Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Атың булһа, ил таный
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Велоспортсыларыбыҙ ике сарала ҡатнашасаҡ Яңылыҡтар » Спорт

    Август башында Ленинград өлкәһенең Сосновый Бор ҡалаһында үтәсәк Рәсәй йәштәренең велоспорт-маунтинбайк буйынса II йәйге спартакиадаһында Башҡортостандан Вячеслав Ахмаметьев, Николай Курнов, Максим Кондрашов, Кирилл Егоров, Рәмил Халиков һәм Артур Шайморатов республика данын яҡлаясаҡ. Улар шулай уҡ 10 – 16 августа Санкт-Петербургта үткәреләсәк велосипед спорты буйынса финал ярыштарында ла ҡатнашасаҡ.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ Сәйәсәт

    24 сентябрҙә Дүртөйлө районы муниципаль район советы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы муниципаль районы хакимиәт башлығы вазифаһына контракт буйынса ХӘЙРУЛЛИН Ринат Мәсғүт улы тәғәйенләнде.
    Совет ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.
    Ринат ХӘЙРУЛЛИН 1958 йылда Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып башлай.

    авторы: admin | 10 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыйғыла – яңы башлыҡ Сәйәсәт

    Үрге Ҡыйғы ауылында Ҡыйғы районы муниципаль район советы ултырышы үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тура­һын­да мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Наил Рафаил улы Ибраһимов тәғәйенләнде.
    Наил Ибраһимов 1973 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң РФ Һаҡлыҡ банкыһының Ҡыйғы бүлексәһендә эшләй. 2000 – 2002 йылдарҙа – РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлыҡтың Ҡыйғы районы буйынса һалым инспекцияһы етәксеһе.

    авторы: admin | 10 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән Башҡортостан

    Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡор­тостанда 418 урман янғыны теркәлгән – ут ялмап алған дөйөм майҙан 8550 гектар тәшкил итә.
    Әлеге ваҡытта республикала 17-гә яҡын урман янғыны артабан таралыуҙан туҡтатылған. Янғындарҙың күп өлөшө Урал аръяғы райондарына һәм республиканың таулы төбәгенә тура килә. Белгестәр фекеренсә, урман янғындарының төп сәбәбе – ямғырһыҙ килгән йәшен.
    Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә урман янғындары ауылдарға барып етеп, меңәрләгән кешене йортһоҙ ҡалдырған. БР Урман хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, был хәл Башҡортостанда етди контролдә тотола һәм халыҡҡа борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Шулай ҙа ут менән һаҡ булырға һәм урманға походҡа сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеген оноторға ярамай.

    авторы: admin | 9 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Машинаның тәҙрәләрен артыҡ ҡараңғылатмағыҙ Иҡтисад

    Автомобиленең алғы быялаһын артыҡ ҡарайтыусыларға штраф һалынасаҡ. Штрафтың суммаһы – 500 һум. Алғы быяланың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
    РФ Административ кодексының 12,5-се статьяһына индерелгән үҙгәртеү үҙ көсөнә инде. Техник регламентҡа ярашлы, алғы ишектәрҙәге быялаларҙың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге — 70 проценттан, автомобилдең башҡа тәҙрәләренеке 60 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

    авторы: admin | 8 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru