Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Профсоюз берләштерҙе
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Рудольф Нуриев исемендәге XVII халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең гала-концертында ТЮРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына диплом һәм 3000 доллар күләмендә премия тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры был наградаға замандың бөйөк бейеүсеһе хөрмәтенә халыҡ-ара фестивалдәр үткәреү буйынса күп йыллыҡ традицияһы, халыҡты рухи яҡтан үҫтереү, әхлаҡи тәрбиә биреүе өсөн лайыҡ булды. ТЮРКСОЙ-ҙың генераль директоры Д. Касеинов исеменән награданы был ойошмалағы БР Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов тапшырҙы.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Депутаттар сираттағы ултырышҡа йыйылды Сәйәсәт

    БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары дүртенсе саҡырылыштың 39-сы ултырышын үткәрҙе.
    Көн тәртибенә 37 мәсьәләне ҡарау индерелгәйне. Улар араһында 2010 йылда 2008 − 2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын, сеймалды көйләү программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһе тураһында доклад, үткән йылда республикала дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында БР Хөкүмәте отчеты, Өфө һәм республика райондарына мировой судья вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатураларҙы ҡарау, Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы проектын уҡыу бар ине.
    Әйткәндәй, Кодекс проекты былтыр декабрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәп поездар беҙҙә буласаҡ Яңылыҡтар

    Башҡортостан «Мәскәү − Екатеринбург» юғары тиҙлекле тимер юл магистраленә ҡушылырға ниәтләй. Был 2018 йылға бойомға ашырылырға тейеш. БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө − Инйәр» ҡала-ара поезд пассажир­ҙары менән осрашҡанда ошо хаҡта белдерҙе.
    Тиҙҙән яңы проект тураһында «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте етәкселеге менән дә һөйләшәсәктәр. Юғары тиҙлекле тимер юлы Өфөгә тиклем һалынған хәлдә артабан уны Нефтекама, Яңауыл, Бөрө, Благовещенск яғына ла һуҙырға мөмкин. Был республиканың төньяҡ өлөшөнөң иҡтисадын үҫтереүгә һиҙелерлек йоғонто яһаясаҡ.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан нанотехнологиялар биләмәһе булырмы? Иҡтисад

    Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтте. Был сара сигендә Башҡортостан «РОСНАНО» йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Әлеге документ илдә 2015 йылға тиклем инновация индустрияһын һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү программаһына индерелде.
    Беҙҙең республикала инновация структураһына ҡараған тиҫтәнән дә кәм булмаған объект төҙөләсәк. Быға нанотехнология, коллектив файҙаланыу үҙәктәре, ике технопарк, өсәр бизнес-инкубатор һәм территориаль инновациялар үҙәге инә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөҙәбеҙ, сумабыҙ Мәғәриф

    Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА Мәғәриф

    Эсмә! Һыу түгел, әлбиттә, һүҙ спиртлы эсемлектәр тураһында бара. Эскән килеш әүҙем ял итеү бик ауырға төшәсәк. Ни өсөн икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡтыр, быны һәр кем аңлай. Походта спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙән тыйылып тороу шәхсән үҙегеҙҙең именлегегеҙ өсөн генә кәрәк.
    Артыңдан сүп-сар ҡалдырып йөрөмә! Тәртипһеҙ ҡыланыу бер кемде лә матурламай. Тағы ла шуныһы: арыйһың икән, башҡалар­ға был хаҡта хәбәр ит. Бер төркөмгә төрлө кеше йыйыла, әммә улар бер-береһен көтөп торорға, аңларға тейеш. Артыҡ шәбәйеп, һуңғы сиккә еткәнгә тиклем төркөм артынан йүгермәгеҙ. Аҙағы күңелһеҙ булмағайы.
    Тәмәке хаҡында айырым әйтке килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РЮКЗАКТА – ПАЛАТКА, Ә КҮҘҘӘРҘӘ – ОСҠОН! Сәләмәтлек

    Их! Ниһайәт, эҫе көндәр башланды! Көттөрҙө, әлбиттә, әммә шулай ҙа тәбиғәт ыңғайланы тип әйтергә була.
    Йәй – йыл буйы эшләгәндән һәм уҡығандан һуң ял итеп алыу осоро. Күпселек халыҡ ялын ошо миҙгелгә тура килтереп алырға тырыша. Әлбиттә, ял итеү бер ай буйы карауатта йоҡо һимертеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Хәҙер халыҡ әүҙем ял итеүҙе хуп күрә. Кемдер йылға буйлап аға, берәүҙәр мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөй, икенселәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн алыҫ диңгеҙ буйҙарына ла юллана.
    Әммә һәр рәхәттең бер михнәте булған кеүек, ял итеү осоронда, бигерәк тә тәбиғәттә, беҙҙе төрлө көтөлмәгән, күңелгә ятмаған, һаулыҡты ҡаҡшатҡан күренештәр ҙә һағалап тороуы ихтимал. Бигерәк тә белгестәр тарафынан ойошторолмаған, ҡырағай ял итеү урындарын һайлаусыларға иркенләп йөрөргә генә түгел, күп кенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен дә иҫтә тоторға тура килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйтһәм, белеп әйтәм Әҙәбиәт

    Ғилем – сәсеүсе иләгендәге орлоҡтарға оҡшаш. Үҙегеҙгә мәғлүм: орлоҡ бәрәкәтле ергә сәселһә, тейешле тәрбиә алһа, дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ғилемдең сәсеүлеге – кешенең аңы, зиһене. Аң-зиһен ни тиклем асыҡ, үҙенә төшкән орлоҡтарҙы ҡабул итергә ни дәрәжәлә әҙер булһа, үҙләштерелгән белем дә шул тиклем үк файҙалы булыр. Белем, фән – хәҡиҡәттең нигеҙендә ята…

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru