Йоҡлағанға өлөш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Тәмле
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уйнай ҙа, еңә лә беләбеҙ, етәксе генә кәрәк… Яңылыҡтар » Спорт

    Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ та инде... Берәй нәмә эшләһәләр, йә еңһәләр, маҡтанырға, етәкселәрен күккә сөйөргә әҙер генә тора! Эш боҙһалар, сәбәбен эҙләмәй, шунда уҡ уны эттән-эткә һалып һүгеп, тибергә генә торалар. Һүҙ хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Вячеслав Быков хаҡында. Уның бит, батып барған Рәсәй хоккейын һаҙлыҡтан ҡотҡарып, элекке исемен ҡайтарырға көсө етте. Иҫләй китһәң, Вячеслав Аркадьевич килгәнгә тиклем Рәсәй хоккейсылары сирекфиналдан да ары үтә алмай ыҙаланды. Уйынсылар бар, ә улар менән уртаҡ тел таба алыусылар булмағанлыҡтан, команда үҙен лайыҡлы күрһәтә алмай этләнде.

    авторы: admin | 30 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен Мәғәриф

    Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
    Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ветеран уҡытыусылар башҡорт теле уҡытыу­сыһы булыуҙың, башҡа фән уҡытыусыларынан айырмалы рәүештә, үтә лә яуаплы һөнәр булыуын билдәләп үтте. «Әсә теле уҡытыусыһы – ул тел һаҡсыһы, милләт һаҡсыһы, үҙ халҡының патриоты булырға тейеш», – тине ул.

    авторы: admin | 25 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
    Килде бит бына илһам!
    Тас булһа ла алырмын тип,
    Таҡмаҡ яҙып ултырам.

    Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
    Шәп уйҙар килә башҡа.
    Ҙурға өмөт итеп булмай,
    Өмөт итәмен тасҡа.

    авторы: admin | 18 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЙ-ҺАЙ, АУЫР МАЛ АҪРАУЫ... Башҡортостан

    Земфира Ҡолмөхәмәтова, шәхси ҡураһында яңғыҙы ғына мал аҫрай:
    – Малды һатыу – бик мәшәҡәтле эш. Һа­тып алыусы уны аҫрау өсөн тере килеш кенә алып китһә – ни әйттең дә бит! Тик күпселек ос­раҡта малды иткә әйләндереп һатырға тура килә. Бының өсөн 4 – 5 кешене мал һуйыр­ға саҡыраһың, ә улар һиңә бушҡа эшләйме ни? Алдан уҡ әллә күпме аҡсаң сыға.
    Быйыл бесән юҡ тип әйтергә була. Шуға ла нисә һумға алһалар – шул хаҡҡа һатырға әҙер­­мен, малҡайҙарым ябыға ла башланы, ятып ҡына үләләр инде! Мал-тыуарҙы үҙемдең көс менән һуйып, баҙарҙа һатып торорға ла, хаҡтар күтәрелгәнен көтөп ятырға ла мөмкинлегем юҡ. Һыйырымды берәйһе аҫрар өсөн алһа, һәйбәт булыр ине – бигерәк һөтлө.
    Мал аҙығын ситтән һатып алыу ҙа минең өсөн ауыр хәл – аҡсам юҡ. Етмәһә, баламды уҡырға ебәреү өсөн мал һатып ҡына аҡса эшләү юлы бар.
    Шулай ҙа итте килоһын 100 һумдан да кәмгә һатырға тура килмәһен ине.

    авторы: admin | 15 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru