Иртә торған үкенмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Еләк һатығыҙ
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Комендант сәғәте» ата-әсәләрҙең «кеҫә»һен йоҡартасаҡ Мәғәриф

    Үҫмерҙәр өсөн «комендант сәғәте» бер йыл элек индерелеүенә ҡарамаҫтан, эске эштәр органдары статистикаһы күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең күп­селеге, шул иҫәптән балалар үҙҙәре лә быны белмәй, – ти вице-премьер.
    Бөгөнгә тиклем ҡанунды боҙоусылар тик иҫкәртеүҙәр менән генә ҡотол­ған. Хәҙер бындай осраҡтарҙа ата-әсәләргә матди яҡтан «көс төшәсәк». Ҡанунға БР Президенты Рөстәм Хәмитов 23 июндә ҡул ҡуйған. Комиссияның маҡсаты – ошо мәғлүмәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ата-әсәләргә, үҫмерҙәргә еткереү. Ошо юҫыҡта БР Мәғариф, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Мәҙәниәт министрлыҡтарына, эске эштәр органдарына, муниципаль хакимиәттәргә күрһәтмәләр бирелгән.

    авторы: admin | 28 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ут йырын йырлап Мәҙәниәт

    Юнир Һағынбаев күптән түгел Хакасияла үткән «От Ыры» («Ут йыры») халыҡ-ара этник эстрада фестиваленән ҡайтты. Унда йырсы һәм ҡурайсы егетебеҙ башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм «Ҡурай бәйете»н башҡарып, 3-сө дәрәжәле дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Был конкурс төрки телле халыҡтарҙың 30 – 40-лап бәйгесеһен туплаған. Ҡаҙағстан, Алтай, Тыва, Хакасия конкурсанттары араһында Юнир Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтә алған. «Бөтәһе лә про­дюсер­ҙары, делегациялары менән килгәйне. Башҡортостан­дан бер үҙем генә булғас, ҡыйыныраҡ булды.

    авторы: admin | 23 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күршеләр менән бәйләнеште нығытабыҙ Башҡортостан

    Кисә Өфөгә Татарстан Хө­күмәте Премьер-министры Илдар Ха­лиҡов килде. Уның Башҡор­тостан Хөкүмәте башлығы Азамат Илем­бәтов менән осрашыуында ике күрше республиканың иҡтисад, мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды. − Үткән аҙнала ғына Ҡаҙанда ислам эшҡыуарлығы һәм финансының халыҡ-ара саммиты уҙҙы. Тап ошо сарала мин Өфөгә саҡырыу алдым, − тине Илдар Халиҡов.
    Башҡортостан нефть химияһы комплексының ҡеүәтле булыуы менән дан тота, был тармаҡта һәр саҡ алда килде. Ҡаҙан иһә Өфө менән ошо юҫыҡтағы хеҙмәттәшлекте бар йүнәлештәре буйынса ла үҫтерергә әҙер.

    авторы: admin | 21 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса 2011 – 2016 йылдарға төҙөлгән комплекслы программаға ярашлы, Мәсәғүт ауылына ҡала статусы биреп, уны төньяҡ-көнсығыш райондарының сәнәғәт үҙәге итмәкселәр. Был райондар социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса иң артта ҡалыусы төбәк иҫәпләнә, шуға ла Мәсәғүт ҡалаһын булдырыу сәнәғәт үҫешенә һәм төбәктең хәлен яҡшыртыуға ярҙам итәсәк. Проект сиктәрендә Мәсәғүттә юғары уҡыу йорттарының филиалдарын асыу, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә йорттар, 120 кешегә иҫәпләнгән медицина үҙәге төҙөү планлаштырыла.

    «ИКЕА» магазинын 25 августа тантаналы асыу алдынан магазин өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йыйыу ойоштора. Бөтәһе йөҙгә яҡын хеҙмәткәргә ҙур социаль пакет һәм артабан үҫеү мөмкинлектәре тәҡдим ителә. Эшкә урынлашыу өсөн ҙур эш тәжрибәһе булыу ҙа мотлаҡ түгел, иң мөһиме, эшкә урынлашырға теләүсе кеше аралашыусан, йорт төҙөү һәм биҙәү эштәре менән ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш.

    авторы: admin | 15 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты ---

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында республика халҡы менән онлайн-конференция үткәрҙе. Бындай аралашыу форматы беренсе тапҡыр файҙаланылды.
    Республика башлығына һорауҙар­ҙы теләге булған һәр кеше бирә алды. Онлайн-конференция аҙағына сайтта 300-ҙән ашыу һорау теркәлде. Аралашыу сәғәт ярым самаһы ваҡыт барҙы. Рөстәм Хәмитов урындағы үҙидара органдарының халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүенә, республикала социаль туризмды үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә, яңы балалар баҡсалары төҙөлөшөнә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреүгә, коляскала ултырған инвалидтар өсөн пандустар төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға һәм башҡа көнүҙәк темаларға ҡағылышлы һорау­ҙарға яуап бирҙе.
    Бынан тыш, республика етештереүселәре өсөн дә яҡшы яңылыҡ тураһында һүҙ булды. Тиҙҙән «Республика аҙыҡ-түлеге» («Рес­публи­канские продукты питания») тигән программа барлыҡҡа киләсәк. Ул урындағы продукцияны таратыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ ауыл халҡы үҙ тауарҙарын иркен һата алһын өсөн бәләкәй баҙарҙар төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде.

    авторы: admin | 9 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    иң ҙур байлыҡтары – балала Сәйәсәт

    Ер йөҙөндә әсәйҙән дә бөйөк, илаһыраҡ зат юҡтыр. Тереклек, кешелек бишеге, донъя тотҡаһы − гүзәл заттарҙа. Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Республика йортонда БР Президенты ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алған әсәләр ҙә үҙҙәренә ҡарата булған хәстәрлекте, хөрмәтте бүләкләү тантанаһында ла тойғандыр. Абруйлы исемгә республиканың район-ҡалаларынан килгән 60-тан ашыу әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында һауынсылар, икмәк бешереүселәр, почтальондар, социаль хеҙмәткәрҙәр кеүек һөнәр эйәләре менән йорт хужабикәләре лә бар.

    авторы: admin | 8 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru