Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Хәҙистәр
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Банкомат Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Республикала ете банкоматтан яҡынса 14 миллион һум аҡса урлаған енәйәтсел төркөм ҡулға алынған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге банда 2012 йылдың июнендә Нуриман районының Пав­ловка ауылындағы сауҙа нөктәһендәге банкоматтан 2 миллион һумдан ашыу аҡсаны сәлдергән. Шунан улар Дыуан, Мишкә, Борай, Ауырғазы, Краснокама һәм Архангел райондарында ҡара “эш”тәрен башҡарған. Бөтә ерҙә лә улар бер үк схема буйынса эш иткән: тәүге төркөм банкомат торған бинаға үтеп, камераларҙы буяй, икенсеһе иретеп-йәбештереү ҡорамалы менән терминалды аса һәм бөтә аҡсаны алып сығып китә

    авторы: admin | 11 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәйҙә 1,5 мең ҡарттар йорто бар Башҡортостан » Милли проекттар

    Рәсәйҙә 1,5 мең ҡарттар йорто барҠарттар йортоноң күплеге менән маҡтаныу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Ундай учреждениелар булмауы ла яҡшы түгелдер, сөнки ҡараусыһыҙ ҡалған, бала-сағаһы булмаған өлкәндәрҙең имен ҡартлығын да тәьмин итергә кәрәк бит.
    Хәтерләйем, беҙҙең ауылдағы бер бабай, әбейе үлеп киткәс, ҡалалағы балаларына йәшәргә барырға теләмәйенсә, күрше ауылдағы ҡарттар йортона китте. Ял һайын ҡайтып та йөрөнө шикелле. Һәр хәлдә, заманы шулай бит – етем балалар урыны ла, “етем” ололар урыны ла етерлек. Шуныһы ҡыҙғаныс – күп балалар ата-әсәле етем, бихисап оло кеше балалы була тороп та ҡарттар йортона эләгә.

    авторы: admin | 11 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru