Лимон кеүәҫе Эмаль кәстрүлгә шәкәр, телемләп ҡырҡылған лимон, йөҙөм һалырға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал ҡаплап ҡуйырға. Һыу һыуынып, йылымыс булғас, әсетке, сода һалып, 12 сәғәт әсетергә. Һуңынан шешәләргә ҡойоп, һәр береһенә 2 – 3 йөҙөм төшөрөп, ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Кеүәҫ 2 – 3 көндән әҙер була. 15 литр һыуға 800 г шәкәр, 2 лимон, 200 г йөҙөм, 25 г әсетке, ярты балғалаҡ сода кәрәк.
Республикала ете банкоматтан яҡынса 14 миллион һум аҡса урлаған енәйәтсел төркөм ҡулға алынған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге банда 2012 йылдың июнендә Нуриман районының Павловка ауылындағы сауҙа нөктәһендәге банкоматтан 2 миллион һумдан ашыу аҡсаны сәлдергән. Шунан улар Дыуан, Мишкә, Борай, Ауырғазы, Краснокама һәм Архангел райондарында ҡара “эш”тәрен башҡарған. Бөтә ерҙә лә улар бер үк схема буйынса эш иткән: тәүге төркөм банкомат торған бинаға үтеп, камераларҙы буяй, икенсеһе иретеп-йәбештереү ҡорамалы менән терминалды аса һәм бөтә аҡсаны алып сығып китә
Ҡарттар йортоноң күплеге менән маҡтаныу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Ундай учреждениелар булмауы ла яҡшы түгелдер, сөнки ҡараусыһыҙ ҡалған, бала-сағаһы булмаған өлкәндәрҙең имен ҡартлығын да тәьмин итергә кәрәк бит. Хәтерләйем, беҙҙең ауылдағы бер бабай, әбейе үлеп киткәс, ҡалалағы балаларына йәшәргә барырға теләмәйенсә, күрше ауылдағы ҡарттар йортона китте. Ял һайын ҡайтып та йөрөнө шикелле. Һәр хәлдә, заманы шулай бит – етем балалар урыны ла, “етем” ололар урыны ла етерлек. Шуныһы ҡыҙғаныс – күп балалар ата-әсәле етем, бихисап оло кеше балалы була тороп та ҡарттар йортона эләгә.
Илүсә НУРИЕВА, Тәтешле районының Бәҙрәш ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы: – Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ете ауыл ҡарай, бөтәһе 1330 кеше иҫәпләнә. Беҙҙә бер урта, бер төп һәм өс башланғыс белем биреү мәктәбе бар. Бер мәҙәниәт усағы, өс клуб һәм өс китапхана эшләй. Дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең биш сауҙа нөктәһе эшләй. Шәхси магазиндар ҙа етерлек. Бер нисә шәхси таҡта ярыу цехы асылды. Ағымдағы йылда ун сабый донъяға килһә, һигеҙ кеше баҡыйлыҡҡа күсте. Ауылда тормош насар, тип әйтмәҫ инем. Йәштәр ҡырға китмәй, күптәре бында төпләнә. Ҡайһылары “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативында эшләй, үҙ эштәрен асыусылар ҙа бар. Улар дәүләт программаларында ҡатнашып, субсидия ала, йорт төҙөй.
В соответствии с ч.6 ст.63 Кодекса Республики Башкортостан о выборах от 6 декабря 2006 года №380-з редакция газеты «Йэшлек» уведомляет о предоставлении платной печатной площади для размещения материалов предвыборной агитации в период с 10.08.2013 по 06.09.2013. Общий объем еженедельной печатной площади, предоставляемой за плату, составит 10 процентов еженедельной площади, или 2,4 полосы (2160 кв.см). Стоимость платной печатной площади составляет 90 руб. 00 коп. за 1 кв. см без НДС.
Балаһын аттракциондарҙа йөрөтөп кәйефен күргән ата-әсәләр уларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгәнен уйына ла килтермәй. Өфөнөң «1 Май» ял паркындағы батутта һикереп йөрөгәндә көслө ел ергә ныҡлап беркетелмәгән ҙур батутты әйләндереп ебәрә һәм унда өс бала зыян күрә. Алты һәм дүрт йәштәрҙәге ике бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Рәсәйҙең БР буйынса Тәфтиш комитеты РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлеге (хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламай халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Инструкцияға ярашлы, тын өрҙөрөлгән конструкциялар елдең тиҙлеге секундына 7 – 8 метр булғанда бөтөнләй ҡулланылмаҫҡа тейеш.
Факультет институт дәрәжәһен алды
Мәғәриф
Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртелде. Уҡыу йортонда һигеҙ кафедра, шулай уҡ төбәктәрҙең социаль-иҡтисади мәсьәләләрен тикшереү лабораторияһы, ғилми-мәғлүмәт секторы, уҡытыу бүлектәре һәм башҡа бүлексәләр бар. Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры итеп иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Рөстәм Ахунов тәғәйенләнде. Университеттың иҡтисад факультеты 1988 йылда география факультеты бүлексәһе итеп булдырылғайны, 1992 йылда үҙ аллы факультетҡа әйләндерелде.
Былтыр Брянск өлкәһендә туғыҙ айлыҡ баланың юғалыуы сәбәпле енәйәт эше асылыу факты бар халыҡҡа мәғлүм. Был ваҡиғала иң ҡурҡынысы – ысынында ҡыҙыҡайҙы бер кем дә урламаған, уны үҙ атаһы үлтергән һәм эҙен йәшереү өсөн, сабыйҙы урлағандар, тип хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Ә әсә кешенең иренең енәйәтен йәшереүе, эҙ яҙлыҡтырыуҙа ҡатнашыуы асыҡланды. Яңыраҡ сабыйҙы үлтереүселәрҙе хөкөм иттеләр.