Иренһәң - иренеңә теймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Йыланлы урын
  • Октябрь
  • Дәрестә
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәс ағарыуы һәм йәш Сәләмәтлек

    «Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Халҡыбыҙҙа, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигән әйтем бар. Мин дә ошондай ҙур ауырлыҡҡа юлығырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Сәбәбе шул: йәшләй генә сәсем ағарыуы тормошомдо ғазапҡа әйләндерҙе. Ҡыуанысым, ышанысым юғалды. Ә был үлемгә тиң. Зифа буй-һынлы ҡыҙҙарҙы күргән һайын йөрәк яна, йән әрней. Сибәр ҡыҙҙарға минең һымаҡ иртә ҡартайған «бабай»ҙың кәрәге юҡ бит инде. Шулай, бар рухымды, ҡеүәтемде, дәртемде, йәшәү йәмен сал сәстәр «урланы». Эй, Хоҙайым, сәсем ниндәй гонаһтарым өсөн шулай иртә ағарҙы икән? Уйлап ҡараһам, насар кеше лә түгелмен, күңелем дә, уйҙарым да таҙа. Ҡыҫҡаһы, үҙемде сал сәсле итеп ҡабул итә алмайым. Берәй сараһын белһәм, сал сәстәрҙән нисек тә ҡотолоу яғын ҡарар һәм бының өсөн бар көсөмдө һалыр инем.
    Ҡәҙерле «Йәшлек», миңә нимә эшләргә, гел генә сәсте буяп та йөрөп булмай бит? Сәс ағарыу сәбәптәре тураһында аңлатып, берәй кәңәш бирһәгеҙ ине. Аҡ сәстәрҙән ҡотолоу юлы, ысулдары бармы икән?
    Илшат.

    авторы: admin | 18 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүге ураҙам Башҡортостан

    Тәүге тапҡыр ураҙа тотоп ҡарағанымды иҫләйем – тәүҙә ураҙаның шарттары менән танышаһың. Аңлашылды – иртәнән кискә тиклем ашамайбыҙ, насар уйҙарға бирелмәйбеҙ, кешеләр менән үтә лә яғымлы һөйләшәбеҙ, изгелектәр генә ҡылабыҙ. Бөтәһен дә булдырырбыҙ кеүек, бына ас тороуы ғына ҡыйын булыр төҫлө.
    Ятаҡта әхирәтем менән таңдан торҙоҡ, бөтәһе лә йоҡлай, нимә ашарға, тип баш вата торғас, йомортҡа менән арзан ғына колбаса ҡыҙҙырырға булдыҡ (унда сусҡа итенең йә майының булыу мөмкинлеге тураһында уйлаған да юҡ...). Шаулап йөрөгән өсөн ҡыҙҙар­ҙан әрләнә-әрләнә ашап алдыҡ, йыуындыҡ, «Йәшлек»­тән ҡырҡып алынған доғаларҙы уҡып, яңынан йоҡларға яттыҡ. Уҡырға төштән һуң ғына барабыҙ.

    авторы: admin | 16 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсемде тарайым әле... Яңылыҡтар

    Август башынан барлыҡ бөҙрәханалар нигеҙләнеп эшләргә тейешле яңы санитар нормалар үҙ көсөнә инде. Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге предприятиелар өсөн талаптарҙы Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко раҫланы. Яңы ҡағиҙә хәүефле инфекцияларҙы һәм ауырыуҙарҙы профилактикалауға йүнәлтелә. Уға ярашлы, бөҙрәхана салондарында генераль уборка график буйынса аҙнаһына бер тапҡырҙан да кәмерәк ойошторолорға тейеш түгел. Генераль уборка стеналарҙы, иҙәндәр­ҙе, түшәмдәрҙе, ишек-тәҙрәләрҙе, йыһаздарҙы һәм барлыҡ ҡорамалдарҙы дезинфекциялауҙы ла күҙ уңында тота. Был гепатит, ВИЧ-инфекция, туберкулез, бәшмәк һәм башҡа йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөҙрәхана хеҙмәткәрҙәренең тиреһендә берәй асыҡ яра булһа, ул лейкопластырь менән ҡапланырға тейеш.

    авторы: admin | 16 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыусыларҙың уңышы - уҡытыусыларҙың да уңышы Год учителя

    Уҡыусыларҙың уңышы - уҡытыусыларҙың да уңышыЫсын уҡытыусы ҡөҙрәт көсөнә эйә, тиҙәр. Уның һүҙе һине үҫтерә, дауалай, ярата, ҡыуандыра, илһам бирә, көслө, матур һәм батыр итә. Хаҡ һүҙҙәр. Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова – ошо барлыҡ сифат­тарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле уҡытыусы. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан алып мәктәптә яратҡан фәненән уҡыусыларына белем бирә һәм бер үк ваҡытта директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй.
    – Уҡытыусы һөнәрен һайлаған саҡта үҙемә шул тиклем ҙур яуаплылыҡ алырмын тип уйламағайным, был хаҡта белмәй ҙә, аңламай ҙа, уйланмай ҙа торғайным. Бары тик үҙемдең уҡытыу­сыларыма ҡарап, улар һымаҡ күпте белергә, яҡшы мөғәллимә булырға хыяллана инем.

    авторы: admin | 15 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Почта хеҙмәткәрҙәренә юғары баһа Башҡортостан

    Куптән түгел Дүртөйлө районының Иванай мәҙәниәт йортонда Дүртөйлө почтамты бүлегенә ҡараған Дүртөйлө һәм Илеш райондары почта бүлексәләре вәкилдәре осрашты. Тантанала почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте юғары баһаланды.
    – Тармаҡта етештереү-иҡтисади хәл тотороҡлана, Башҡортостан почтаһы үҫешенең яңы кимәленә сыға, хеҙмәтләндереү төрҙәре киңәйтелә, эш алымдары камиллаштырыла, матди-техник база нығытыла һәм тағы ла яңыраҡ технологиялар индерелә, – тип билдәләне почтамт начальнигы Әнҙәм Сәйетов.

    авторы: admin | 14 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көстө көс еңә, ә матурлыҡ – бөтәһен дә Мәғәриф

    Көстө көс еңә,  ә матурлыҡ – бөтәһен дә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында бер уҡыусы бала, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновты күҙ уңында тотоп, беҙҙең мәктәптә уҡытыусы булмаған бер генә уҡытыусы бар – эшләмәй, туп уйнап, һикереп, йүгереп тик йөрөй, тип әйткән. Эшләмәй, тип әйтеүе буш хәбәр, әлбиттә. Сөнки Зиннур Ғүмәр улының йәш быуынды сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, уҡыусыларының спорт өлкәһендә яулаған уңыштары башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ, хатта бер аҙ көнләштерерлек: ҡыҙҙар һәм малайҙар район спартакиадаһында, республика фестивалдәрендә, һабантуйҙарҙа даими рәүештә призлы урындар ала. Гел балалар менән эшләгәнгәлер, ахыры, Зиннур һаманғаса эскерһеҙлеген, ихласлығын, кешеләр менән аралашыуҙа ябайлығын ташламаған. Шуға ла уның менән танышып, һөйләшеп китеүе еңел, рәхәт, күңелле. Ошо яҡты уйлы, изге йәнле кеше менән танышыу ҙа хәйриә акцияларына бәйле килеп сыҡты – Баймаҡ һылыуы Гөлйөҙөм Туйсинаға иң беренселәрҙән ул ярҙам ҡулы һуҙҙы.

    авторы: admin | 11 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    "Стройсервис" яңылыҡҡа юл яра Иҡтисад

    Ул ошо райондың Разия ауылында тыуып үҫкән. Тәү ҡа­рашҡа уның йәшлек йылдары үҙ замандаштарыныҡынан бер ни менән дә айырылмай кеүек. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң армия сафында хеҙмәт итә. Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, «Сельхозмонтаж» тресының Бәләбәй районындағы 10-сы күсмә механикалаштырылған колоннаһына шофер булып урынлаша. Ситтән тороп Өфө нефть техник институтында белем ала. Тырыш, уңған, маҡсатлы егетте, уҡыуын тамамлап, диплом алыуға башта бригадир, аҙаҡ участка начальнигы итеп күсерәләр, бер аҙҙан инженер итеп үрләтәләр. Ошо коллективта ул ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Ә инде бынан ун биш йыл элек үҙ эшен ойошторорға ҡарар итә.

    авторы: admin | 10 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лариса Абдуллина Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Бурҙан бур һин, тип тамаҡ яра, аптырама,
    Харамдыҡы харам инде, эсен ҡыра.
    Хәләл генә һәр ваҡыт та көстә ҡала,
    Бер тибәрһең ундайҙарҙың арт һанына.
    Ата-бабаң хәреф танып намаҙ ҡылды.
    Наҙан ғына наҙандар тип һөрән һалды.
    Белһен өсөн барса ғаләм барыһын да,
    Иҫбатлансы йән иҫәбе барышында.
    Уҡымышлы булды һәр саҡ барса халҡың,
    Шул кимәлде күтәрергә барсы хаҡың.
    Уҡы, улым, ярҙам итәм, килә хәлем,
    Сабыр бул һин һәм бул һин ғалим.

    авторы: admin | 10 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru