Күҙ - ҡурҡаҡ, ҡул - батыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Мин тормошто һайлайым
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Моңло гармун һыҙҙыра.
    Йоҡлағандар, күп эскәндәр
    Ғүмерен бушҡа уҙҙыра.

    Яңы йыл кисендә берәү
    Тудый-судый әйләнә.
    Ниндәй йыл килгәнен
    белмәй,
    Һәр кешегә бәйләнә.

    авторы: admin | 28 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Зәңгәр яғыулыҡ»ҡа хаҡ артты Иҡтисад

    Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса комиссияһы «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 2010 йылда халыҡҡа һатасаҡ тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтарын билдәләне.
    Комиссия мәғлүмәттәре буйынса, «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа хаҡтар яңы йылда ике тапҡыр үҙгәрәсәк. 1 ғинуарҙан республика халҡы, газды тотоноуҙы иҫәпкә алыу приборҙары булһа, кубометры өсөн – 2 һум 60 тин, ә 1 апрелдән 2 һум 99 тин түләйәсәк.

    авторы: admin | 27 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибайҙарға – Яңы йыл бүләк Яңылыҡтар

    Үткән йылдың һуңғы көндәрендә Сибай ҡалаһында реконструкциянан һуң Балалар ижады үҙәге һәм бассейн тантаналы асылды. Был мөһим сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Сибайҙа Балалар ижады үҙәге лә, бассейн да 1986 йылда уҡ төҙөлгән булған, шуға ла бассейн заман талаптарына яуап бирмәй башлаған. 2006 йылда бинаның күпселек өлөшө, файҙаланыуға ярамағанлыҡтан, ябылған.
    Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә биналарҙың икеһе лә тулыһынса ремонтланған, тирә-яғы ла тәртипкә килтерелгән. Дөйөм алғанда, Сибай халҡы өсөн мөһим булған был объекттарҙы яңыртыуға 40,3 миллион һум аҡса тотонолған. Аҡсаны республика бюджеты ла, бағыусылар ҙа бүлгән.

    авторы: admin | 26 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    (Иң йәш ҡоҙағыйға)
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Тәмле төштәрен күрә:
    Имеш, яңы йылдан башлап
    Уның ҡоҙаһы түрә.

    Ҡулда «ҡатырға» булһа ла
    Эш табыуҙары ҡыйын,
    Әлдә әле ҡоҙалар бар –
    Табалар ҙа һуң яйын.

    авторы: admin | 24 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Медицинаның мөмкинлектәре арта Сәләмәтлек

    Йөрәк сирлеләр Рәсәй баш ҡалаһы табиптарының консультацияһын телеэкрандан алыу мөмкинлегенә эйә булды.
    Яңыраҡ Республика кардиология диспансерында телемедицина үҙәге асылды. Хәҙер Мәскәүҙең әйҙәүсе медицина белгестәренә күренеү өсөн унда барыу ҙа кәрәкмәй – Өфөлә яңы асылған үҙәк сирлеләргә алыҫтан тороп консультация бирә.
    Тәүге телекүпер кардиодиспансерҙы Мәскәүҙәге Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәгендәге хеҙмәттәштәре менән бәйләнешкә индерҙе. Быға тиклем Башҡортостанда бындай телеүҙәктәр менән Республика клиник дауаханаһы, Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Мораҡ дауаханалары ғына маҡтана алһа, киләсәктә

    авторы: admin | 23 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хуш киләһең, рамаҙан! Башҡортостан

    амаҙан – мосолман календарының туғыҙынсы айы. Күптәр Рамаҙан айын ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Тик был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш. Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткән­дәр­ҙең гонаһтары янғандай юҡҡа сыға.
    Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе. Тимәк, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем ураҙа тоторға тейеш. Әлбиттә, күптәр: «Ураҙаның мәғәнәһе нимәлә икән һуң, ашамай тороуыбыҙҙан Хоҙай Тәғәләгә ни файҙа?» – тигән һорау бирер. Хоҙай Тәғәләнең беҙҙең ашау йәки ашамауға мохтажлығы юҡ.

    авторы: admin | 21 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡортостандың социаль картаһы» тәүге еңеүсе Яңылыҡтар

    Республика Хөкүмәте тарафынан атҡарылған автоматлаштырыл­ған «Башҡортостандың социаль картаһы» мәғлүмәти системаһы проекты халыҡ-ара «OSCARDS 2009» инновацион банк продукттары конкурсы еңеүселәре иҫәбенә индерелгән
    Абруйлы конкурста 15 категория буйынса 500-ҙән ашыу банк продукты ҡатнашҡан. Шуларҙың 17-һе еңеүсе тип танылған. «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты «Хеҙмәттәр» категорияһында «Иң яҡшы инновацион банк продукты» премияһына тәҡдим ителгән.

    авторы: admin | 20 ноября 2012 | | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Гөлсимә РИЗУАНОВА, «Йәшлек»тә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
    – «Йәшлек»кә егерме йәш. Ҡасан ғына, йәштәр өсөн башҡортса гәзит сығарабыҙ, тип янып йөрөгән кеүек инек. Гәзит тәүге һанынан уҡ заман һулышы менән «тын алды», күп ваҡиғаларҙың башлаусыһы булып сығыш яһаны. Халҡыбыҙ тарихын йәмәғәтселеккә еткереүҙе теүәл үтәне.
    Ауыл һәм эшсе йәштәр бүлегендә эшләгән осоромда командировкаларға йыш йөрөү күңелдә яҡты хәтирә булып уйылып ҡалған. Йәштәр гәзитенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең хоҡуғын яҡлап күп сығыш яһаныҡ. Еңеүҙәр ҙә байтаҡ ине. «Йәшлек» сыға башлаған йылдарҙа фиҙакәр эшләүсе тәүге составтың тырышлығы менән гәзит киләһе йылға ҡырҡ биш мең дана тираж йыйҙы!

    авторы: admin | 16 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru