Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙа Сәләмәтлек

    Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙаЯңыраҡ дуҫтар менән ял итергә Ырымбур өлкәһенең шифалы Илек күленә барғайныҡ. Шунда ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөж килеп торған яр буйында ике ир һөйләшә.
    – Нишләп ҡыҙыу бесән мәлендә эшләмәй бында ятаһың? – тип һорай түҙеп торғоһоҙ эҫе көньяҡ ҡояшында бешеп, һытылырға етешкән помидор битлеһе оҙаҡ ҡырынмауҙан сикәләрен төк баҫҡан йыуан ҡорһаҡлыһынан.
    – Эшләп нимә була? – Йыуан ҡорһаҡ һорауға һорау менән яуапланы.
    – Эшләһәң, һаламың була, бесәнең була. – Помидор биттең дә бирешкеһе килмәй, һаман ныҡышып-ныҡыша. – Мал аҙығын мул әҙерләһәң, һыйырҙарың, һарыҡтарың, ҡош-ҡортоң ишәйә. Ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, мал-тыуарыңды һатып, аҡса эшләйһең. Кеҫәң ҡалын булһа, бай булаһың, хужалығыңды киңәйтергә юл асыла. Шунан унда эшләргә кеше яллайһың. Башҡаларҙы ҡушып эшләткәс, байлығың тағы ла артҡандан-арта.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғалтһаң да табып була телефонды Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Йыш ҡына күҙәткәнем бар: мәктәп уҡыусыларының күбеһенең ҡулында – ҡиммәтле телефон. Ата-әсәләренән уҙҙырып, ниндәй генә телефон йөрөтмәй улар. Иң һуңғы модель аппараттарҙың мөмкинлектәрен ҡайҙан белеп өлгөрәләрҙер, иллә-мәгәр үҙҙәренә кәрәген һатып алдырта беләләр. Тәүҙәрәк баланың ҡиммәтле телефон йөрөтөүенә ҡырҡа ҡаршы инем. Юғалтыр. Юғалһа, са­быйҙың күпме йәне әсейәсәк. Һөйләшергә эшкинһә, етмәгәнме, тигән кеүегерәк уйҙамын. Хәйер, синыфташтары барыһы ла унар-ун бишәр мең һумлыҡ телефонлы булып бөткәс, яҡшы уҡығаны өсөн беҙ ҙә улыбыҙҙы бүләкләмәксе иттек. Баланың ҡыуа­нысына үҙебеҙ ҙә һөйөнөп, атаһы ҡиммәтле телефондарға ғына индереп була торған программа ҡуйҙы.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәләкәткә илтер сир Сәләмәтлек

    Томра эҫе, тынсыу, һауа етмәй... Был көндәр айырыуса юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар өсөн хәүефле. Шуға күрә табиптар был хаҡта әленән-әле иҫкәртеп кенә тора. Юғары ҡан баҫымы инфаркт, инсульт ауырыуына сәбәпсе булыуы мөмкин. Шуға күрә ҡан баҫымын түбән төшөрөү зарур. Ә инде быға ниндәйҙер препарат арҡаһында түгел, ә сәләмәт рацион йәки физик күнегеү ярҙамында өлгәшһәң – бигерәк тә яҡшы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың күпселеге тик дарыуҙарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Шулай ҙа, табип дарыу эсергә кәрәклекте билдәләгән хәлдә лә, сәләмәтлектәренә ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел. Һәләкәткә илтер сирҙән ҡайһылайтып һаҡланырға, нисек аяҡтан йығылмаҫҡа һуң?

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғыр һәм һүрәт Әҙәбиәт

    Шиғыр һәм һүрәтШиғыр һәм һүрәт
    Интернет донъяһы – сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даирә. Аралышыу, танышыу менән бергә яңы хистәргә лә унда урын етерлек. Бөрйән егете Зиннур Боҫҡоновтың һүрәттәре, фоторәсемдәре менән «осрашҡандан» һуң, һоҡланыу, әҫәрләнеү тойғолары шиғыр булып түгелде. Һеҙгә лә бер шәлкем тәҡдим итмәксемен.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru