Башланған эш эшләнә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Батша васыяты
  • Хорау-яуап
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Дайджест
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе хәүефләндерҙе Сәйәсәт

    Аҙна башында Яҡут (Саха) Рес­публикаһында Ми − 8 вертолеты ҡолау сәбәпле, бөгөн матәм көнө иғлан ителгән.
    Кисә хәтер көнө лә үткән. Якутск ҡалаһының Ленин майҙанында һәләкәт ҡорбандары исемлеген яҙып, махсус стенд ҡуйылған. Вертолетта 28 кеше булған, шуларҙың 11-е – балалар. Авария­ла экипаж ағзаларынан бер ни­сәүһе, 17 йәшлек егет тере ҡалған, әммә ауыр хәлдәләр. Вертолеттың ҡолау сәбәбе, бәлки, насар һауа шарттары арҡа­һындалыр, тип фаразлайҙар. Шу­лай уҡ һауа транспортының боҙоҡлоғо йә пилоттың хатаһы ла сәбәптәр рәтендә бар. Һәр хәлдә, самолеттар, вертолеттар, ракеталар ҡолауы бер бөгөн түгел. Ғәйеп асыҡланамы-юҡмы, ә кеше ғүмер­ҙәре өҙөлөүе дауам итә.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе көйөндөрҙө Сәйәсәт

    Берҙәм дәүләт имтихандарының тест һорауҙары интернетҡа эләгеү сәбәпле, быйыл юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн уртаса балл күләме артыуы мөмкин. Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы имтихан һөҙөмтәләрен тикшереп бөттө, буғай. БДИ биреүселәрҙән юғары баһа алғандар һаны ныҡ артҡан. Был шик уятмай ҡалмай, әлбиттә. Шуға ла вуздар үҙ талаптарын күтәрмәксе булалыр инде. Иҡтисад йүнәлешен һайлап, дөйөм 288 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларының уҡыу йортона инәсәк тәүге йөҙ иҫәбенә эләгеүе мөмкин.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хаж ҡылыусылар һаны кәметелә Башҡортостан

    Ғәрәбстан ярымутрауындағы изге урындарға сәфәр ҡылыу­сылар һаны быйыл 20 про­цент­ҡа кәметеләсәк. Хаж ҡы­лыусыларға квотаны ҡыҫ­ҡартыу Джиддә һәм Мәҙинә­ләге аэропорттарҙы, Ҡәғбә­тул­ла тирәһен, Мөздәлифә, Мина, Ғәрәфәт яландарын киңәйтеү менән бәйле. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына 1,3 мең, Рә­сәй­ҙең Мөфтөйҙәр советына 3 мең путевка бүленгәйне. Хәҙер алдан раҫланған сәйәхәтте кемдәргәлер кисектереп торорға тура киләсәк. Квоталарҙың кә­меүе хаж-операторҙарҙың эшендә ҡатмарлыҡтар тыуҙыр­маясаҡ, путевкаларҙың хаҡында ла был сағылыш тапмаҫ, моғайын.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағыулы еләк эҙләйҙәр Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Рәсәй Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең («Роспотреб­над­зор») Баш­ҡор­тостан Респуб­ли­ка­һы буйынса идаралығы беҙҙең территорияла GII норовирусы менән зарарланған туңдырылған ҡурай еләген эҙләй.
    Был еләк республикаға Голландиянан индерелгән. Быға тиклем уның Польша эшҡыуарҙарынан алыныуы билдәле. Туңдырылған ҡурай еләгенең яраҡлылыҡ ваҡыты 2014 йылдың аҙағына тиклем, шуға ла ул беҙҙең магазиндарҙа һаман һатыла.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күптән кәрәк ине Сәйәсәт

    РФ Президенты Владимир Путин бәлиғ булмағандар араһында традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексына “диниҙәрҙең тойғоларын мыҫҡыллаған өсөн яза” төҙәтмәләре индерелде. Бәлиғ булмағандар араһында “ғаилә ҡиммәттәрен” инҡар итеүселәргә – 4 – 5 мең һум, ә вазифалы кешеләргә 40 – 50 мең һум штраф һалынасаҡ. Бындай “эш” менән шөғөлләнеүсе юридик берәмектәргә бер миллион һумға тиклем штраф сәпәйәсәктәр һәм 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәренә сик ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә пропаганда киң мәғлүмәт саралары йәки интернет аша барһа, 50 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru