Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һауаға юлды ул аса Яңылыҡтар

    Һауаға юлды ул асаАлыҫ Ямал ярымутрауының сигендә эшләүсе башҡорт егете Иҙелбай Усманов һөнәрен яратып башҡара.
    Себер тарафтарында яҡташтарҙы осратыу бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа Ямал ярымутрауының сиге һаналған Харасавей аэродромында Ейәнсура егетен тап итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Вертолеттан килеп төшөү менән беҙҙе ҡаршы алған диспетчер, ҡулындағы блокнотын асып, ниҙер ҡараны ла, миңә өндәште.
    – “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе һеҙ булаһығыҙмы, ағай?
    Быны ишеткәс, бергә килгән егеттәр бер-береһенә ғәжәпләнеп ҡарашып ҡуйҙы. Мин, киреһенсә, үҙемде улар алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом. Хатта үҙем өсөн дә түгел, ә анау тиклем ерҙә “Йәшлек” гәзитен белгәндәренә шатландым.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорнай моңо менән сит ил тамашасыһын әсир иткән Мәҙәниәт

    Күптән түгел Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары һәм студенттары «Вена вальсы» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. «Узорица» халыҡ музыка ҡоралдары академия ансамбле 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был ансамбль составында беҙҙең яҡташыбыҙ, Ғафури райо­нының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Лилиә Ишмырҙина ла бар ине. Ул һорнайҙа уйнап, 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Лилиә Фәнир ҡыҙы менән осрашып, тәьҫораттары менән бүлешеүен һораным.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Өҙҙөрөп бер баҫ әле!» Мәҙәниәт

    «Өҙҙөрөп  бер баҫ әле!»Танылған бейеүсе Гүзәл Мамина һуңғы йылдарҙа сит илдәргә күп йөрөнө. Айырыуса Польшала күп булды. Хәйер, хәҙерге ваҡытта бер кемде лә сит тарафтарға йөрөү менән аптыратып булмай. Аҡсаң бар икән − теләһәң, ер шарын урап сыҡ! Ә Гүзәлдең миссияһы башҡаса. Ул Польшала йәшәгән татарҙарға бейеүҙәр өйрәткән, оҫталыҡ дәрестәре биргән, концерттар менән сығыш яһаған. Уға хатта бейеү костюмдары ла тегергә тура килгән. Былтыр көҙ Польшанан ҡайтҡас: ʺХарис! Мине Польшалағы татар диаспораһының ордены менән бүләкләнеләр бит әлеʺ, − тип шатлығы менән бүлеште ул.
    Республикабыҙҙың бейеү сәнғәтендә иң фиҙакәр, уңышлы эшләгән бейеүселәрҙең береһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Бүләк ҡыҙы Аллаярова-Мамина Учалы районының Учалы ауылында 1961 йылдың 18 авгусында тыуған. Ғаиләләре менән Өфөгә күсеп килгәс, Гүзәл 1-се синыфтан баш ҡалабыҙҙа уҡый.

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ишек шаҡыйҙар. Ир кеше ишекте асһа, ауыҙын йырып, ҡәйнәһе баҫып тора.
    – Кем саҡырҙы? – ти кейәүе.
    – Эй, кейәүкәйем, кем саҡырһын инде, үҙем килдем.
    – Ярай, үҙең килгәс, үҙең китерһең әле. Оҙаҡҡа килдеңме?
    – Бер килгәс, ялҡыт­ҡансы торормон инде.
    – Ялҡытҡансы? Нимә, сәй ҙә эсеп тормайһыңмы ни?..

    авторы: admin | 12 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru