Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Илдә булмаған ат
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Яҙһылыуы тип табылды Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Яҙһылыуы тип табылдыКонкурсыбыҙ йәнләнгәндән-йәнләнә бара. «Вконтакте» сайтында үҙ төркөмөбөҙҙө булдырыу ҙа быға булышлыҡ итте. Уның аша гәзит уҡыусыларыбыҙҙың, сайттың ҡулланыусыларының да фекерен белә алабыҙ һәм, әлбиттә, уларҙың фекеренә, тауышына ҡолаҡ һалабыҙ. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле»н миҙгелдәр буйынса һайлайбыҙ. «Яҙһылыу» конкурсына ла йомғаҡ яһар мәл етте. Унда һигеҙ һылыуҡай ҡатнашты. Яҙ буйы сайтта ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү барҙы. Конкурс шарттары буйынса иң күп тауыш йыйған ике һылыуҡай араһынан редакция хеҙмәткәрҙәре Яҙһылыуҙы һайлап алыр­ға тейеш ине. Иң күп тауыш йыйыусылар Гүзәл Шакирова һәм Гөлсәсәк Аҡылова булып сыҡты. Редакция хеҙмәткәрҙәре кәңәшләшеп алғандан һуң Яҙһылыу исемен Гүзәл Шакироваға бирергә булды.

    авторы: admin | 5 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ еңергә килдек!» Мәғәриф

    БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетынан биш студент һәм етәксегә ошо ике университет килешеүе нигеҙендә стажировка үтеү ҙә ҡаралғайны. Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоу заман менән типә-тиң атлауға мөмкинлек бирә. Сөнки стажировка сиктәрендә беҙҙең студенттар боронғо төрки яҙмалар, мифология, фольклор, төрки телдәрҙең сағыштырмаса грамматикаһы буйынса Таулы Алтай университеты профессорҙарының лекцияларын тыңланы, практик дәрестәрҙе рухи яҙмалары һаҡланған ерҙәргә сығып өйрәнде. Бигерәк тә А. Тибикова, С. Сарташева, Н. Киндикова, Н. Чочкиналарҙың лекциялары бик файҙалы булды. Студенттар ошо материалдарҙы ла ныҡлы үҙләштереп, олимпиадаға ҙур әҙерлек менән килгәйне.
    Беҙҙең команда составында IV курс студенттары Р. Шапилов, Р. Солтанова, М. Фазуллина, Б. Зиннуров, Э. Ғәлиуллина һәм етәксе булараҡ мин ҡатнаштым.

    авторы: admin | 4 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ Башҡортостан » Милли проекттар

    Ике йыл элек үҙенең хозур тәбиғәте, данлы тарихы менән танылыу алған Архангел районы ерендә «Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ» тигән темаға район-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Бындай конференциялар, семинарҙар беҙҙә һуңғы арала өс-дүрт йыл рәттән даими үткәрелеп тора. Конференцияла район мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте тарихы, тарих уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ унда Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙәбиәт ғилеме бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, Архангел райо­нында тыуып үҫкән Салауат Хөсәйенов та саҡырыл­ғайны.

    авторы: admin | 3 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул... Башҡортостан

    Кем генә яратмай икән тәбиғәттең матурлығын, шунда рәхәтләнеп бергәләшеп ял итеүҙе! Әммә ул матурлыҡты һаҡлай белергә кәрәк. ʺҠарлыман − Бело­ретʺ тимер юлы һалынғанға тиклем Инйәр йыл­ғаһы буйындағы тәбиғәт һаҡлана ине. Йылға-күлдәрҙә балыҡтар күп, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар ояларын күрә инек. Хәҙер тәбиғәт бысрана, туристар туҡтап китә, уларҙан ватыҡ быяла шешәләр, банкалар, буш консервалар, полиэтилен тоҡсайҙар тороп ҡала. Үҫеп ултырған ағастарҙы балта менән тумырып ауҙаралар, был ерҙә булып киткәндәрҙең исемдәре яҙы­ла. Аҙыҡ әҙерләү өсөн сабынлыҡ кәртәләрен һүтеп, утҡа яғалар.

    авторы: admin | 3 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең делегация Һарытау һабантуйында ҡатнашты Яңылыҡтар

    Республика делегация­һы Һарытауға сәфәре ба­рышында Соколов тауындағы Еңеү паркы мемориаль комплексында булды, унда Рөстәм Хәмитов менән Һарытау өлкәһе гу­бернаторы Павел Ипатов Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Делегация шулай уҡ Һарытау дәүләт хәрби дан музейында, «Һарытау өлкәһе халыҡтарының мил­ли ауылдары» этнографик комплексына барҙы.
    Һарытау районының Күрҙем Тамаҡ (Усть-Курдюм) ауылында үткән һабантуйҙа ҡатнашып, Рөстәм Хәмитов:
    – Һарытау өлкәһендә беҙҙең яҡташтар йәшәй, һәм өлкә хөкүмәтенең улар­ға һәр яҡлап ярҙам итеүе һөйөндөрә. Ә ике төбәк араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт йылдар үткән һайын тағы ла нығынырына ышанам, – тине. Ул өлкә башҡорттары ҡоролтайына бүләктәр – милли костюмдар һәм музыка ҡоралдары тапшырҙы.

    авторы: admin | 2 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Республикаһының яңы Хөкүмәте раҫланды Сәйәсәт

    2010 йылдың 5 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «БР дәүләт власының башҡарма органдары тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһында күп кенә үҙгәрештәр булды. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ, Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса БР комиссияһы бөтөрөлдө.

    авторы: admin | 1 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru