Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙа Сәләмәтлек

    Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙаЯңыраҡ дуҫтар менән ял итергә Ырымбур өлкәһенең шифалы Илек күленә барғайныҡ. Шунда ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөж килеп торған яр буйында ике ир һөйләшә.
    – Нишләп ҡыҙыу бесән мәлендә эшләмәй бында ятаһың? – тип һорай түҙеп торғоһоҙ эҫе көньяҡ ҡояшында бешеп, һытылырға етешкән помидор битлеһе оҙаҡ ҡырынмауҙан сикәләрен төк баҫҡан йыуан ҡорһаҡлыһынан.
    – Эшләп нимә була? – Йыуан ҡорһаҡ һорауға һорау менән яуапланы.
    – Эшләһәң, һаламың була, бесәнең була. – Помидор биттең дә бирешкеһе килмәй, һаман ныҡышып-ныҡыша. – Мал аҙығын мул әҙерләһәң, һыйырҙарың, һарыҡтарың, ҡош-ҡортоң ишәйә. Ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, мал-тыуарыңды һатып, аҡса эшләйһең. Кеҫәң ҡалын булһа, бай булаһың, хужалығыңды киңәйтергә юл асыла. Шунан унда эшләргә кеше яллайһың. Башҡаларҙы ҡушып эшләткәс, байлығың тағы ла артҡандан-арта.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғалтһаң да табып була телефонды Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Йыш ҡына күҙәткәнем бар: мәктәп уҡыусыларының күбеһенең ҡулында – ҡиммәтле телефон. Ата-әсәләренән уҙҙырып, ниндәй генә телефон йөрөтмәй улар. Иң һуңғы модель аппараттарҙың мөмкинлектәрен ҡайҙан белеп өлгөрәләрҙер, иллә-мәгәр үҙҙәренә кәрәген һатып алдырта беләләр. Тәүҙәрәк баланың ҡиммәтле телефон йөрөтөүенә ҡырҡа ҡаршы инем. Юғалтыр. Юғалһа, са­быйҙың күпме йәне әсейәсәк. Һөйләшергә эшкинһә, етмәгәнме, тигән кеүегерәк уйҙамын. Хәйер, синыфташтары барыһы ла унар-ун бишәр мең һумлыҡ телефонлы булып бөткәс, яҡшы уҡығаны өсөн беҙ ҙә улыбыҙҙы бүләкләмәксе иттек. Баланың ҡыуа­нысына үҙебеҙ ҙә һөйөнөп, атаһы ҡиммәтле телефондарға ғына индереп була торған программа ҡуйҙы.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәләкәткә илтер сир Сәләмәтлек

    Томра эҫе, тынсыу, һауа етмәй... Был көндәр айырыуса юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар өсөн хәүефле. Шуға күрә табиптар был хаҡта әленән-әле иҫкәртеп кенә тора. Юғары ҡан баҫымы инфаркт, инсульт ауырыуына сәбәпсе булыуы мөмкин. Шуға күрә ҡан баҫымын түбән төшөрөү зарур. Ә инде быға ниндәйҙер препарат арҡаһында түгел, ә сәләмәт рацион йәки физик күнегеү ярҙамында өлгәшһәң – бигерәк тә яҡшы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың күпселеге тик дарыуҙарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Шулай ҙа, табип дарыу эсергә кәрәклекте билдәләгән хәлдә лә, сәләмәтлектәренә ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел. Һәләкәткә илтер сирҙән ҡайһылайтып һаҡланырға, нисек аяҡтан йығылмаҫҡа һуң?

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғыр һәм һүрәт Әҙәбиәт

    Шиғыр һәм һүрәтШиғыр һәм һүрәт
    Интернет донъяһы – сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даирә. Аралышыу, танышыу менән бергә яңы хистәргә лә унда урын етерлек. Бөрйән егете Зиннур Боҫҡоновтың һүрәттәре, фоторәсемдәре менән «осрашҡандан» һуң, һоҡланыу, әҫәрләнеү тойғолары шиғыр булып түгелде. Һеҙгә лә бер шәлкем тәҡдим итмәксемен.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ-шөғөл Иҡтисад

    Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ-шөғөлПилорама эсе таҙа. Ҡорамал да заманса. Рәзит ағай менән ҡул биреп күрешкәс, беҙҙең һорау буйынса ҡорамалдың нисек эшләгәнен күрһәтә. Төймәләргә баҫып, ниндәй ҡалынлыҡта бысырға, тигән бурыс ҡуйғас, ҡорамал автоматик рәүештә шул ҡалынлыҡты алды, һәм ағай кеше ҡорамалды ҡуҙғатып ебәрҙе.
    – Халыҡ киләме һуң? – тип һорайым.
    – Төҙөлөш хәҙер ҡайҙа ла шәп бара, киләләр. Йәштәр күркәм, иркен йорттарҙы үҙ итә бит.
    – Кубометрын күпме менән бысаһығыҙ?
    – 800 һум менән.

    авторы: admin | 23 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көслө заттың иң йомшаҡ урыны Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Йәш саҡта барыһына ла алһыу күҙлек аша ғына ҡарайһың. Яратышып өйләнешкән парҙар, ғүмер буйы изге хистәренә тоғро ҡалып, бер-береһен ҡәҙерләп, яратып, дуҫ-татыу ғына йәшәйҙер, тип уйлайһың. Әммә йәшәй-йәшәй, тормоштоң башҡа яҡтары ла күҙгә салына башлай. Ҡарап тороуға һин дә мин йәшәп ятҡан ғаиләләрҙең дә барыһы ла ал да гөл түгел икәнлегенә инанаһың. Ғаиләһе булып та, ирҙәр башҡа ҡатындарға йөрөй, ҡатындар иһә сит ирҙәр менән осраша. Элек тә булған ситтән «мөхәббәт» эҙләүселәр, әммә улар тыйнағыраҡ, әҙәплерәк булған, йөрөһәләр ҙә, ҡасып-боҫоп, халыҡтан оялып йөрөгән. Хәҙер иһә бигерәк асыҡтан-асыҡ йөрөйҙәр кеүек, айырыуса ҙур ҡалаларҙа бындай хәлдәрҙе аҙым һайын күҙәтергә мөмкин. Ирҙәрҙең бөтәһе лә йөрөй инде ул, йөрөмәгән ирҙәр бар тиһеңме – ҡатындарҙа ирҙәр тоғролоғона ышаныс ҡалманы ла, буғай. Шулай ҙа ирҙәрҙе сит ҡатындарға йөрөргә нимә этәрә һуң?

    авторы: admin | 23 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгәнем атай булыуҙан ҡурҡты Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Был яҙманы уҡығас, ҡайһы берәүҙәр, йылдар үткән, ниңә быларҙы иҫкә алырға инде, тип, мине ғәйепләргә ашығыр. Ләкин яҙмай ҙа булдыра алмайым. 1967 йылда институтта уҡып йөрөй инем. Бер кисәлә мине Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән егет менән таныштырҙылар. Ул ваҡытта, совет власы осоронда, беҙҙе интернационалист итеп тәрбиәләнеләр бит – егеттең урыҫ булыуына күҙ йомдом. Анатолий һәр имтиханымдан һуң аудитория алдында сәскә тотоп ҡаршылай башланы. Ҡала егетенең минең арттан йөрөүе битараф ҡалдырманы – уны яратып өлгөр­ҙөм. Сентябрь айында балаға уҙғанымды аңланым. Был турала әйтеүем булды – Толя юҡҡа сыҡты, башҡа беҙҙең ятаҡ эргәһендә күренмәне. Был әҙәмдең ни тиклем түбән йәнле булыуын шул ваҡытта ғына аңланым.

    авторы: admin | 21 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ифтар өсөн рецептар Сәләмәтлек

    Ифтар өсөн рецептарҠара емеш менән ит
    Ярты кило һарыҡ ите, 4 баш һуған, ярты ҡап аҡ май, ярты стакан он, 300 грамм ҡара емеш, шәкәр, дәрсен, тоҙ, ҡара борос.
    Ит йоҡа ғына оҙонса өлөштәргә бүленә. Бынан һуң тәүҙә аҡ майҙа һуған, һуңынан ит ҡыҙҙырыла. Иткә он, тоҙ, ҡара борос, дәрсен һибеп, саҡ ҡына тотоп торорға кәрәк. Табаға һыуына төшкән итте ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойоп, талғын утта бешерергә. Ит әҙер булыр­ға 20 минут самаһы ҡалғас, алдан ебетелгән ҡара емеште өҫтәргә. Өҫтәлгә дөгө менән бирергә мөмкин.

    авторы: admin | 18 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru