Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Донорҙар шәмбеһе» иғлан ителә Сәләмәтлек

    7 августа республиканың ҡан хеҙмәте бүлектәре булған барлыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ла донорлыҡты пропагандалау буйынса «Донорҙар шәмбеһе» акцияһы үтә.
    Уның барышында көндөң тәүге яртыһында ҡан бирергә теләүселәрҙе ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Ҡан тапшырыу өсөн 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге граждандар саҡырыла. Үҙең менән паспорт алып килеү мотлаҡ.
    Мәҫәлән, Республика балалар клиник дауаханаһында поликлиниканың 3-сө ҡатында иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем ҡан тапшырырға мөмкин. Бында Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында пропискала торған граждандар ҡан тапшыра ала.

    авторы: admin | 14 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәктәрендә Башҡортостанға оло һөйөү йөрөтә Рузелар нәҫеле Башҡортостан » Хәтер

    Eл ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше Ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә Ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай Ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.
    Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.

    авторы: admin | 9 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика йылы «Йәшлек»тән башлана! Башҡортостан

    Тап 20 йыл элек республикабыҙ халҡы «Йәшлек» гәзитенең тәүге һанын ҡулға алды. Бөгөн беҙ, һис икеләнмәйенсә, баҫма башҡорт халҡының өмөтөн, ышанысын аҡланы, тип әйтә алабыҙ. Үткән 20 йыл дәүерҙә тик «Йәшлек»тә башланып, республика кимәленә күтәрелгән конкурс, премия­ларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Редакция коллективы ла, баш мөхәррирҙәр ҙә алмашынып торҙо, тик гәзит ысын халыҡ баҫмаһы булыуҙан туҡтаманы. Тиражыбыҙ ҡайһы бер йыл­дарҙа 45 мең дананан артты. Шулай уҡ ҡайһы ваҡыт, үтә сәйәси гәзиткә әйләндегеҙ, тип беҙгә үпкәләп, «Йәшлек»тән баш тартҡандар ҙа булды. Бөгөнгө һанды иһә 16503 уҡыусыбыҙ ҡулына аласаҡ. Тап һеҙҙе гәзиттең иң тоғро дуҫтары тип иҫәпләйбеҙ. Бөгөнгө конкурентлыҡ заманында «Йәшлек»те һайлағанығыҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
    Шулай уҡ оло рәхмәтебеҙ 20 йыл элек башҡорт халҡының үҙ аллы йәштәр баҫмаһы булһын, тип янып-көйөүсе элекке хеҙмәткәрҙәребеҙгә.

    авторы: admin | 7 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат КӘРИМОВ, «Йәшлек»тең элекке яуаплы сәркәтибе, яҙыусы, тәржемәсе, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире:
    – Уҙған быуаттың аҙағында башҡорт телендә үҙ аллы йәштәр гәзите сыға башлауы беҙҙең өсөн бик һөйөнөслө булды. Үҙ телебеҙҙә гәзит булырына 70 – 80-се йыл­дарҙа уҡ өмөт итә инек. Ниһайәт, 90-сы йылдар башында «Йәшлек» йәштәр гәзите сыға башланы. Уның тәүге һанынан уҡ халыҡҡа сығара башлау эшендә ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ни тиһәң дә, ул саҡтарҙа гәзит сығарыу бик еңелдән булманы. Журналистар, хәбәрселәр, материалдар туплау кеүек эштәр күберәк минең – яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған кешенең өҫтөндә ине.

    авторы: admin | 6 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru