Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Июнь
  • Хужабикә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәүге ураҙам Башҡортостан

    Тәүге тапҡыр ураҙа тотоп ҡарағанымды иҫләйем – тәүҙә ураҙаның шарттары менән танышаһың. Аңлашылды – иртәнән кискә тиклем ашамайбыҙ, насар уйҙарға бирелмәйбеҙ, кешеләр менән үтә лә яғымлы һөйләшәбеҙ, изгелектәр генә ҡылабыҙ. Бөтәһен дә булдырырбыҙ кеүек, бына ас тороуы ғына ҡыйын булыр төҫлө.
    Ятаҡта әхирәтем менән таңдан торҙоҡ, бөтәһе лә йоҡлай, нимә ашарға, тип баш вата торғас, йомортҡа менән арзан ғына колбаса ҡыҙҙырырға булдыҡ (унда сусҡа итенең йә майының булыу мөмкинлеге тураһында уйлаған да юҡ...). Шаулап йөрөгән өсөн ҡыҙҙар­ҙан әрләнә-әрләнә ашап алдыҡ, йыуындыҡ, «Йәшлек»­тән ҡырҡып алынған доғаларҙы уҡып, яңынан йоҡларға яттыҡ. Уҡырға төштән һуң ғына барабыҙ.

    авторы: admin | 16 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсемде тарайым әле... Яңылыҡтар

    Август башынан барлыҡ бөҙрәханалар нигеҙләнеп эшләргә тейешле яңы санитар нормалар үҙ көсөнә инде. Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге предприятиелар өсөн талаптарҙы Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко раҫланы. Яңы ҡағиҙә хәүефле инфекцияларҙы һәм ауырыуҙарҙы профилактикалауға йүнәлтелә. Уға ярашлы, бөҙрәхана салондарында генераль уборка график буйынса аҙнаһына бер тапҡырҙан да кәмерәк ойошторолорға тейеш түгел. Генераль уборка стеналарҙы, иҙәндәр­ҙе, түшәмдәрҙе, ишек-тәҙрәләрҙе, йыһаздарҙы һәм барлыҡ ҡорамалдарҙы дезинфекциялауҙы ла күҙ уңында тота. Был гепатит, ВИЧ-инфекция, туберкулез, бәшмәк һәм башҡа йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөҙрәхана хеҙмәткәрҙәренең тиреһендә берәй асыҡ яра булһа, ул лейкопластырь менән ҡапланырға тейеш.

    авторы: admin | 16 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru