Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йондоҙнамә
  • Беренсе мөхәббәт
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөтә йәмғиәтебеҙ үҫеш осорон кисергәндә Мәғәриф

    Бөтә йәмғиәтебеҙ үҫеш осорон кисергәндә– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла.
    – Һеҙҙең мәктәптә нисә уҡыусы бар? Норматив буйынса бүленгән аҡса өҫтәмә эш хаҡы түләргә етмәйме? Райондың башҡа мәктәптәрендә нисек?
    – Беҙҙең мәктәптә 133 уҡыусы.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе Сәйәсәт

    Ултырышта төбәк башлығы Хөкүмәттә булып үткән бер нисә кадрҙар үҙгәрешен әйтеп китте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажитдинов тәғәйенләнгән. Фәтих Ҡаҙаҡбаев Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылған. Рөстәм Хәмитов уға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уның тәжрибәһе һәм белеме республикала кәрәк буласағына өмөтөн белдерҙе.
    Ултырышта Рөстәм Хәмитов тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән төп социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Урман янғындары һәм ауыл хужалығында ҡоролоҡ менән бәйле хәлдәр тикшерелде. Башҡортостан Президентына ҡоролоҡтан иң ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә һөтө – изге ризыҡ Сәләмәтлек

    1 августа 120-нән ашыу илдә Бөтә донъя күкрәк һөтө имеҙеүҙе яҡлау аҙналығы башланды. Акция сиктәрендә Башҡортостанда ла төрлө саралар үтәсәк. Был көндәрҙә медицина учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө, тематик һөйләшеүҙәр уҙғарыла. Белгестәр билдәләүенсә, күкрәк һөтө имеҙеү – йәш сабыйҙы туҡландырыуҙың алтын стандарты. Әсә һөтө баланың аҡыл һәм физик үҫешенә, иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, төрлө аллергик ауырыуҙарҙан һаҡлау сараһы булып та хеҙмәт итә. Был йәһәттән аңлатыу эштәре республикала киң йәйелдерелгән. Бөгөн республиканың өс тиҫтәнән ашыу дауалау учреждениеһы «Балаға мәрхәмәтле дауахана» статусына эйә.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru