Иртә тормаған иртәнге ризыҡтан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кусэр
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ете ҡат үлсә лә, бер ҡат ҡырҡ, тигән әйтем юҡҡа түгел ул Сәйәсәт

    Оят булып китте әле. Ни өсөн, тип һораһағыҙ, яуабын шундуҡ бирәм – мин, социаль селтәрҙә ултырып, Рәсәй иҡтисадына зыян яһайым икән дә баһа! “Бәйләнештә” селтәренә инеүемде әйтәм. Мин һәм минең кеүектәр эш ваҡытында шунда ингән хәлдә, ил иҡтисадына йылына 281,7 миллиард һумдан алып 311,5 миллиард һумғаса юғалтыу килтерә. Бындай ҡот осҡос һанды шәхсән иҫәпләп ултырманым, ә ФБК аудитор-консалтинг компанияһы докладында шулай әйтелә. Былтыр декабрҙә соцселтәрҙә ултырыусылар һаны 51,8 миллион кешегә еткән. Уларҙың һәр ҡайһыһы көнөнә 25,6 минут виртуаль донъяла аралашҡан, шул иҫәптән байтаҡ минутын эш ваҡытында сарыф иткән икән. Ысынмылыр-бушмылыр, әммә миңә килеп, һин күпме ваҡытыңды селтәрҙә үткәрәһең, тип һораусы булманы. Был, моғайын, Рәсәй иҡтисады һаман алға әллә ни “йүгереп” бара алмағаны өсөн аҡланыуҙыр, тип уйлайыҡ та ҡуяйыҡ.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БЕРӘҮҘӘР БАЛ БИРӘ, ИКЕНСЕЛӘР – БАЛЛ Мәғәриф

    Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте (“Рособрнадзор”) илебеҙҙең 14 субъектындағы берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйған. Проблема шунда – был төбәктәрҙә имтихандарҙа максималь 100 балды йыйыу­сылар күп. Улар араһында Башҡортостан да бар.
    Беҙҙә берҙәм дәүләт имтихандарын биргәндә юғары балл йыйыусылар ярайһы ғына икән. 2009 йылда республика уҡыусылары араһында 54 кеше иң юғары балл йыйғас, бик күп һорау тыуғайны. Максималь балл туплаусыларҙың кем икәнлеген ныҡлап тикшерҙеләр: улар нисек уҡыған, олимпиадаларҙа ҡатнашҡанмы-юҡмы? Ошо ҡаты тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе булыпмы, нисектер, өс йыл буйы беҙҙә отличниктар 25 – 27 самаһы ғына кеше булды. Быйыл уларҙың һаны тағы 51-гә еткән.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яу булып килә саранча Яңылыҡтар

    Ҡоро көн торошо үҙенекен итә – ур­мандарҙы, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡорот­ҡостар баҫа. Республиканың 11 районы – Хәйбулла, Стәрлебаш, Учалы, Әлшәй, Мәләүез, Бәләбәй, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Федоровка халҡы саранчаға ҡаршы көрәш башлаған.
    БР Ауыл хужалығы белгестәре 810 гектар ерҙе тикшергәндән һуң шуның 13 мең гектарында саранча булыуын асыҡлаған. Ҡоротҡос сиңерткә Көньяҡ Урал райондарында һәм Башҡортостандың көньяғында теркәлгән. Ул айырыуса бесәнлектәргә һәм ауыл хужалығы ерҙәренә ныҡ зыян килтергән.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҙҙән дачала теркәлергә мөмкин буласаҡ, автоматтар бөтөр Яңылыҡтар

    “Граждандарҙың коммерция булмаған баҡса һәм дача берләшмәләре” федераль законына индереләсәк төҙәтмәләр, ниһайәт, баҡса йорттарында йәшәү урынын теркәтергә мөмкинлек бирәсәк.
    Быға тиклем РФ Конституция суды судьялары баҡсасыларҙың был хоҡуғын ике тапҡыр яҡлап сыҡҡайны. Йәғни формаль рәүештә дачаға бөгөн дә “прописка”ға тора алабыҙ. Әммә уны эшләүе бик ауыр: әгәр ҙә ер ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән булһа, суд аша хоҡуҡтарыңды дауларға тейешһең. Башҡаса мөмкин түгел. Сөнки әлегә бөтә баҡса йорттары теркәү хоҡуғы булмаған шәхси төҙөлөш категорияһына индерелгән. Хөкүмәт әҙерләгән закон проекты күптәрҙе борсоған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Тик әле уға РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы аша үтәһе, РФ Президентының фатихаһын алаһы бар.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru