Айға үрелгән - нурға күмелгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы Башҡортостан

    1 августан хаҡлы ялдағыларға хеҙмәт пенсияһының күләменә төҙәтеү индерелде. Ҡайтанан иҫәпләү хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләгәндә, бер пенсия төрөнән икенсеһенә күскәндә, унан алдағы төҙәтеүҙә иҫәпкә алынмаған страховка түләүҙәре тура­һын­дағы мәғлүмәттәр ниге­ҙендә башҡарылды. Стра­ховка түләүҙәре тураһындағы мәғлүмәт эш биреүселәр тарафынан бирелә, пенсияны иҫәпләү автоматик рәүештә шәхси иҫәптең күсермәһе буйынса башҡарыла, пенсионерҙарға ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Рәсәй Пенсия фондының Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан 218 мең пенсионер юғары пенсия аласаҡ.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «Роспотребнадзор»ҙың Башҡор­тос­тан Республикаһы буйынса идаралығында балаларҙы һауыҡтырыу учреждениелары эшмәкәрлегенең беренсе сменаһына йомғаҡ яһалды. Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәте буйынса, йәйге һауыҡтырыу кампанияһының беренсе сменаһы тыныс үткән, эпидемиологик характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Лагерь эшмәкәрлеген булдырған юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға үткәрелгән тикшереүҙәрҙә асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар һөҙөмтәһендә 800 мең һумдан ашыу суммаға 624 штраф һалынған.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫке машинанан – яңыға! Башҡортостан » Милли проекттар

    Иҫке машинанан – яңыға!Файҙаланыуға яраҡһыҙ автотранспортты утилләштереү эксперименты дауам итә. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып тәүге этапта республикала 12 526 cертификат бирелгән, 3821 автомобиль һатылған.
    Икенсе этап буйынса 2010 йылдың 29 июленә ҡарата 1762 сертификат тултырылған, 615 автомобиль һатылған. Утилгә, 2010 йылдың 21 июнендә старт алған икенсе этап шарттарына ярашлы, 7881 иҫке автомобиль ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эксперимент үткәреү тәртибе (сертификатты теркәү, һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөү, ташламалар күләме, сауҙа ойошмаларына юғалтыуҙарҙы ҡаплау) элеккесә үк ҡала.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң хәүефле юлдар ҡайҙа? Яңылыҡтар » Иғтибар

    БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юл-транспорт статистикаһын анализлағандан һуң иң хәүефле юлдар исемлеген төҙөгән.
    Мәскәү – Өфө: Саҡмағош боролошона яҡын ерҙә, Исәмәт һәм Ишҡар ауылдары янында;
    Һамар – Өфө – Силәбе: Туймазы ҡалаһына боролор алдынан, Алкин, Жуков юл үткәргесендә, Бишҡурай һәм Зинин – Жилин ауылдары янындағы юлдар сатында;

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең сираттағы этабы башланды Яңылыҡтар

    18 июлдән 22-һенә тиклем баш ҡаланың бөтә райондарынан һәм Белорет, Учалы ҡалаларынан урындарҙағы дәүләт статистика хеҙмәттәре етәкселәре һәм халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкилдәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу программаһы һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса уҡыу программаһын үтте.
    Теоретик методология һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса практик дәрестәрҙе үҙ эсенә алған уҡытыу программаһы комплекслы этаптарҙан торҙо. Респонденттарҙан алған мәғлүмәттәрҙең конфиденциаль булыуы, иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу, граждандарға халыҡ иҫәбен алыуҙың бурыстары һәм маҡсаттарын төшөндөрөү һәм сараны үткәреүгә йәлеп ителгән кешеләрҙең эшен киң мәғлүмәт саралары аша аныҡ билдәләү һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көньяҡ Уралда ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш саралары планы раҫланды Иҡтисад

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планын раҫлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    Бойороҡ буйынса төҙөлгән оператив төркөм тарафынан эшләнгән планға ярашлы, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙа саралар төрлө йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә малсылыҡ комплекстарын мал аҙығы менән тәьмин итеү, малды күсереү, мал аҙығы участкаларын һәм орлоҡтарҙы ҡайтанан бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Малды һуймай ғына һатырға Сәләмәтлек

    Мәҫәлән, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ашата алмаған өсөн малын һатыусылар бөгөнгө көнгә бик аҙ. Хужалар танаһын йәки үгеҙен балаларын мәктәпкә кейендереү кеүегерәк көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, «тере аҡса» алыу маҡсатында һата. Әгәр урындарҙа хәлдәр башҡасараҡ икән – үҙегеҙгә генә үпкәләргә ҡала, тимәк, проблемағыҙҙы етәкселеккә еткереү өҫтөндә эшләмәйһегеҙ!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге көнгә БР Хөкүмәтенең мөһим ҡарарының проекты әҙер. Был проект буйынса ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы аша мал аҙығы, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары алыу өсөн заем биреләсәк. Ҡоролоҡтан зыян күргән райондарға финанс ярҙамы күрһәтелә.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошмо был... Әҙәбиәт

    Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халыҡҡа, баҡһаң, тетрәнеү кисереү өсөн күп кәрәкмәй икән. Ҡыштан ялҡҡан кешеләр яҙҙың килеүенә шатланып, уның иртәләүенә, яуым-төшөмдөң булмауына артыҡ иғтибар бирмәне. Һабантуйҙар ойошторолоп, сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды. Ғәҙәти генә башланып киткән яҙ, уның артынса килгән йәй айҙарында яуым-төшөмдөң әҫәре лә булмағанлыҡтан, ер кипте, үлән ҡалҡып та өлгөрмәй кибеп торҙо. Ауыл халҡын ғәмгә һалып, ҡоролоҡ килде.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru