Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Дәрестә
  • Бәхетле инәй
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Йыланлы урын
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Василий Якеменконан Рәхмәт хаты килде. Унда Мортаза Ғөбәйҙулла улына йәштәрҙең башланғыстарын үҫтергәне һәм йәш таланттарҙы күтәргәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелә. Хатта билдәләнеүенсә, федераль агентлыҡ тарафынан Красноярск ҡалаһында дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән профессиональ оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсында Өфө вәкилдәренең юғары һөҙөмтә күрһәтеүе тураһында ла әйтелә.

    авторы: admin | 14 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йүнселдәр йүнен күрә Башҡортостан

    Йүнселдәр  йүнен күрә Егәрленең ҡулы етәү: әле лә, пенсиялабыҙ, тип тормай, егерме сутый картуф, биш сутый мал сөгөлдөрө үҫтерәләр, баҡса тулып емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән. Ғаилә ҡорғандан алып, бер-береһенә һалышмай, һәр саҡ бергә берҙәм йөктө тартҡанға тормоштары ла етеш, донъялары сынъяһау.
    – Хеҙмәт һөйһәң, донъя алға бара инде ул. Мине биш-алты йәштән күбә тарттырырға ҡушып ҡуйҙылар, хатта бесән башына менеп, йәшенеп тә ҡарай инем, барыбер табып, атты тоттороп ҡуя торғайнылар, – тип бала сағын иҫләп, йыл­майҙы ғаилә башлығы. – Шунан бирле тик торған бер көн булманы, буғай.

    авторы: admin | 13 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донья яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Сахалинда дүрт тәүлек рәттән ҡоторонған ҡар шыуыуы, сатнама һыуыҡтар халыҡтың ҡотон алды. Автотрассаларҙа бик күп машина көрткә күмелеп ҡалған. Ҡар машиналарҙы шул тиклем тиҙ ҡаплап киткән, хатта улар­ҙан кешеләр сығып та өлгөрмәй ҡалған. Әле һаман да машиналарҙы көрттән сығарыу эше дауам итә. Юлдарҙа ҡамауҙа ҡалған кешеләргә икмәк, һыуҙы ҡарйөрөгөстәрҙә килтергәндәр. Юлдарҙы көрт күмеп китеүе һөҙөмтәһендә Сахалин өлкәһенең ҡайһы бер райондары аҙыҡ-түлекһеҙ тороп ҡалған. Етмәһә, төбәктә ҡаты һыуыҡтар башланып, 2 меңдән ашыу кеше утһыҙ тороп ҡалған. Байрамда йорттарҙы йылытыу менән дә проблемалар килеп сыҡҡан.

    авторы: admin | 13 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Аяҡ һуҙып ултырған.
    Бүләккә ҡоҙа тоҡсайға
    Шором-бором тултырған.

    Ярты метр таҫма һалған,
    Тараҡ һалған биш һумлыҡ.
    Ҡоҙағыйҙың сәсе лә юҡ
    Тарап сәсмәү тағырлыҡ.

    авторы: admin | 7 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Беҙ – «Йәшлек» иленән!Ниязбай Булатбай улы СӘЛИМОВ, «Йәшлек»тең 1994 – 97 йылдарҙағы баш мөхәррире, хәҙер Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеге мөдире:
    – Йәштәр өсөн тәғәйен саф башҡорт телендәге гәзитте ойоштороу эше ябайҙан булманы, тип билдәләр инем. Айырым башҡорт гәзитен сығарыу тураһындағы фе­керҙе 1989 йылда «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең ултырышында еткерҙем. Унда халҡыбыҙҙың билдәле, милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған шәхестәр йыйылғайны. Шунда бөтәһе лә был фекерҙе күтәреп алды! Ни тиһәң дә, дубляж хәлендә сыҡҡан гәзит телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың мәртәбәһен тотоп торорлоҡ, күтәрә алырлыҡ баҫма түгел ине.

    авторы: admin | 6 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Беҙ – «Йәшлек» иленән!Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА, шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
    – Тарихты төҙәтеп тә, үҙгәртеп тә, заманғамы, кемдеңдер теләгенәме яраҡлаштырып та булмай. Тарих биттәрен онотторорға маташыу ҙа, иҫкә алмаҫҡа тырышыу ҙа файҙаһыҙ. «Йәшлек» гәзите тарихы менән дә шул уҡ хәл. Уның инде үҙ тарихы, үҙ үткәне, үҙенеке генә булған тәүге мөхәррире, тәүге хеҙмәткәрҙәре, тәүге һандары, тәүге тиражы, тәүге уҡыусылары бар. Мин шул тәүгеләр рәтендә булыуым менән ғорурланам. «Йәшлек»кә эшкә мине уның тәүге мөхәррире Батыр Назарғолов саҡырҙы. Башта мин әҙәби бүлек мөдире, унан яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым. «Йәшлек» элекке рус телендәге «Ленинец»тың дубляжы булған «Ленинсы»нан үҙ аллы башҡорт телендәге баҫма булып үҫеп сыҡты, һәм уның тәүге хеҙмәткәрҙәре лә ошо дубляждыҡы ине.

    авторы: admin | 5 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көслөнөкө түгел, белемленеке замана» Мәғәриф

    Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, үҙенсә данлыҡлы. Күгәрсен районы ошо йәмле төбәктәр араһында айырым урынды биләй. Күгәрсен тиһәң, күҙ алдына бәрәкәтле ергә ереккән ябай, ихлас кешеләр, боронғолар аманатын бөгөнгө быуынға еткереүсе ил инәләре, ир намыҫы – ил намыҫы, тип йәшәүсе ил ағалары, илһөйәр, телһөйәр йәштәр күҙ алдына баҫа. Ошонда тыуып үҫеп, ошо изге тупраҡта тәпәй баҫҡандар бер-береһенә ылығып бара, ҡыуанысын да, хәсрәт-хәстәрҙәрен дә бүлешә.
    Былтыр декабрь аҙағында баш ҡалала төпләнгән яҡташтар һәм белем эстәү маҡсаты менән Өфөгә юлланған йәштәр өсөн «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы күркәм осрашыу уҙғарҙы. Кисәне асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов залда йыйылыусыларҙы республикала эшләгән йәштәр программалары менән таныштырҙы, студенттарҙы күберәк мәғлүмәт тупларға, аралашып йәшәргә, белемле булырға саҡырҙы.

    авторы: admin | 4 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар

    [img=left]img=left]http://www.yeshlek-gazeta.ru/uploads/1356010862_k.jpg[/img]Лилиә ҠӘЙЕПОВА, шағирә, драматург, «Йәшлек»тең элекке хеҙмәткәре:
    1989 йылда Өфөгә килеп, тәүҙә бер аҙ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгәс, үҙ теләгем менән «Йәшлек» гәзитенә күстем. Ул саҡта, моғайын, йәшлек дәрте ташып торған яңы коллектив һулышын тойғом килгәндер. Ысынлап та, беренсе көндән үк «ҡайнап торған» ваҡиғалар диңгеҙенә сумдым. Беҙ, шағирә Тамара Юлдашева менән, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген алып барҙыҡ. Көн һайын яңы тамаша, мәҙәни саралар, спектакль, концерттар… Ҙур уңыштарға ирешкән йәш таланттар менән һөйләшеүҙәр… Яңы рубрикаларға исемдәр уйлайбыҙ, яңы конкурстар тураһында хыялланабыҙ. «Башҡорттарға гәзит сығарырға рөхсәт иттек тә, ана, уҡырлыҡ нәмә яҙмайҙар. Яҙҙырып алдырыусылары ла аҙ ғына», – тип әйтмәһендәр өсөн бар көсөбөҙҙө һалып тырышабыҙ.

    авторы: admin | 3 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru