Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Башҡортостан халҡы, милләттәштәрем бик әүҙем, артабан да шулай булып ҡалһындар» Башҡортостан » Юбилейҙар

    РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов «Йәшлек» гәзите редакцияһында уҙғарылған «тура бәйләнеш»тә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
    Марсель Харис улы парламенттың төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Уға һорауҙар ҙа башлыса ошо өлкәләргә ҡағылды. Бынан тыш, милләттәшебеҙ арҙаҡлы шәхес, көрәш батыры, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙаған тренеры Харис Йосоповтың улы ла. «Тура бәйләнеш»кә шылтыратыусылар был хаҡта ла онотманы.

    авторы: admin | 7 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге мөһим һөйләшеү үтте Башҡортостан

    Өфө ҡалаһында «Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә профессиональ-техник белем биреүҙе үҫтереү һәм бәйләнештәр булдырыу» тигән темаға ЮНЕВОК үҙәктәре селтәре эксперттарының халыҡ-ара осрашыуы үтте. Осрашыуҙы Өфөлә үткәреү тураһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе тәҡдим итә. – Ошондай абруйлы, оло сараның Өфөлә үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә, – тине БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Был халыҡ-ара ойошмаларҙың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын күрһәтә. Әле үк Башҡортостан вәкилдәре ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһы, Мәскәүҙәге ЮНЕСКО Бюроһы менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

    авторы: admin | 7 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тетрәндерҙе Башҡортостан

    Быға тиклем толерантлыҡ өлгөһө булған Нидерландта дин ҡанундары буйынса мал һуйыу тыйылды.
    Тимәк, был илдә мосолмандар һәм йәһүдтәр үҙҙәренең диненә ярашлы шарттарҙа әҙерләнгән ит ашай алмаясаҡ. Нидерландта һуйыр алдынан малды иҫәңгерәтеүҙе талап итәләр. Сөнки был – закон менән нығытылған ҡарар.
    Урындағы парламент вәкилдәре фекеренсә, малды дин ҡушҡан шарттар­ҙа һуйыу ҡот осҡос вәхшилек һәм ҡырағайлыҡҡа тиң. Әммә мосолмандар менән йәһүдтәр был һүҙҙәр менән бер ҙә килешмәй. Уларҙың фекеренсә, был илдәге сәйәсәт менән бәйле, голландтар иленән сит халыҡтың сығып китеүен теләй.

    авторы: admin | 5 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тағы бер яңы завод Башҡортостан

    Өфө районында кесе энергетика объекттары өсөн (шул иҫәптә ГЭС өсөн турбиналар) ҡорамал етештереүсе предприятие барлыҡҡа ки­леүе күҙаллана. Уны «РусГидро» йәмғиәте Францияның «Альстом» компанияһы менән берлектә төҙөйәсәк. Башҡортостан Прези­денты һәм әлеге сит ил компанияһы етәкселеге ошо хаҡта һөйләшеп ки­леште.
    Заводты сафҡа индереү 500-гә яҡын яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк һәм 2020 йылға тиклем республика ҡаҙнаһына 500 миллион һум самаһы һалым керемдәре бирәсәк. «Альстом» компанияһы идараһы рәйесе урынбаҫары Джордж Рижинашвили әфәнде хәбәр итеүенсә, был проектҡа кәм тигәндә 100 миллион евро инвестиция һалына. Шуларҙың 51 процентын – «РусГидро», ә 49 процентын француз яғы финанслай.
    Технологик кимәле буйынса Рәсәйҙә бындай заводтың әлегә аналогтары юҡ.

    авторы: admin | 5 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минераль мамыҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ Яңылыҡтар

    Благовещенда «Ағиҙел» йылылыҡ үткәрмәй торған материалдар заводы (бында 3 – 7 микрон ҡа­лын­лығындағы минераль мамыҡ плиталар сығарыла) рәсми рәүештә сафҡа индерелде. Бер нисә аҙ­на завод эшкә көйләү режимында эшләгән, хәҙер ҙур күләмдә продукция сығара башланы. Иҡтисади көрсөк тамамлана, үҫешеүсе сәнәғәткә яңы төҙөлөш материалдары кәрәк, Благовещен­да яңы предприятиеның эш башлауы тармаҡ үҫешенә ярайһы өлөш индерәсәк, тигән фекерҙә етәкселек. РФ Федерация Советы ағ­заһы, ошоға тиклем завод төҙөлөшөн етәкләгән Анатолий Бондарук әйтеүенсә, «Ағиҙел»дең ҡеүәте – 60 – 70 мең тонна минераль ма­мыҡ. Башҡортостан төҙөлөш индустрияһының был материалға ихтыяжы йылына яҡынса 100 мең тонна. Тимәк, предприятие республиканы 60 – 70 процент­ҡа тәьмин итә аласаҡ.

    авторы: admin | 4 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аптыратты Яңылыҡтар

    Пермь өлкәһендә хөкөм эскәмйәһенә бер юлы 60 кеше ултырҙы. Бындай хәлдең тотош Рәсәйҙә булғаны юҡ ине әле. Етмәһә, банданың ике ағзаһы һаман табылмаған.
    Хөкөм ителеүселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы, шул иҫәптән, бәлиғ булмаған балаларҙы фәхишәлек менән шөғөлләнергә мәжбүр итеүҙә ғәйепләнә. Енәйәтселәрҙең ҡорбандарының һаны 170 кешегә етә.Хөкөм ителеүселәрҙең иң аҙ ваҡытҡа төрмәгә ебәрелеүсеһе рәшәткә артында ун ай үткәрәсәк. Ә инде иң ауыр енәйәттәрҙе ҡылған бандит 10,5 йылға иркенән мәхрүм ителде.
    Ҡурҡыныс енәйәт ҡылған әҙәм аҡтыҡтарының әллә ни ҙур булмаған сроктар­ға хөкөм ителеүе менән йәмәғәтселек риза түгел.

    авторы: admin | 3 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәүефләндерҙе Яңылыҡтар

    РФ Хөкүмәте Дәүләт Думаһына яңы закон проектын тәҡдим итә.
    Проект эшһеҙ граждандарҙы Рәсәйҙең эш ресурстарына ҡытлыҡ кисергән төбәктәренә күсереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең бер төбәгендә эшсе ҡулдар артығы менән етһә, икенсе төбәгендә буш вакансиялар күп. Эш эҙләгәндәр икенсе ергә күсеп китһен өсөн финанс ярҙамы бөтөнләй күрһәтелмәй. Шунлыҡтан халыҡ бер урындан икенсеһенә күсенергә ҡурҡа. Закон проекты эшкә урынлашыу өсөн Рәсәйҙең бер төбәгенән икенсеһенә күсенгәндәргә бер тапҡыр 40 − 120 мең һум күләмендә пособие бирергә тәҡдим итә. Бынан тыш, эшсенең ғаилә ағазаларына ла 15 − 40 мең һум аҡса түләнәсәк.

    авторы: admin | 3 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һағайтты Яңылыҡтар

    РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы Төркиәгә табиптар ебәрергә ҡарар итте.
    Улар Рәсәй турисы Виктория Николаеваның һаулығы торошон баһалаясаҡ. Үткән аҙнала урындағы табиптар метанол менән ағыулан­ған ҡыҙҙың мейеһе үлеүен хәбәр иткәйне. Викторияның туғандары быға ышанмаған һәм үҙебеҙҙең илдең табиптарынан ярҙам һораған. Ләкин иҫте китәргән хәл был түгел – бер төрөк ҡатыны Рәсәй ҡыҙының бит тиреһен үҙенә күсереп ултыртыуҙы һорай. Был ҡатын бынан бер нисә йыл элек, иренең көнләшеүенә түҙә алмай, үҙенә атҡан булған һәм әле уның бите бик ҡурҡыныс. Ул йылдар буйы үҙенә донор көткән һәм Рәсәй ҡыҙының бит тиреһе өсөн күп кенә аҡса түләргә лә әҙер.

    авторы: admin | 3 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru