Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Июль
  • Йондознамэ
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғазап сигеүсе Сәләмәтлек

    Тормош үҙгәрә... Ә тормош менән беҙҙең йәштәребеҙ ҙә үҙгәрә. Урам буйында иҫерек, әшәке хәлдә булған кешеләрҙе күргәс, һеҙ ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Эс­кеселәрҙең телдәренән сыҡҡан әшәке һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә уйлай­һығыҙ?
    Йыртҡыс хайуанға оҡшаш ҡурҡыныс тауыштар менән ҡысҡырып һүгенеүсе иҫерек бәндәләрҙе күреүҙән ҡайҙалыр бик тәрәндә – күңел түрендә йөрәгем илай. Шундай кешеләргә ҡарап, уларҙа мин ғәйәт әсе, түҙә алмаҫлыҡ ғазаптарҙан интегеүсе йөрәктәрҙе күрәм. Улар рухи бушлыҡтан ҡотолорға теләп тәмләгән иҫерткес эсемлектәр хәлдәрен тағы ла ауырайта түгелме? Күкрәктәренән сыҡҡан аяныс ауаздар – һүгенеү, ҡысҡырыу, ғәйбәт аша кемгәлер нәфрәттәрен түгеү ҙә ярҙам итмәй уларға, күңелдәренә тыныслыҡ килтермәй, киреһенсә, рухи һыҙланыуҙарын нығыраҡ киҫкенләштереп ебәрә.

    авторы: admin | 11 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кишер салаты Сәләмәтлек

    Кишер салатыСей кишерҙе ваҡ ҡыр­ғыс­тан ҡырып, йөҙөм, ма­йонез менән бутап, тә­­рил­кәгә һалығыҙ. Икен­­се ҡат – ҡырылған сыр менән әстерхан сәтләүеге. Өсөнсө ҡат­ҡа – ваҡ итеп ҡырылған бешкән сөгөлдөр менән һарым­һаҡ.
    Барлыҡ ҡатламдар­ға майонез яғыр­ға, өҫтөн йөҙөм, сәтләүек ме­нән биҙәргә.

    авторы: admin | 11 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балдаҡ хикмәте Мәғәриф

    Эй, арыным, ялҡтым! Берәй ваҡыт машинаһы уйлап сығарып, бер генә айҙы һикереп үтһәң ине. Тәмле, татлы йоҡоңдан уянаһың да, бына, бәхет: бер ҡайҙа ашығаһы юҡ, ҡурҡыныс уйҙар ҙа башта ҡайнашмай, билдәһеҙлек тә күңелде өйкәмәй... Их, юҡ шул ундай машина!
    Татлы йоҡоноң нимә икәнен күптән оноттом инде. 2 – 3 сәғәт кенә серем итеп алыу эләк­һә лә, бик шәп! Алда тағы ла нисәмә борсоулы төн! Тәүлек әйләнәһенә уҡый-уҡый, баш шартлар хәлгә етә, ә теге кәрәкле формула, реакциялар һаман иҫтә ҡалмай.
    Иртәгә имтихан!

    авторы: admin | 10 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сессия, стипендия, йоҡоһоҙ төндәр... Мәғәриф

    Юғары уҡыу йорттарында йәйге сессия башланды. Студенттарға иркенләп йөрөү бөттө, хәҙер баш баҫып имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Һәр кемдең имтиханды яҡшы билдәләргә тапшырғыһы килә. Бигерәк тә стипендия тип тырыша улар. Ни тиһәң дә, әҙме-күпме аҡса бит, ашар­ға етмәһә лә, ҡапҡылауға ярап ҡала. Бер заман чиновниктар, стипендияны бөтөрөп, студенттарҙы эшләтергә кәрәк, тип тә шау-шыу ҡуптарып алғайны. Аптыра­ған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәре шулдыр инде. Стипендияны бөтөрөү түгел, ә күтәреү тураһында һүҙ алып барһалар, бер хәл. Былай ҙа бик әҙ бит инде ул, меҫкен студенттарҙы инде шуныһынан да мәхрүм итмәһәләр. 80-се йылдар­ҙа вуз студентының стипендияһы 40 һум була торғайны, ә уртаса эш хаҡы – 100 – 120 һум тирәһе.

    авторы: admin | 9 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ЛА ҡурай моңо Мәҙәниәт

    Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ЛА ҡурай моңоСтәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары Резеда Әмәкәсева, Азамат Асаинов, Айгөл Зөбәйҙуллина Ҡаҙағстан Республи­ка­һының Аҡтау ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Улар­ҙы «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Миңзәлә Бикбулатова саҡырған.
    Башҡортостан делегацияһын Каспий диңгеҙе ярында ойошторол­ған байрамда яҡ­таштары бик йылы ҡабул итте. Тыуған ил ҡунаҡтарын йыл һайын үҙҙәренә са­ҡы­ра улар. Ҡурайсы Азамат Асаинов ҡы­ҙыҡлы хәл тураһында ла һөйләп үтте: «Беҙ былтыр ҙа Ҡаҙағстандағы һабантуй­ҙа ҡатнашҡайныҡ.

    авторы: admin | 7 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт һәм көнсөллөк Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бер бәләкәй, әммә бик алыҫ, ябай кешеләр йәшәмәгән, ер хайуандары, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре булмаған илдә ике зат – Мөхәббәт һәм Көнсөллөк осрашҡан. Улар бер-береһенә шул тиклем оҡшаш булған. Бик дуҫ булалар, башҡалар улар хаҡында, айырыл­ғыһыҙ дуҫтар, ти. Был икәү бергәләшеп «күңел» тигән йортта йәшәй башлай.
    Уларҙың бөхтә йортона Кеше килеп ишек шаҡығансы, бөтәһе лә бик яҡшы була. Ысын дуҫтар бәхетле һәм бик күңелле ғүмер итә. Был көндө ҡот осҡос итеп ямғыр яуа, тышта бик ныҡ һыуыҡ була. Көслө ел кешегә юлын дауам итергә мөмкинлек бирмәй.
    Мөхәббәт менән Көнсөллөк ҙур ихласлыҡ менән Кешене үҙҙәренең йортона индерә. Юлсыны усаҡ яғып йылыталар, иң тәмле ризыҡтар менән һыйлайҙар һәм төнгөлөккә йомшаҡ түшәккә һалалар. Киске аш ваҡытында Мөхәббәт, Көнсөллөк һәм Кеше бик оҙаҡ төрлө хәл-ваҡиғалар, мәңгелек һәм матур киләсәк хаҡында һөйләшә.

    авторы: admin | 7 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыу түләүле булмаясаҡ Мәғәриф

    Юғары уҡыу йорттары яртылаш түләүле белем биреүгә күсеп бөттө, тиҙҙән мәктәптәр­ҙә лә уҡыу түләүле булыр инде – күптәр шулайыраҡ фекер йөрөтә. Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышында ла иң үҙәк мәсьәләләрҙең береһе булараҡ тап ошо һорау күтәрелде.
    – Беҙ мотлаҡ бушлай белем биреүҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, ул беҙҙең Конституцияның төп положениеларының береһе, – тип белдер­ҙе РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының съезында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, дәүләт белем биреү процесын тулыһынса финанслаясаҡ һәм мәктәптәрҙе тәьмин итеү, төҙөкләндереү, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү, йыһаздар, ҡорамалдар һатып алыуҙы ла индереү һәм үҫтереү бурысын да тулыһынса үҙ өҫтөнә аласаҡ.

    авторы: admin | 6 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайҙан килә бындай бәғерһеҙлек? Мәғәриф

    Баш ҡаланың 129-сы мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы тиҫтерҙәре менән 12 йәшлек малайҙы туҡмаған.
    Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында булған хәл тетрәндерә лә, уйландыра ла. Ҡайҙан килә балаларҙа шул тиклем бәғерһеҙлек? Нисек шундай хәлгә ҡулдары бара ла, күңелдәрендә йәлләү тигән тойғо бөтөнләй юҡмы?
    Бына шунан һуң ололарҙың, хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ, рәхим­һеҙ, уларҙан берәй изгелек көтөрмөн тимә, тип юҡҡа әйтмәүен төшөнәһең. Ва­ҡиға апрель айында Шөғөр йыл­ғаһы янында була. 9-сы синыф уҡыусыһы бер төркөм үҫмер менән 12 йәшлек ма­лайҙы туҡмай. Улар үҙҙәренең ҡорбанын төрлөсә мыҫҡыл итә, бысраҡ һыуға ла сумдырып ала.

    авторы: admin | 5 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru