Йәһәтләһәң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Йондоҙнамә
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәнҡитләгем килмәй ҙә ул... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡәҙерле редакция! Бер насар холҡомдан нисек ҡотолорға кәңәш бирһәгеҙсе? Мин кеше менән аралашырға яратам, еңел танышам, дуҫтарым да етерлек. Тик йыш ҡына эргәмдәгеләрҙең кире яҡтарын тиҙ генә күреп, үҙҙәренә сатнатып әйтеп, үпкәләтә лә ҡуям. Быны һиҙмәй ҙә ҡалам хатта. Үҙемә лә уңайһыҙ, тегеләр ҙә минән ситләшә. Нимә эшләргә һуң? Был ғәҙәттән арыныу сараһы бармы икән?
    – Эйе, Айгөл, һинең кеүек холоҡло кешеләр байтаҡ ҡына шул. Дөрөҫ тәнҡит ҡамасауламай, ә бына һиңә әйләнгән һайын урынлы-урынһыҙ иҫкәрмәләр эшләһәләр, ысынлап та, еңел түгел. Уйлап ҡара әле – үҙеңдең дә кире яҡтарың барҙыр. Шуға иң тәүҙә үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡара. Кешегә бик тә иҫкәртеү яһағың килһә, уны йомшаҡ итеп, дуҫтарса ғына әйт. Иң дөрөҫө – кире яғын әйтерҙән алда ыңғай яғын билдәләп маҡтап алыу.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйна әле, аккордеоныңда Мәғәриф

    Уйна әле, аккордеоныңдаПетр Дранга – мөләйем һәм йәш «йондоҙ». Атаһы ла, әсәһе лә аккордеонсылар. Егеткә һөнәр һайлау тип баш ҡатырырға ла кәрәкмәгән. Әйткәндәй, уның ике апаһы – пианисткалар. Петрға 12 йәшендә тәүге уңыш йылмая: Мәскәүҙә һәм Италияла аккордеонсылар конкурсында лауреат була. Артабан уның тығыҙ ижад мәле башлана, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау менән бер рәттән, панк-рок стилендә йырлай. 16 йәшендә, йәғни 2000 йылда, Петр үҙен үҙ аллы итеп тоя һәм ата-әсәһенән айырым йәшәргә ниәтләй. Уҡыу, музыка менән шөғөлләнеүҙән тыш, аҡса еткерер өсөн кинотеатрҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Тап шул эше егеттә эшҡыуарлыҡ һәләтен аса.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Теләк – бер ҡосаҡ, эшләгән эш – бер ус Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Теләк – бер ҡосаҡ,  эшләгән эш – бер усЙылайыр райо­нының Һабыр ауылы ҡыҙы бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә, яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынау тота, «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенә лә йөрөй. Ошонда таныша ул гәзит сығарыу донъяһы менән. Артабан «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе була, ошо баҫма мөхәрририәте уға Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияны тапшыра. Шулай уҡ Хәйҙәр Тапаҡов, Хәй Мөхәмәтйәров премиялары лауреаты ла ул. Һуңғыһына «Илһам шишмәләре – 2007» фестивалендә әүҙем яҙышыусы ижадсы булараҡ лайыҡлы тип табыла.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса ебәрергәме, әллә эште үҙе тапһынмы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Элек йүнәлеш буйынса ебәргәндәр бит. Күбеһе ике-өс йылдан һуң үҙе теләгән яҡҡа киткән, бик һирәктәр генә ҡалған. Ҡалала ҡалыу хәстәрен күрергә тырышыусылар ҙа күп булғандыр. Хәҙер ҙә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Шунлыҡтан йәш белгес эшкә үҙе теләп барһын. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, бөгөн эш табыуы бик еңелдән түгел, был юҫыҡта йүнәлеш менән китеү һәйбәтерәк һымаҡ. Ҡайһы төбәккә ебәрәләр бит әле? Әгәр унда уңайлы торлаҡ менән тәьмин итмәһәләр? Проблемалар менән эшләп булмай ҙа инде. Мин үҙем, мәҫәлән, йүнәлеш буйынса ебәреү яҡлы түгелмен.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиреҫ өйөмөнән репортаж Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    29 йәшлек В. Ольганың хатынан: «Ваҡыты-ваҡыты менән үҙемде тиреҫ өйөмөндә йәшәгән кеүек тоям. Аяғыңа баҫып, башыңды тиреҫ араһынан сығарыуың була, башыңа «тыңҡ» итеп килтереп бәрәсәктәр. Йәнәһе, башыңды ҡайҙа тығаһың? Башҡалар кеүек йәшәүеңде бел! Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя: кемгәлер барыһын да өйөп-өйөп бирә, ә кемгәлер – ҡуҡыш! Үҙемдән дә, бер ҡыуаныс булмаған ҡара-һоро тормошомдан да ҡоҫҡом килә».

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ иленә юлдар күптән өҙөлһә лә, уйҙарым менән ғүмеремдең иң бәхетле көндәренә йыш ҡайтып әйләнәм. Бигерәк тә күңелем болоҡһоп, эсем бошоп торған саҡтарымда. Әгәр мөмкин булһа, бейек үксәле туфлиҙарымды сисеп ырғытыр инем дә, бала сағыма ялан аяҡ ҡайтыр ҙа китер инем. Эйе, аяҡтарым һыҙырылып, ҡанап бөтһә лә, иламаҫ инем. Кескәй саҡта түҙә инем бит, хәҙер ҙә түҙермен.
    Ул рәхәт, бәхетле саҡтарыма әйләнеп ҡайта алһам, илап-һыҡтап тормаҫ инем әле, теге әсәй алып биргән матур зәңгәрһыу ерлеккә ваҡ ҡына аҡ борсаҡтар төшкән күлдәгемде кейеп алыр ҙа, әхирәттәрем янына йүгерер инем. Эйе, тап ана шул зәңгәр күлдәгемде кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйөрөлөп торған ваҡыттан башлана бала сағым. Ул саҡта миңә дүрт-биш йәштәр ине шикелле. Тап шул саҡтан үҙемде иҫләйем.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кисерегеҙ, мин теләмәгәйнем... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Алина тәҙрә яңағына башын терәп, ҡаты уйға батҡан. Инде нисәнсе ҡат шул ҡәһәрле кисте – ғүмеренең иң ауыр мәлен күҙ алдынан үткәрә. Бесәйе иләмһеҙ мыяулап, аяғына урала. Асыҡҡан ул. Хужабикәһенә иркәләнеп маташа, әммә уныһы һынташ кеүек ҡатҡан, тик торасы. Барсик һыуытҡыс ишеген тырнап ҡараны, юҡ, өндәшмәй, иғтибар ҙа итмәй бит әле. Шунан йән асыуынан хужабикәһенең аяғынан тешләне. Күрмәйме ни уны?! Шул саҡ Алина бесәйен тибеп осорҙо.
    – Һин, тик һин генә ғәйепле бары­һына!..
    Бындай мөғәмәләне Барсик унан көтмәгәйне, күҙҙәрен асыулы ялтыратып, ҡойроғон уңға-һулға һелтәне лә асыулы мырылдап, тәкәббер генә карауат аҫтына инеп китте.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таксисты талағандар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бөгөн таксистарҙың тыныс күренгән эше ысын мәғәнәһендә иң хәүефлеләрҙең береһе һанала. Улар башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда талауға йышыраҡ дусар була. Шулай, Ишембай ҡалаһында йәш водителгә үҙ пассажирҙары һөжүм итә. Бәхеткә күрә, ул тере ҡала һәм полиция ярҙамында автомобилен ҡайтара. Ә енәйәтселәрҙе яза көтә.
    Төнгө сменалар көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтмәй. Пассажирҙарҙы Салауат ҡалаһынан Ишембайға алып барыусы таксист йәштәрҙең ҡыласаҡ енәйәте тураһында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, улар араһында йәш ҡыҙ ҙа була.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru