Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Енәйәт һәм яза
  • Изгелектә ярышыр ай
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йөҙәбеҙ, сумабыҙ Мәғәриф

    Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА Мәғәриф

    Эсмә! Һыу түгел, әлбиттә, һүҙ спиртлы эсемлектәр тураһында бара. Эскән килеш әүҙем ял итеү бик ауырға төшәсәк. Ни өсөн икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡтыр, быны һәр кем аңлай. Походта спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙән тыйылып тороу шәхсән үҙегеҙҙең именлегегеҙ өсөн генә кәрәк.
    Артыңдан сүп-сар ҡалдырып йөрөмә! Тәртипһеҙ ҡыланыу бер кемде лә матурламай. Тағы ла шуныһы: арыйһың икән, башҡалар­ға был хаҡта хәбәр ит. Бер төркөмгә төрлө кеше йыйыла, әммә улар бер-береһен көтөп торорға, аңларға тейеш. Артыҡ шәбәйеп, һуңғы сиккә еткәнгә тиклем төркөм артынан йүгермәгеҙ. Аҙағы күңелһеҙ булмағайы.
    Тәмәке хаҡында айырым әйтке килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РЮКЗАКТА – ПАЛАТКА, Ә КҮҘҘӘРҘӘ – ОСҠОН! Сәләмәтлек

    Их! Ниһайәт, эҫе көндәр башланды! Көттөрҙө, әлбиттә, әммә шулай ҙа тәбиғәт ыңғайланы тип әйтергә була.
    Йәй – йыл буйы эшләгәндән һәм уҡығандан һуң ял итеп алыу осоро. Күпселек халыҡ ялын ошо миҙгелгә тура килтереп алырға тырыша. Әлбиттә, ял итеү бер ай буйы карауатта йоҡо һимертеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Хәҙер халыҡ әүҙем ял итеүҙе хуп күрә. Кемдер йылға буйлап аға, берәүҙәр мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөй, икенселәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн алыҫ диңгеҙ буйҙарына ла юллана.
    Әммә һәр рәхәттең бер михнәте булған кеүек, ял итеү осоронда, бигерәк тә тәбиғәттә, беҙҙе төрлө көтөлмәгән, күңелгә ятмаған, һаулыҡты ҡаҡшатҡан күренештәр ҙә һағалап тороуы ихтимал. Бигерәк тә белгестәр тарафынан ойошторолмаған, ҡырағай ял итеү урындарын һайлаусыларға иркенләп йөрөргә генә түгел, күп кенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен дә иҫтә тоторға тура килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйтһәм, белеп әйтәм Әҙәбиәт

    Ғилем – сәсеүсе иләгендәге орлоҡтарға оҡшаш. Үҙегеҙгә мәғлүм: орлоҡ бәрәкәтле ергә сәселһә, тейешле тәрбиә алһа, дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ғилемдең сәсеүлеге – кешенең аңы, зиһене. Аң-зиһен ни тиклем асыҡ, үҙенә төшкән орлоҡтарҙы ҡабул итергә ни дәрәжәлә әҙер булһа, үҙләштерелгән белем дә шул тиклем үк файҙалы булыр. Белем, фән – хәҡиҡәттең нигеҙендә ята…

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәскәйҙәрең толом-толом... Сәләмәтлек

    Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ. Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. Ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йәш ҡыҙ машинаһын тыйылған урында туҡтата. Эргәһенә инспектор килә лә:
    – Һеҙ нимә, бер нәмә лә күрмәйһегеҙме әллә? – ти.
    – Юҡ... Әй, ғәфү итегеҙ, шунда уҡ төшөнмәгәнмен. Һеҙҙең өҫтөгөҙҙә яңы форма икән дә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Встреча однокурсников БГУ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Осрашайыҡ, курсташтар! БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус бүлеген 1986 йылда тамамлаған курсташтарыбыҙҙы 25 июндә үтәсәк осрашыуға саҡырабыҙ. Һеҙҙе сәғәт 12-лә БДУ алдында көтәбеҙ.
    Бәйләнеш өсөн телефондар: 89174795135 (Гамлет), 89063758709 ( Тәнзилә).

    авторы: admin | 22 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек менән бергә булайыҡ! Яңылыҡтар

    Йәшлек менән  бергә булайыҡ!Тормошомдо ваҡытлы матбуғат баҫмаларынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Телевизорһыҙ йәшәй алам, ә бына гәзит йәки журнал уҡымаһам, нимәлер етмәгән кеүек, үҙемде донъянан артта ҡалған һымаҡ хис итә башлайым. Республикабыҙҙа нәшер ителгән барлыҡ баҫмаларҙы ла уҡып барам. «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө», гәзиттәрен, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдарын яратып уҡыйым.

    авторы: admin | 22 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru