Һыу бешеү менән май сыҡмай, һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Беренсе мөхәббәт
  • Янылыктар
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    КроссвордГоризонталь буйынса: 5. Математик һорау. 6. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙе теләгәнсә тәьҫир итеүсе кеше. 10. Ярыш уйындарындағы отошто һанау берәмеге. 11. Ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт. 12. Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, «иҫертә» торған еҫле үлән. 15. Был айҙа ҡаты hыуыҡтар булhа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы була. 16. Йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ аяҡ кейеме. 18. Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш. 19. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. 20. Юлсыларҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнгән кеше. 24. Энцефалит бөжәге. 25. Ылаш ашамлығы. 26. Галифе нимә ул? 30. Йылтыр шыйыҡ ауыр металл. 32. Дөйәнең «эйәре». 33. Балтаның тупаҡ яғы. 34. Йөҙҙө ҡарайтҡан хурлыҡлы хәл. 35. Көйләп уҡыла торған халыҡ шиғыры.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Етәксе бүлеккә килеп инә лә:
    – Бөгөн һеҙгә өсөнсө тапҡыр инәм һәм өсөһөндә лә берегеҙҙең дә бер нәмә лә эшләмәй, тик ултырыуын күрәм. Быны нисек аңларға? – ти.
    – Бөтә хикмәт шунда: һеҙҙең ботинкаларығыҙҙың табаны бик йомшаҡ, – тип ысҡындырған бер хеҙмәткәр.

    * * *
    Ҡот осҡос авариянан һуң водитель аңына килә һәм:
    – Мин ҡайҙа? – тип һорай.
    – Егерме бишенселә, – тиҙәр уға.
    – Дауаханаламы, әллә камераламы? – тигән ир.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын Башҡортостан

    Һуңғы йылдарҙа беҙ «башҡортостандар» тигән һүҙҙе ғорурлыҡ менән, бик йыш телгә алабыҙ. Үткән дәүер­ҙәрҙә лә ошо уҡ мәғәнәне аңлатҡан был төшөнсә 1990 йылдың 11 октябрендә үҙенең эске тормошон үҙ аллы ойоштороуға йүнәлтелгән декларацияны иғлан итеү менән легитимлыҡ алды. Республиканың федератив система эсендә үҙ дәүләтселеген яңыртып төҙөүендә башҡорт халҡының тарихи урынын баһалау менән бер рәттән, беҙ быуаттар буйы үҙебеҙ менән йәнәш иген баҫыуҙарында ла, һуғыш ҡырында ла ғәжәйеп ҙур ярҙам күрһәткән бүтән ҡәүемдәрҙе лә рәхмәт тойғоһо менән телгә алабыҙ. Әсе тир һәм изге ҡан менән береккән яҙмыштар – айырылғыһыҙ.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өнөммө был төшөммө Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яңы йылда төрлө мөғжизәләр килеп сығырға тейешлегенә кешеләр шул тиклем ышана, хатта байрам көнөндә күргән төштәрен дә ысынға ала башлағандар. 2 ғинуарҙа Учалы ҡалаһында газ өлкәһендәге аварияларҙы теркәүсе телефон хеҙмәтенә бер ҡатын шылтыратҡан һәм Ту-134, ә, бәлки, Ту-104 самолетының багажына бомба һалыныуы, 200 пассажирҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуы хаҡында хәбәр иткән. 10 минут үткәс, ошо хәбәрҙе бер ир кеше шылтыратып һөйләгән, ул инде үҙенең исем-шәрифен, адресын да йәшереп тормаған. Тикшереү һөҙөмтәһендә шул асыҡланған: шылтыратыусылар ирле-ҡатынлы булған.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ Башҡортостан

    4 – 5 сентябрҙә баш ҡаланың Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда VII махсуслаш­тырыл­ған башҡорт балы сауҙа-күргәҙмәһе уҙасаҡ.
    Йәрминкәлә умартасылар тәҡдим иткән татлы ризыҡтың һәммә төрөн – сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балын һатып алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, халыҡҡа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланылған башҡа төр умартасылыҡ продукцияһы ла тәҡдим ителәсәк.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш таланттар, һеҙ ҡайҙа? Башҡортостан

    2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына конкурс 2010 йылдың 11 ғинуарынан 1 апреленә тиклем үтәсәк.
    Бер автор йәки кәмендә биш кешенән торған ижади коллектив премия лауреаты була ала. 16 йәштән 35-кә тиклемгеләр был премияға дәғүә итә. Уға баҫмаларҙа донъя күргән әҙәби, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте өйрәнеү әҫәрҙәре, концерттарҙа һәм күргәҙмәләрҙә, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа, радио һәм телевидение буйынса йәмәғәтселеккә күрһәтелгән һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте әҫәрҙәре, файҙаланыуға тапшырылған объект рәүешендәге архитектура өлкәһе әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

    авторы: admin | 19 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    1 ғинуарҙан республика дәүләт учреждениелары белгестәре санатор-курорт дауалауға бушлай путевкалар менән тәьмин ителә башлаясаҡ. Улар бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә һәм айлыҡ ғаилә килемдәре йәшәү минимумы күләменән өс тапҡырға артмаған осраҡта бүленә. Был хоҡуҡ хеҙмәткәргә өс йылға бер тапҡыр бирелә.
    3-нән 4 ғинуарға ҡарата республикала янғында бер кеше йәрәхәтләнгән, дүрт кеше һәләк булған. Ике кешенең ғүмерен өҙгән «ҡыҙыл әтәс» Белорет районының Үҙән һәм Ауырғазы районының Болотино ауылдарында теркәлгән. Йәмғеһе был көндә республикала ун биш янғын сыҡҡан, уларҙа 678 мең һумдан ашыу зыян күрелгән, 2,39 миллион һумлыҡ милек һаҡлап алып ҡалынған.

    авторы: admin | 18 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ала һәүкәшем һау булһа, Пүстәк миңә кризис!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йыл кисәһендә
    Саманы бел, батып ҡуйма
    Араҡы шешәһенә.

    Моң батшаһы ҡурайым,
    Бәке менән һырлайым.
    Ишетәһеңме, кейеҙ ҡолаҡ,
    Һиңә төртөп йырлайым.

    авторы: admin | 14 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru