Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шиғырҙар. Миңһылыу Ишемғулова Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Көн йылытҡас, көнгә
    бағып,
    Үҫеп буйҙар еткерҙем.
    «Йәшлек»-шоу»ҙа
    ҡатнашырға
    Фоторәсем ебәрҙем.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Зөбәйлә Фәтиева Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Көнбағыштар сәстем яҙын,
    Баҡсаларым тултырып.
    Симешкәләр сиртермен, тип,
    Ҡышҡы кистә ултырып.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Миңзәлә Монасипова Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Эҫе көндәрҙең еткәнен,
    Баҫыу кипкәнен тоям.
    Иртән ҡояш ҡаршылайым,
    Кисен оҙатып ҡуям.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Мин көнбағыш – ҡояш ҡайҙа,
    Шунда башымды борам.
    Бик ҡыҙҙырғас оло ҡояш,
    Эшләпә кейеп торам.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Ғәлимйән Нәжметдинов Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Селләнең ҡурмастай көнө,
    Эҫе бәкәлгә һуға,
    Башҡа эҫе һуҡмаһын тип,
    Эшләпә кейҙем шуға.

    авторы: admin | 25 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йомаҡ Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡыҙыу ураҡ осоро. Баш мөхәррир, киләһе һанға репортаж кәрәк, тигәс, фотограф менән районға киттем. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, килеүҙең маҡсатын белгәс, ҡосаҡлап алды.
    – Уборка гөрләп бара, тап беҙгә килеп, бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ана, «Алға» йәмғиәтенең Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан уртаса 50 центнер алалар, шунда барырһығыҙ, – тип, арҡанан дөпөлдәтеп һөйҙө.
    Был яҡтарҙа бик ихлас кешеләр йәшәй икән. Район үҙәгендә иң шәп ресторанға барып, ошо төбәк менән беҙҙең гәзит араһында бөрөләнеп килгән дуҫлыҡты затлы коньяк тултырылған бокалдар сыңы менән нығыткас, замана мичуринсылары янына йүнәлдек.

    авторы: admin | 24 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе – һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.
    ***
    Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.
    ***
    Донъялағы иң ҙур аквариум шулай уҡ Флорида штатында. Ул 1986 йылда асыла. Унда 90 төрлө өс мең балыҡ бар.

    авторы: admin | 24 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йомортҡа менән ҡыҙҙырылған һарыҡ ите Сәләмәтлек

    Йомортҡа менән ҡыҙҙырылған һарыҡ ите500 г ит, 1/3 стакан үҫемлек майы, 250 г йәшел һуған, 200 г башлы һуған, ярты литр әсегән һөт, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы он, 2 стакан һыу йәки һурпа, тоҙ, борос.
    Итте 4х5 см ҙурлығындағы шаҡмаҡ рәүешендә турарға, онда әүәләп, табала ҡыҙҙырырға ла икенсе һауытҡа бушатырға. Туралған башлы һәм йәшел һуғанды көршәккә һалып, биш минут бешереп алыр­ға. Аҙаҡ итте һалып, 25 минут бешерергә, шунан һыу йәки һурпа өҫтәргә, тоҙ, борос һалырға һәм һауытты духовкаға ҡуйырға. Һурпа яртылаш кәмегәс һәм ит йомшарғас, һаҡлыҡ менән генә әсегән һөттә болғатылған, тоҙ өҫтәлгән йомортҡаны ҡушырға. Тағы 2 минутҡа духовкаға ҡуйып алырға.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru