Башланған эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылы кешеһе үҙенең өйөндә ялған араҡы эшләү буйынса цех ойошторған. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре 200 литр спиртлы шыйыҡса, 12 мең пробка, этикеткалы рулондар һәм хатта әҙер продукцияны тултырыу өсөн йәшниктәр ҙә тапҡан. «Табыш» экспертизаға ебәрелгән, әле енәйәт эшен ҡуҙғатыу буйынса мәсьәлә хәл ителә.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төнөн тауышланып ҡына ҡара! Башҡортостан

    Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды. Хәҙер төндә йырларға, бейергә, музыкаль инструменттарҙа уйнарға, пиротехника һәм тауыш тыуҙырыусы ҡулайламалар ҡулла­ныр­ға, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарырға ла ярамай.
    Тәртип боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Күп бәхәстәрҙән һуң «Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» закон БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.
    Яңы законға ярашлы, төнөн тынлыҡ һаҡланырға тейешле объекттар һәм биләмәләр исемлеге билдәләнде. Был исемлеккә торлаҡ йорттар, ятаҡтар, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, шифахана-курорт, физкультура – спорт учреждениелары, балалар майҙансыҡтары, ихаталар, майҙандар, баҡса, дача берләшмәләре, шулай уҡ йәмәғәт транспорты индерелде.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РФ Иҫәп палатаһының эшсе төркөмө Өфөгә килде Башҡортостан

    7 июлдә Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хө­күмәте менән Рәсәй Феде­рацияһы Иҫәп палатаһының эшсе төркөмөнөң беренсе берҙәм ултырышы үтте.
    Эшсе төркөмөнөң саралар планына ярашлы, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин тарафынан эштең төп йүнәлеше итеп Баш­ҡортостан Республикаһының инте­грацияланған контракт системаһын формалаштырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу билдәләнде. Кәңәшмәлә төп док­лад менән РФ Иҫәп палатаһының аудиторы Александр Пискунов сығыш яһаны.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тимер юлдарҙы хәстәрләп Яңылыҡтар

    Мәскәүҙә Башҡортостан Респуб­ликаһы һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 2011 – 2013 йылдарға тимер юл транспорты өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    Документҡа БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Владимир Якунин ҡул ҡуйҙы. Килешеү дөйөм ҡулланылыштан тимер юл транспорты, инфраструктура объекттарын, шул иҫәптән тимер юл станцияларын, вокзалдарҙы һәм станцияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы күҙ уңында тота.

    авторы: admin | 11 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙистәр Мәғәриф

    Хәҙрәти Әбүбәкер Әс-Садиҡтың бер ғәҙәте булған. Ул артыҡ күп һүҙ һөйләүҙән һаҡланыу өсөн, теленең өҫтөнә таш ҡуйған, ти. ʺКөтмәгәндә телдән урынһыҙ һүҙ сыҡмаһынʺ, − тип әйтер булған һәм, теленә ишара итеп: ʺМине һәләк ҡылыр ошо телʺ, − тигән. Шик юҡ. Әҙәм балаһының хата үә ғәйептәренең күбеһе теленәндер.
    Ут утындарҙы ашап бөтөргән кеүек, хөсөт тә эшләнгән изгелектәрҙе, сауаптар­ҙы ашап бөтөрөр.
    Хөсөт − шифаһы табылмаған бер хөсөттөр.

    авторы: admin | 4 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru