Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Батша васыяты
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Селләгә аяҡ баҫҡанда Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Селләгә аяҡ баҫҡандаБөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
    Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта. Ҡыш буйы һунарсыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырған ҡиммәтле тиреһенең дә йөндәре ҡойолоп, кеше күргеһеҙ булды. Торғаны бер йолҡош инде, ҡарап тороуы ерәнес. Әллә берәй хәшәрәт сир ҡағылды, Хоҙайым шомлоғо.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт йәштәре Әҙәбиәт

    Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Велоспортсыларыбыҙ ике сарала ҡатнашасаҡ Яңылыҡтар » Спорт

    Август башында Ленинград өлкәһенең Сосновый Бор ҡалаһында үтәсәк Рәсәй йәштәренең велоспорт-маунтинбайк буйынса II йәйге спартакиадаһында Башҡортостандан Вячеслав Ахмаметьев, Николай Курнов, Максим Кондрашов, Кирилл Егоров, Рәмил Халиков һәм Артур Шайморатов республика данын яҡлаясаҡ. Улар шулай уҡ 10 – 16 августа Санкт-Петербургта үткәреләсәк велосипед спорты буйынса финал ярыштарында ла ҡатнашасаҡ.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru