Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йондоҙнамә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
    Иң яҡшы мәлдәрҙең береһе. Йондоҙҙар бөтә эштәрегеҙҙә лә ярҙам итәсәк. Был арала етәкселәргә ниҙер һорап мөрәжәғәт итеү файҙалы булыр. Һорағандан күпкә күберәкте бирер­ҙәр, моғайын. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.

    авторы: admin | 6 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Депутатҡа мөрәжәғәт итегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Хөрмәтле уҡыусылар! Һаулыҡ һаҡлауҙағы үҙгәрештәр, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, тейешле дауаларҙан файҙалана алыу мөмкинлеге, тармаҡты модернизациялауға талаптарығыҙ хаҡында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға һорауҙарығыҙ менән июнь аҙағына тиклем мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Хаттарығыҙҙы «Йәшлек» гәзите редакцияһына ебәрегеҙ.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәләтле йәштәр бүләкләнде Иҡтисад

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда БР Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ойош­торол­ған Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьә­ләләре буйынса иң яҡшы эшкә 9-сы конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
    Бәйгелә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Сибай институты, Көнсығыш иҡтисад-гуманитар академияһы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал), БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары ҡатнашты.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Беренсе каналдың «Беренсе бул!» мәрхәмәтлелек акцияһы барышында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам фондына күсерҙе. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин әйтеүенсә, һәр баланың бала сағы бәхетле булырға тейеш. «Ярҙам ҡулы һуҙып, уларҙы бер көнгә булһа ла бәхетлерәк итә алыуыбыҙға шатбыҙ», – ти ул.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры, академик Валерий Тишковтың осрашыуында милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде.Валерий Тишков фекеренсә, бөтә Рәсәй халҡы, бар төбәктәр уртаҡ мөһим эштә – берҙәм Рәсәй милләтен формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш. Этник яҡтан төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр – бер халыҡ. Беҙҙә бер иҡтисад, милли ҡыҙыҡһыныуҙар һәм проблемаларыбыҙ ҙа, милли проекттарыбыҙ ҙа уртаҡ, бер милли йыйылма командабыҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халҡына полиэтник милләт булараҡ ҡарарға кәрәк.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүге һөҙөмтәләр насар түгел Башҡортостан

    Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 2011 – 2015 йылдарға Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади тергеҙеүҙең комплекслы программаһына ингән райондар хакимиәттәре башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов алып барҙы.
    Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, ҡаҙылма байлыҡтар табыу өлкәләрендә яҡынса 700 миллион һумға 150-нән ашыу проектҡа һәм сараларға нигеҙ һалынды.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Битараф булмағыҙ Яңылыҡтар » Иғтибар

    Урманда хәрби припастар шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары һәм хеҙмәткәрҙәре 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйған.
    БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев үҙ блогы аша республика граждандарына, ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү кәрәк, тип мөрәжәғәт иткәйне. Был акцияға БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары һәм республика парламенты Секретариаты хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылды һәм 109 мең һум аҡса күсерҙе.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар ярҙамында идара итеү арта Яңылыҡтар

    Өфөнөң Конгресс-холында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Николай Овсиенко рәйеслегендә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Мәғлүмәтте һаҡлау буйынса координация советының сираттағы ултырышы булды.
    Николай Овсиенко, Башҡор­тостан – мәғлүмәт ресурстарын файҙаланыу буйынса төп төбәктәр­ҙең береһе, бында персональ мәғлүмәттәрҙе һәм конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙың бер нисә дәрәжәһен күҙ уңында тотҡан байтаҡ программа уңышлы тормошҡа ашырыла, тине.

    авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru