Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Ай башы - июль
  • Йондоҙнамә
  • Атың булһа, ил таный
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әсә бәхете – балала Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әсә бәхете – балалаҺуңғы йылдарҙа ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға ҡарата Хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар арта барыуы шатландыра. Етем балаларҙы тәрбиәгә биреү тураһындағы ҡарар сығыу менән күп ғаиләләр бала алып тәрбиәләргә теләк белдерҙе.
    Күптән түгел Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында йәшәүсе, ике етемде үҙ ҡуйынына һыйҙырған изге йәнле Садиҡовтар ғаиләһе менән танышырға тура килде. Етем балаға улым йәки ҡыҙым тип бар кеше лә әйтә алмай. Былай ҙа өскә бүленгән йөрәгеңдә тағы ла ике балаға урын табыу, ата-әсә наҙын, күңел йылыһын тигеҙ итеп бүлеп биреү әйтеп бөтөргөһөҙ сикләнмәгән рухи көс талап итә.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәктәпкә әҙерләнеү күпмегә төшә? Яңылыҡтар

    Ҡыҙҙар өсөн форманың төрлөһөн һайлап алырға мөмкин. Элекке кеүек мәктәп формалары 1700 һум тора. Аҡ алъяпҡыс иһә 680 һум. Юбка менән аҡ блузка яҡынса 1300 һумға төшә. 830 һумға сарафан да алырға мөмкин. Беренсе сентябрҙең һәм барлыҡ мәктәп байрамдарының биҙәге булған аҡ бантиктар һатып алыу өсөн 140 һум аҡса кәрәк.
    Уҡыусылар өсөн ранецтарҙың да ниндәйе генә юҡ. Хаҡтары ла төрлөсә. Иң арзаны 480 һум торһа, иң ҡиммәте – 1900 һум. Уҡыу кәрәк-яраҡтарына килгәндә, ручканы 7 – 10 һумға, 12 битлек ябай дәфтәрҙе 1 һум 40 тингә, юйғысты 3 – 5 һумға, ҡәләмде һәм ҡылҡәләмде 3 – 7 һумға һатып алырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, һәр береһен ала башлаһаң, кәмендә ­1000 һум аҡса кәрәк булалыр.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Закон бер булырға тейеш тә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Йәшлек»тең 5 июндәге 65-се һанында Земфира Таһированың «Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Урындарҙа ла йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһенә ҡағылған был мәҡәлә резонанс тыуҙырыр, тип көткәйнем. Үкенескә күрә, ике яҡтан да темаға иғтибар биреүсе тойолманы. Автор фекерҙәрен ҡеүәтләп, бер-ике кәлимә еткермәксе булдым. Әлбиттә, мин бер яҡты ла ғәйепләргә йыйынмайым, сөнки төп сәбәп етлекмәгән законда һәм выжданда. Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙ өсөн дә закон бер һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай булмай сыға. Сөнки кемдәрҙелер йәше тулыр-тулмаҫтан пенсияға оҙатыу яғын хәстәрләй һалалар, ә бәғзеләр, бигерәк тә етәксе урындағылар, йылы урынында ултырыуын оло йәшкәсә дауам итә. Әлбиттә, күптәренең тәжрибәһенә, абруйына, ҡаҙаныштарына һүҙ тейҙерерлек түгелдер ҙә. Шулай ҙа был законды һанға һуҡмау ғына түгел, уға буйһонмау була түгелме?

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты Башҡортостан

    Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡтыНурислам Кирәев Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләп йөрөгәндә киләсәктә сауҙагәр булып китермен тип һис уйламағандыр, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ижтимағи-социаль үҙгәрештәр уның тормошона ла үҙ төҙәтмәһен индерә. Нурислам һөнәрен эшҡыуар­лыҡҡа алмаштырырға ҡарар итә. Ул ваҡытта атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән була. Егет уға ярҙамлаша башлай. Шулай итеп, аталы-уллы ике йылда 12 баш умартаны 40-ҡа еткерәләр. Нурислам балды Өфө­гә алып барып һата. Ингән аҡсаны эшкә «ебәрә». Төр­киә­нән кейем-һалым алып ҡайтып һата. Ғаиләне тәьмин итерлек кимәлгә еткәс, күптән яратҡан ҡыҙы Дилараға өйләнеп, ғаилә бизнесын ойошторалар. Тәүҙә йәш ғаилә баш ҡалала йәшәй.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡарбуз, ҡауын һәм нитрат Сәләмәтлек

    Танһыҡ та ҡанһын, организм витаминдар менән дә тулыланһын тип ҙу-у-р ҡарбуз алғайныҡ. Тик уны рәхәтләнеп ашарға ғына яҙманы – эсе ҡып-ҡыҙыл да түгел, етмәһә, ниндәйҙер һарғылт юлаҡтар күренгеләй. Баҡтиһәң, ҡарбуз эсендәге һарғылт юлаҡтар унда нитраттың артыҡ булыуы тураһында һөйләй икән. Ә бит беҙ емеш-еләкте, тәмле лә, файҙалы ла тип ышанып, ҡиммәт хаҡҡа алабыҙ. Матур булып теҙелеп ятҡан емеш-еләктә ниндәйҙер зарарлы матдәләр бар икән тип уйлағы ла килмәй. Тик уйларға тура килә шул: йә берәй танышыбыҙ серегән помидор ашап дауаханаға эләгә, йә 80 һумға алған персигыбыҙ тәмһеҙ булып сыға.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Юлдаш»ҡа уңыш юлдаш Иҡтисад

    «Юлдаш»ҡа  уңыш юлдашРим Ғәҙелшин – Бишбүләк райо­нында тәүге эшҡыуарҙарҙың береһе. Әле үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ сауҙа өлкәһендә үҙ аллы эшләп ҡарарға ниәтләй ул. Сөнки Рим Рауил улының был өлкәлә тәжрибәһе була. Алты йыл ҡулланыусылар кооперацияһы рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эшләй. Бөгөн «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй.
    Тәүҙә ул район үҙәгендә бәләкәй генә киоскыны ҡуртымға алып, көнкүреш тауарҙары һата башлай. Бер нисә йылдан үҙ эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында өс ҡатлы «Уют» мебель магазинын төҙөтә. Мебелде Ульяновск, Ижевск ҡалаларынан, Ростов өлкәһенең Волго­донск ҡалаһынан ҡайтарта.
    – Мебелгә һорау ҙур, – ти етәксе. – Сөнки районда әлегә ундай сауҙа нөктәләре һанаулы ғына. Тауарҙы бер нисә айға оҙайлы түләү шарты менән һатабыҙ.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатлы йәшелсә-емеш һайлау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр Сәләмәтлек

    Иң мөһим ҡағиҙә – йүнле тауар арзан булмай!
    Эштән ҡайтып барышлай юл ситендә, юлды ер аҫтынан сығыу урындарында арзаныраҡ хаҡҡа емеш алып отолмаған кеше ҡалдымы икән? Ҡышын, имеш, «туңдырып» һатҡан хөрмә емештәре серек булып сыға, етмәһә, бик йыш ҡына күмәртәләп һатыу баҙарҙарынан сығарып ташлан­ған йәшелсә-емеште арзанға бирәләр. Баҙарҙан ситтә алып барылған сауҙала ҡулланыл­ған үлсәүҙәрҙең дөрөҫ үлсәүенә ышаныу ҙа көлкө тойола.
    Йәшелсә-емеш һайлағанда уртаса ҙурлыҡтағыларына иғтибар итегеҙ.
    Тәбиғәт мөғжизәләргә ни тиклем генә бай булһа ла, емеш-еләктең артыҡ ҙурлығы һәр ваҡыт тиерлек химикаттарға бәйле була. Ә инде артыҡ бәләкәстәр йә сирле, йә бөтөнләй етлекмәгәндәр иҫәбенән.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар – ауылдың киләсәге Башҡортостан

    Улар –    ауылдың   киләсәгеКүптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
    Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru