Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Металл һәм таш
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Өс һөйләм менән
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Ай башы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • һабантуйҙы губернатор ҙа ярата Башҡортостан » Милли проекттар

    Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл Петербург һабантуйына халыҡ-ара статус бирелде. Тәүгә был сараға Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһының барлыҡ башҡорт һәм татар милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре, Польша, Украина, Швеция, Финляндия, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар йыйылды.
    Башҡортостан Республикаһы исеменән байрамда Учалы районы сығыш яһаны. Учалы филармонияһы артистары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Бынан тыш, «Далан» эстрада төркөмө, республикабыҙҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Ғиззәтуллин сығыш яһаны.
    Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко сәләмләне.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Колос» хеҙмәт вахтаһына сыҡты Яңылыҡтар

    Студент отрядтары хаҡында һүҙ сыға ҡалһа, барыһы ла: «Улар әлеге заманда бармы ни ул?» – тигән һорауҙы бирергә ашыға. Эйе, бар, тибеҙ. Шуларҙың береһе − «Колос» студент отряды Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләп килә. Ошо көндәрҙә студенттарға Рәсәй һәм Башҡортостан ауыл хужалығы министрлыҡтары илдең агросәнәғәт комплекстарына хеҙмәт юлламалары тапшырҙы. 1500 студент төрлө тармаҡтағы эштәрҙә ҡатнашасаҡ. Ауылдарҙы төҙөкләндереү, ветеринария, электр уты үткәреү, ландшафт дизайны, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм башҡа юҫыҡта эштәр башҡарыласаҡ. 250 студент Татарстандың «КамАЗ» заводына юллана.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙә барыһы ла яҡшы, хужалыҡтар бесәнгә төштө, йүкә сәскә ата башланы, тимәк, тиҙҙән бал аласаҡбыҙ. Бал тигәндәй, 27 июлдә Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһендә Бал байрамы ойоштороу планы менән янып йөрөлә. Был идеяны өс йыл тирәһе йөрөткәндән һуң, ниһайәт, тормош­ҡа ашырырға булдым. Сөнки Ләмәҙ буйы элек-электән шаулап сәскә атҡан йүкәләре, бал ҡорттары, шифалы балы менән дан тотҡан. Тарихҡа күҙ һалғанда, бында 1969 йылда хатта бал совхозы төҙөлгән булған. Беҙҙең маҡсат, Бөрйән балы кеүек, Ләмәҙ балы брендын булдырыу, тирә-йүнгә рекламалау, сөнки беҙҙең продукт башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел. Бөгөн беҙҙә йөҙҙән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, дөрөҫөн әйткәндә, бал арҡаһында йәшәйбеҙ.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Аҙна башында Николаевкала гөрләп-шаулап сығарылыш кисәһе үтте. Мәктәпте 16 бала тик яҡшы билдәләргә тамамланы. Улар араһында бер алтын, ике көмөш миҙалсы бар. Ата-әсәләр уҡытыусылар коллективына лайыҡлы белем биргән өсөн сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ысынлап та, ауылдың тотҡаһы инде ул мәктәп. Шөкөр, эсе-тышы ремонтлан­ған, белем усағын эште дөрөҫ итеп йүнәлтә белгән директор етәкләй. Әлегә тиклем 100 балаға иҫәпләнгән “Малышок” йәйге лагеры эшләп килде. Тәрбиәләнеүселәрҙе баш ҡалаға төрлө парктарға, музейҙарға, иҫтәлекле урындарға ла алып йөрөттөләр. Балалар ял итеп кенә ҡалманы, белем даирәһен дә киңәйтте.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    – Ошо арала Дауыт-Ҡайып ауылында Шәжәрә байрамын үткәреп ебәрҙек. Халыҡ күпләп йыйылды, барыһы ла күңеле булғансы туған-тыумасаһы ме­нән аралашты. Ойоштороусы­ларға килгәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ильяс Сәғитов, Миңлегөл Яҡшыбаева, ауыл советы депутаттары Илдус Алтынбаев, Өлфәт Ҡарабаев­тарға ҙур рәхмәт. Ә байрамға әҙерләнешкән йәштәрҙең исемен теҙһәм инде, гәзит биттәре етмәҫ, уларға ла ысын күңелдән оло рәхмәтемде белдерәм.
    Был ауыл хаҡында маҡтау һүҙҙәрен йәлләү гонаһ булыр. Башҡа яҡтарға өлгө булһын өсөн түбәндәге һандарҙы әйтеп китмәксемен.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХӘҘЕРГЕ ЙӘШТӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫУ ТӘРТИБЕ Мәғәриф

    Уҡыусыларыма кешенең яңы иҡтисади моделен аңлатыу һәм шәхестең хеҙмәт эшмәкәрлегенең антропологик нигеҙҙәрен тикшереү барышында хәҙерге йәш­тәр­ҙең, башлыса, уҡыусы йәштәрҙең, ҡулланыу һәм һатып алыу тәртибе мәсьә­ләһе иғтибарҙы йәлеп итте. Хәҙерге быуын йәштәренең иҡтисади һәм ҡулланыусылыҡ системаһындағы тәртибе хатта бынан тиҫтә йыл ғына элек йәшәгән быуындыҡынан ер менән күк араһылай айырыла. Мин инде үҙем йәш саҡтағы хәл тураһында әйтеп тә тормайым!
    ХХ быуаттың күренекле инсаниәт белгесе Эрих Фромм әйткәнсә, хәҙерге кеше, үҙенең ата-бабаларынан айырмалы, бар булған тормош менән генә ҡәнәғәт булып йәшәй алмай. Был парадоксты Э. Фромм хәҙерге шәхестең үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн күп көс кәрәк булмағанлыҡ менән аңлат­һа ла, ул хәҙерге заман ҡулланыусылыҡтың икенсе бер яғын асып һалған: хәҙер кешелә күңел асыу, рәхәтлек тойоу ихтыяждары эске рухи, ысын күңел рәхәтлеген тоймайынса ҡәнәғәтләндерелә, шуның өсөн индивид ысын шатлыҡ, юғары рухи ҡәнәғәтләнеү кисерә алмай. Бына шуның арҡаһында ул яңынан-яңы ләззәт артынан ҡыуа.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәйгеһен нисек аҡса эшләргә була? Мәғәриф

    Йәлил ЗӘЙТҮНОВ, Әбйәлил районының Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
    − Йәйге миҙгелдә ауыл кешеһенә рәхәтләнеп аҡса эшләргә була. Әйҙә, ялҡауланмай эш­­­лә генә. Беҙҙең ауыл биләмәһендә лә халыҡ, еләк, бәшмәк йыйып, һөт ризыҡтары, ит һатып, аҡса эшләп ҡала. Баҡсала мул итеп үҫтергән йәшелсә-емешен дә килемгә әйләндерә. Картуф уңышы ла ғаилә бюджетын тулыландырыуға китә. Ҡайҙа алып барып һатырға, тигән һорау тормай. Эргәлә генә Магнитогорск, Белорет ҡалалары, курорт зоналары урынлашҡан.
    Туйыш, Яйҡар ауылдары егеттәре, мәҫәлән, ял итә торған бәләкәй генә өйҙәр, беседкалар яһап, ситән үреп аҡса эшләй. Хаҡы ҡиммәт булһа ла, тауарҙары үтемле. Күптәр хәҙер утынды һатып алыуҙы күп күрә. Ярылған утынды машиналап һатҡан кешеләр ҙә бар. Ауылда эш юҡ, тип зарланып ятҡан кешеләргә был бөтмөр, уңғандарҙан өлгө алырға ғына ҡала.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй ҡорал һатыу буйынса – донъяла икенсе урында Иҡтисад

    Ил Президенты Владимир Путин белдереүенсә, быйыл ситкә ҡорал һатыу күләме, былтырғыға ҡарағанда, 15 процентҡа артҡан.
    Рәсәй башҡа дәүләттәр менән хәрби-техник йәһәттән бәйләнештәрен нығыта бара. Былтыр беҙ 15,7 миллиард долларлыҡ ҡорал һатҡанбыҙ. Ошо темпты һаҡларға тейешбеҙ. Рәсәйҙең юғары технологиялы ҡоралына ихтыяж үҫә. Ҡайһы берәүҙәр, ә ҡорал үҙебеҙгә ҡаламы һуң, тиер. Ҡалалыр. Ҡалмаһа ни, уның ҡарауы, ҡоралды ситкә һатып, иҡтисадты ярайһы үҫтерәбеҙ. Ҡорал эшләү тармағында эш урындары булдырыла, илдең ғилми потенциалына урын бар, тимәк.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru