Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күсәр
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡыусыларға туған телдән һәм әҙәбиәттән имтихан бирергә рөхсәт ителәсәк Мәғәриф

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо көндәрҙә «Мәғариф тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйған.
    Закон РФ Дәүләт Думаһы тарафынан 20 майҙа ҡабул ителгән була һәм 25 майҙа Федерация Советы тарафынан раҫлана. Яңы федераль закон туған тел һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүселәргә дәүләт аттестацияһы үтеү барышында имтихан тапшырыу өсөн ошо фәндәрҙе һайлау хоҡуғын бирә. Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йомғаҡлау аттестацияһы үтеү тәртибе һәм формаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары тарафынан билдәләнә.

    авторы: admin | 14 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөүселәр тәжрибә уртаҡлаша Иҡтисад

    Өфөлә Халыҡ-ара төҙөлөш форумы башланды. Уның сиктәрендә «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш» 18-се халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды.
    – Форум 10 июнгә тиклем барасаҡ. Унда Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Уларҙың күбеһе – етештереүселәр. Күргәҙмәлә банкылар һәм күсемһеҙ милек буйынса фирмалар ҡатнашлығында «Күсемһеҙ милек һәм финанс» махсус проекты ойошторолдо. Ошо проектҡа ярашлы, «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы риэлторҙар форумын үткәрә.
    Сараға килгән ҡунаҡтар һәм баш ҡалала йәшәүселәр Өфө ҡала хакимиәтенең һәм БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты стендтарында мегаполистың төҙөлөш йәһәтенән киләсәген күрә ала.

    авторы: admin | 14 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Доньяла Яңылыҡтар

    «Фукусима» атом электр стан­ция­һының проблемалы реакторҙарынан сыҡҡан плутонийҙы станциянан алыҫ ҡына урында ла тапҡандар.
    Ҡурҡыныс ҡалдыҡтар быға тиклем дә авария булған урындан ситтә табылып тора ине. Тик был хәлде белгестәр, әллә ҡасанғы ядро һы­нау­ҙары менән бәйле, тип аңлатырға тырышты. Хәҙер табылған плутоний тап цунамиҙан һуң килеп сыҡҡан авариялар арҡаһында та­рал­ған тип һығымта яһанылар.

    авторы: admin | 14 марта 2013 | | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар(июнь) Яңылыҡтар

    3 июндә «Берҙәм Рәсәй»ҙәр­ҙең республика отчет-һайлау конференцияһы үтте. Төбәк сәйәси советының яңы составы тәүге ултырышына йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны. Унда БР Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтай Рәйесе Констан­тин Толкачев бер тауыштан йәнә «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы сәркәтибе итеп һайланды.

    «Башҡортостан Республика­һы­ның 10 иң яҡшы инновацион идеяһы» республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 1 июлгә тиклем дауам итә. Конкурс республика иҡтисадына яңы перспективалы технологиялар индереү, инновацион етештереүҙе үҫтереү, республика етештереүселәренең дәғүәселеккә һәләтлелеген арттырыу маҡсатында үткәрелә. Комиссия 10 еңеүсене билдәләйәсәк, уларға 150 мең һумға тиклем субсидия биреләсәк.

    авторы: admin | 13 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һауаға юлды ул аса Яңылыҡтар

    Һауаға юлды ул асаАлыҫ Ямал ярымутрауының сигендә эшләүсе башҡорт егете Иҙелбай Усманов һөнәрен яратып башҡара.
    Себер тарафтарында яҡташтарҙы осратыу бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа Ямал ярымутрауының сиге һаналған Харасавей аэродромында Ейәнсура егетен тап итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Вертолеттан килеп төшөү менән беҙҙе ҡаршы алған диспетчер, ҡулындағы блокнотын асып, ниҙер ҡараны ла, миңә өндәште.
    – “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе һеҙ булаһығыҙмы, ағай?
    Быны ишеткәс, бергә килгән егеттәр бер-береһенә ғәжәпләнеп ҡарашып ҡуйҙы. Мин, киреһенсә, үҙемде улар алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом. Хатта үҙем өсөн дә түгел, ә анау тиклем ерҙә “Йәшлек” гәзитен белгәндәренә шатландым.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорнай моңо менән сит ил тамашасыһын әсир иткән Мәҙәниәт

    Күптән түгел Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары һәм студенттары «Вена вальсы» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. «Узорица» халыҡ музыка ҡоралдары академия ансамбле 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был ансамбль составында беҙҙең яҡташыбыҙ, Ғафури райо­нының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Лилиә Ишмырҙина ла бар ине. Ул һорнайҙа уйнап, 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Лилиә Фәнир ҡыҙы менән осрашып, тәьҫораттары менән бүлешеүен һораным.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Өҙҙөрөп бер баҫ әле!» Мәҙәниәт

    «Өҙҙөрөп  бер баҫ әле!»Танылған бейеүсе Гүзәл Мамина һуңғы йылдарҙа сит илдәргә күп йөрөнө. Айырыуса Польшала күп булды. Хәйер, хәҙерге ваҡытта бер кемде лә сит тарафтарға йөрөү менән аптыратып булмай. Аҡсаң бар икән − теләһәң, ер шарын урап сыҡ! Ә Гүзәлдең миссияһы башҡаса. Ул Польшала йәшәгән татарҙарға бейеүҙәр өйрәткән, оҫталыҡ дәрестәре биргән, концерттар менән сығыш яһаған. Уға хатта бейеү костюмдары ла тегергә тура килгән. Былтыр көҙ Польшанан ҡайтҡас: ʺХарис! Мине Польшалағы татар диаспораһының ордены менән бүләкләнеләр бит әлеʺ, − тип шатлығы менән бүлеште ул.
    Республикабыҙҙың бейеү сәнғәтендә иң фиҙакәр, уңышлы эшләгән бейеүселәрҙең береһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Бүләк ҡыҙы Аллаярова-Мамина Учалы районының Учалы ауылында 1961 йылдың 18 авгусында тыуған. Ғаиләләре менән Өфөгә күсеп килгәс, Гүзәл 1-се синыфтан баш ҡалабыҙҙа уҡый.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ишек шаҡыйҙар. Ир кеше ишекте асһа, ауыҙын йырып, ҡәйнәһе баҫып тора.
    – Кем саҡырҙы? – ти кейәүе.
    – Эй, кейәүкәйем, кем саҡырһын инде, үҙем килдем.
    – Ярай, үҙең килгәс, үҙең китерһең әле. Оҙаҡҡа килдеңме?
    – Бер килгәс, ялҡыт­ҡансы торормон инде.
    – Ялҡытҡансы? Нимә, сәй ҙә эсеп тормайһыңмы ни?..

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru