны – 22 һәм уларҙың бөтәһе лә – беҙҙең ил кешеләре. Ни өсөн метанол менән тап беҙҙең ҡыҙҙарҙың ғына ныҡлап ағыуланыуы аңлашылып бөтмәй.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Мәҙәниәт

    Баймаҡ районының Темәс ауылында шиғриәт кисәһе үтте. Уны «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Бындай кисәләр йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, үҙебеҙҙең милли мәҙәниәтте, туған телебеҙҙе үҫтереүгә лә ярҙам итә, ти үҙәк хеҙмәткәре Лилиә Ишбаева.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru