<Иртәгә> тигән иренгән, бөгөндән ҡалған бөлгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Тантана
  • Йондознамэ
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һабантуй кем өсөн? Яңылыҡтар

    Бынан егерме йылдар элек кенә, һабантуй һәр колхоз-совхозда ойошторолған саҡта, ауылдар ваҡытлыса бушап ҡала, бөтә халыҡ хеҙмәт байрамында күңел аса, аралаша, көс һынаша ине. Ауыр заманаға һылтанып, күпселек төбәктәрҙә хәҙер һабантуйҙы район үҙәгендә генә уҙғаралар (ҡыҙыҡ, ә телевизор ҡараһаң, тормош көндән-көн яҡшыра бара, тип тылҡыйҙар). Ҙур райондарҙа байрам күрер өсөн 50 – 60 саҡрым араны нисектер үтергә кәрәк.

    авторы: admin | 22 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Экстремист тапҡан – отҡан Яңылыҡтар

    Быға тиклем беҙ рес­публикала тормош сағыштырмаса тыныс, терроризм, ди­ни экстремизм юҡ, тип тыныс йәшәй инек.
    Эҙләһәң, барыһы ла табыла икән ул. Ана бит, былтыр аҡылы теүәл булмаған берәү милиционерға ташланғайны. Бәй, был бит әҙер террорист, республикалағы экстремизмды фашлаусы шәп факт.

    авторы: admin | 22 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш шахмат партияһы түгел шул... Сәйәсәт

    &#1210;у&#1171;ыш шахмат  партия&#1211;ы т&#1199;гел шул...Аптыратты был полковник Каддафи. Илендә ни тиклем болғаныш, шартлау, ҡорбандар, ә ул шахмат уйнап йөрөй. Нимә был: үҙенең ҡеүәтен шулай аңғарттымы, әллә кәйефен белдерергә теләнеме? Әлбиттә, НАТО-ның даими бомбаға тотоуына ҡарамаҫтан, Ливия хөкүмәте армияһы революционерҙар һөжүмен уңышлы рәүештә кире ҡаҡлыҡтырып тора, шулай ҙа бола туҡталырға уйламай. Муаммар Каддафиҙың Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (FIDE) Кирсан Илюмжинов менән шахмат уйнауын әйтәм, «ничья»ла туҡталғандар. Тәүҙә Кирсан Каддафиҙың Олимпия комитетын етәкләгән улы Мөхәммәт менән осрашҡан, шахмат үҫешен күҙаллағандар, аҙаҡ полковник та әңгәмәгә ҡушылған.

    авторы: admin | 22 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һеҙгә лә файҙаһы тейһен Сәләмәтлек

    Мин оҙаҡ ваҡыт һөйәк сире менән яфаланам. Табиптар «ревматоидлы артрит» диагнозы ҡуйҙы. Ауыртыуҙан арыныу өсөн бик күп рецепт ҡулландым. Ләкин уларҙың береһе генә ысынлап та ярҙам итте. Ул ауыртыуҙы ла бөтөрҙө, быуындағы тоҙ йыйылыуын да туҡтатты. Рецебын башҡаларға ла тәҡдим итәм.
    Бер тауыҡ йомортҡаһы алығыҙ. Уны туҡығыҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәгеҙ, тағы туҡығыҙ һәм туҡыуҙы дауам итеп, ҡатнашмаға ике ҡалаҡ һеркә эссенцияһы өҫтәгеҙ.

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Был ниндәй ауыл?»
    Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор ме­нән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай.

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәп йәш эшҡыуарҙар Башҡортостан » Милли проекттар

    «Йәш эшҡыуар» Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүселәре асыҡланды.
    «Иң-иң»дәрҙе билдәләү ярышында ҡатнашырға теләк белдереп, 36 кеше ғариза яҙғайны. Улар төрлө критерий­ҙар буйынса баһаланып, лайыҡлылар бер нисә номинацияла еңеүсе тип табылды. Улар − Бәләбәй районынан «Строй ЭнергоМонтажСервис» уҡыу үҙәге филиалы директоры Владимир Якушин («Социаль яуаплылыҡтағы бизнес» номинацияһы), Нефтекамала эшмәкәрлек итеүсе «Пуговка» фирмаһынан Людмила Тимерғәлиева («Уңышлы старт»), Өфөнән «Урал горизонталь йүнәлештәге быраулау компанияһы» директоры Марсель Шәрипов («Инновациялы бизнес»), «Макспром» йәмғиәте президенты Илья Кулаков («Эшҡыуарлыҡтың йәш оҫтаһы»).

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Депутатҡа һорау бирегеҙ!!! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Депутат&#1185;а &#1211;орау биреге&#1177;!!!Шишәмбелә, йәғни 21 июндә, «Йәшлек» гәзите редакцияһында сәғәт 11-ҙә башланасаҡ «тура бәйләнеш»тә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.
    Һорауҙарығыҙҙы (347)-273-46-38 телефоны буйынса шылтыратып та бирә, электрон почта (ye02@yandex.ru) аша ла ебәрә алаһығыҙ.

    авторы: admin | 20 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәләмәтлек – үҙ ҡулыңда Сәләмәтлек

    Табиптар түлһеҙлеккә ду­сар иткән төп сәбәптәр­ҙең береһе тип йомортҡалыҡтағы проблемаларҙы атай. Йомортҡалығында ниндәй­ҙер проблема булған ҡатын-ҡыҙҙың Д витаминына ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Д витамины менән дауаланыу әлеге органдағы сирҙәрҙе 93 – 99 процентҡа тиклем кәметә. Шулай ҙа был витаминды элеккесә ҡояш нурҙары аша үҙләштереү хәйерле. Әгәр тире яман шешенән ҡурҡаһығыҙ икән, ҡыҙыныу мотлаҡ түгел. Бары тик ҡояшта күберәк йөрөү ҙә (тәүлегенә 20 минут самаһы) етә.

    авторы: admin | 20 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru