Көрәге булһа, сүбе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Ҡарбуз күп!
  • Йондоҙнамә
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме?Өфөнөң «Динамо» стадионында ойоштороласаҡ «Йондоҙ»ло футбол» ярышына әҙерлек алдан уҡ башланды: артистар менән журналистар йыйылып, күнекмәләр ойошторҙо, ныҡлы команда төҙөү өсөн кәңәшләште, йүгерҙе, ҡапҡала туп тоторға ла өйрәнде. Был проектты ойоштороусылар – «Туған тел» телеканалы, «Моң» студияһы, «Динамо» стадионы.
    Уйынды алып барыусылар командалар менән таныштыра башлағас та күңелгә йылы инде. Фидан Ғафаров артистар командаһының баш тренеры икән. Тимәк, ул «Динамо» стадионына туп тибергә сыҡмай! Тренермы, бағыусымы – уныһында эш юҡ, минең өсөн иң мөһиме – Фидан ағай типкән туп ҡапҡанан ситкә осмаһын, быныһын кисереүе ауыр булыр төҫлө.
    «Иң мөһиме – еңеү түгел, уйында ҡатнашыу» тиһәләр ҙә, күңел барыбер ҙә журналистар командаһының еңеүен теләй. Коллегаларыбыҙҙың командаһы елле генә – баш тренер итеп билдәле спорт комментаторы Максим Балобанов һайланған, ә капитан – «Рәсәй» каналында сыҡҡан «Вести – Башкортостан.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙар Иҡтисад

    Һөнәри бурысым мине ошо көндәрҙә Өфө трикотаж фабрикаһына юлыҡтырҙы. Республика­быҙҙың йөҙөн, заманса тел менән әйткәндә, имиджын булдырыусы был асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән продукция, үҙебеҙҙең төбәктән бигерәк, Рәсәй күләмендә киңерәк танылыу ала бара. Ил, төбәк-ара, бөтә донъя күләмендә үткәрелгән еңел сәнәғәт күргәҙмәләрендә өфө­ләр­ҙең иң түрҙә булыуы һәм, компетентлы комиссия тарафынан продукция төрлөлөгөнөң киң, башҡарылыш кимәленең һәм сифатының юғары, фантазияға бай, милли колоритҡа эйә булыуы танылып, лайыҡлы призлы урындар алыуы аяҡҡа яңы-яңы баҫып, үҫеп килгән предприятиеның һәм унда эшләгән ижади коллективтың потенциалы ҙур булыуын дәлилләй.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йортобоҙҙо таҙартайыҡ! Башҡортостан

    Халыҡ тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Тик үҙебеҙҙе һәр ваҡыт тәртипле тотмайбыҙ – беҙҙең «мәҙәни» ялдан һуң йылғаларҙың матур ярҙары һәм яҡын тирәләге урмандар, ҡала парктары сүп-сарға күмелеп ҡала.
    Шуға ла республиканың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы «Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән Йортто бергәләп таҙартайыҡ!» тигән девиз аҫтында экологик акция ойошторорға ҡарар итте. Уны БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хупланы. Был акцияға экология проблемаларына битараф булмаған, тирә-яҡ мөхитте таҙа, матур көйө тоторға тырышҡан һәр кем саҡырыла.
    Акция барышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама һәм башҡа ҡала, ҡасабаларҙағы парктар, тыҡрыҡтар һәм рекреацион зоналар таҙартыла.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АҠСАЛАР НЫҠ ҺАҠЛАНА Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АҠСАЛАР НЫҠ ҺАҠЛАНАЭлек банкыларҙа ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй эшләмәгән. Ләкин быны гүзәл затҡа яуаплы эште ышанып тапшыра алмау, дискриминация тип аңларға кәрәкмәй. Эш шунда: беҙҙең көндәргә тиклем ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр, яуаплы эште бирмәгән. Көслө зат вәкилдәре һәм, ғөмүмән, йәмғиәт, ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш гүзәт затҡа тап килмәй, ҡыҙҙарҙы һаҡларға кәрәк, тип һанаған. Яуаплы урындар биләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы боҙола, көнитмеше насарая, тип ҡурҡҡандар. Бына шулай, беҙҙе элек һаҡлап, ҡурсып ҡына торғандар.
    Ә хәҙер банкыларҙа эшләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһында ла хәл шулай уҡ. Әйткәндәй, был мөһим учреждение ошо көндәрҙә юбилейын 145 йыллығын билдәләй.
    Ошо айҡанлы БР Милли банкыһында журналистар өсөн пресс-тур ойошторолдо.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атай-әсәй рухы беҙҙә Еңеүгә 65 йыл

    Борон-борондан берәй ят кеше менән осрашҡанда: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй һыуҙы эсәһең, атың-затың кем?» – тип һорашҡандар. Был бик һәйбәт тәрбиә ысулы булып торған. Кешегә шәжәрәһен иҫкә төшөрөргә, сығышын онотмаҫҡа ярҙам иткән. Атайым Ғиниәтулла Фазлетдин улы 1906 йылда Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында ултырған Ярат ауылында урта хәлле Фазлетдин суфый ғаиләһендә тыуған. Атайымдың Сәләхетдин, Ғәлиәхмәт исемле ағалары, Йомабикә апаһы, Ғәләүетдин менән Нуретдин исемле ҡустылары һәм Һәҙиә һеңлеһе булған. Әсәләре Мәстүрә лә уҡымышлы кешенең ҡыҙы булған. Ярат ҡарт – беҙҙең ата-бабабыҙ. Тирегә яҙылған ырыу шәжәрәһен Баймаҡ районында эшләгән сағында яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина ни өсөндөр һорап алып киткән.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар БЕҘҘЕҢ бәхет өсөн көрәшкән Башҡортостан » Юбилейҙар

    1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған.
    Бөгөн һуғыш ветерандары бик аҙ. Баймаҡ районының Татлыбай ауылында ике генә яугир ҡалды. Икеһе лә – минең олатайҙарым.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йондоҙ» печеньеһы Сәләмәтлек

    «Йондоҙ» печеньеһы200 грамм аҡ май, 2 йомортҡа һарыһы, 2 стакан он, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы шәкәр онтағы, аҙыраҡ ванилин.
    Йомортҡа һарыларын шәкәр менән ныҡлап туғырға ла, иҙелгән май, ванилин һәм он һалып бутарға. Ошо ҡамырҙан печеньелар эшләнә, улар мейестә 12 - 15 минут тирәһе бешә.
    Әҙер печеньеларҙың өҫтөнә ванилин менән буталған шәкәр онтағы һибеп, өҫтәлгә бирелә ҡуйыла.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Кафела.
    – Ҡара әле, – ти йәш актриса егетенә, – ана тегендә, төпкө яҡта, ултырған кеше Виктор Гюго түгелме?
    – Һин нимә, ҡәҙерлем, ул бит күптән үлгән!
    – Ҡара, ҡара, ә ул һелкенә...

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru