Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәй яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Рәсәй ялған дарыуҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Интерпол көстәрен файҙаланырға мәжбүрҙәр. Шулай уҡ халыҡ-ара полиция ҙур спорт тирәләй аҡса эшләгән енәйәтсел төркөмдәргә ҡаршы көрәшәсәк.
    Әле ялған дарыуҙар әйләнешен булдырыусы төркөмдәрҙе асыҡлау эштәре башланған. Әлеге тармаҡты контролдә тотоу йүнәлеше Интерпол өсөн дә яңы. Медикаменттарға ҡағылышлы был операция тағы ла 25 илдә ойоштороласаҡ.
    Интернетта ялған дарыуҙар һатыусы 1200 сайт табылған, әле уларҙың медикаменттары сауҙанан алына. Ялған дарыуҙар етештереүселәр күберәк антибиотиктарҙа, контрацептивтарҙа һәм ябығыу өсөн ҡулланылған препараттарҙа аҡса эшләй.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Салауат районының «Дуҫлыҡ» бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе социаль-реабилитациялау үҙәге етәксеһе вазифаһын файҙаланғаны өсөн енәйәттә ғәйепләнә — директор үҫмерҙәрҙе үҙенең ярҙамсы участкаһына эшсе көсө булараҡ йәлеп иткән. Тикшереү органдары ике фактты билдәләй: май башында директор дүрт баланы үҙ әсәһенең баҡсаһына картуф ултыртырға ебәргән, балаларҙы начальниктың ире, туҡмай-туҡмай, ҡарап тороп эшләткән, ай аҙағында тағы ла дүрт үҫмерҙе әсәһенең хужалығына утын ташырға ебәрә. Әле был факт буйынса тикшереү бара.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алыш Уйында ҡатнашыусы күҙлегенән Яңылыҡтар » Спорт

    Алыш  Уйында ҡатнашыусы күҙлегенәнБындай уйынды төштә генә күрергә мөмкин. Фидан Ғафаров етәкләгән Айҙар Ғәлимов, Ғәзим Ильясов, Радик Динәхмәтов кеүек билдәле йырсыларҙан торған командаға ҡаршы футбол уйнаясаҡһың, тип бер ай элек берәй күрәҙәсе әйтһә, эсте тырнап көлөр инем, биллаһи. Тик ундай күрәҙәсе булманы, ә уйын булды. Яҙмыштың мәрхәмәте, бүләге тип ҡабул итәйек. Ни тиһәң дә, «йондоҙ»ҙар менән гелән генә ҡосаҡлашып та, этешеп-төртөшөп тә, аяҡ салып өймәкләшеп тә... йөрөп булмай.
    Бөтәһе лә беҙҙән шоу көттө. Шунда туп тибеп маташырҙар, шартына килтереп футбол тигән уйын күрһәтерҙәр, майҙанда гол индереп, яһалма һөйөнгән булырҙар, тип өмөтләнде. Бәхеткә күрә, өмөттәре аҡланманы. Ә, киреһенсә, көткән ышаныстары ташып, түгелеп китте.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Икмәккә һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күҙ уңында Иҡтисад

    «Уфамолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә («Вимм-биль-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы) һөткә хаҡтар артыуына эшкәртелмәгән һөткә бығаса күҙәтелмәгәнсә хаҡтар артыуы булышлыҡ иткән. Предприятиеның төбәк директоры Константин Голиков төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә ошо турала һөйләне һәм компанияның сығымдары күп, улар арҡаһында рентабеллек төшә, тине.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ Яңылыҡтар

    Хөкүмәт ултырышында республика министрлыҡтары һәм муниципаль райондар башлыҡтары республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалыҡтары һәм социаль өлкә объекттарының ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙерлеге тураһында еткерҙе.
    Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин, торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалыҡтарын йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса бөтә саралар ҙа тулыһынса башҡарылды, тип белдерҙе. Был сараларға 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел күрке – һүҙ Мәғәриф

    Телселәрҙең диалектология буйынса ошондай һуңғы киң һөйләшеүе үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында булған. Өфөлә үткән әһәмиәтле сарала Э. Тенишев, Н. Баскаков кеүек күренекле телселәр ҙә ҡатнашҡан. Был тарихи ваҡиғаға утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Билдәле донъя, система болғаныштарын үҙ эсенә алған ошо арауыҡта Рәсәйҙә диалектология фәне лә бик күпте юғалтҡан. Уға бөтөнләй иғтибар юҡ кимәлендә. Бер нисә төбәктә генә, атап әйткәндә, Өфө, Ҡаҙан, Ижевскиҙа ғына эштәр туҡтамаған. Шулай булғас, был тема көнүҙәкме һуң? Өфөлә оло йыйынға йыйылыу кәрәк инеме?
    – Кәрәк ине. Бөгөн телдең был тармағына иғтибар бирмәһәк, күп телдәребеҙ бик ярлыланасаҡ, ҡайһы берҙәре бөтөүгә табан барасаҡ, – тип яуапланы был һорауға Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге етәксеһе, академик Анна Дыбо.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ Иҡтисад

    Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар.
    Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
    «Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә. Ҡалған өсәүһе ер аҫты ысулы менән үҙләштереләсәк.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй Мәҙәниәт

    Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
    Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә. Вальс иғлан ителгәс, зал буйлап парҙар өйрөлә башланы – улар бейеп түгел, осоп ҡына йөрөгән һымаҡ.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru