Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Сыңғыр
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙмышмы, яңылышмы? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡәүиҙең ҡатыны үлеп китте. Тәүҙә ир быны аңламаны ла. Сөнки Хәлиҙә сиренә зарланмай ҙа ине. “Бөгөн бауырым сәнсә әле”, – тип әйткәненә ир иғтибар ҙа итмәне. Ҡырҡ йәшкә еткән кешенең ауыртмаған ере бармы ни инде ул?
    Ҡатыны һәйбәт булған икән. Ҡәүи быны Хәлиҙәне ерләп ҡайт­ҡандан һуң бер аҙна үткәс аңланы. Ике бала менән тол ҡалғас, кистәрен тупһаға яңғыҙ сығып ултырыр ҙа, ҡатыны хаҡында уйлар ине. Ә ҡатыны иҫән саҡта уның барын да, юғын да, ҡәҙерен дә белмәне, ә бәлки, белергә лә теләмәгәндер, эш-мәшәҡәт мөмкинлек тә бирмәне, буғай. Хәйер, белмәне тип, аҡса-фәлән ҡатынында ине, нимә алһа ла, ирҙән рөхсәт кәрәкмәне. Ир етәксе урында эшләй, хеҙмәт хаҡын да, башҡа килемен дә мул ала, өйҙә аҡса етмәү мәсьәләһе тикшерелмәне. Ҡәүи эштән ҡай­тыу­ға тәмле аш-һыу әҙер, балалар, картуф, йәшелсә баҡсалары ҡарал­ған, күлдәк-салбар үтекләнгән. Ир өндәшмәй, ашай ҙа китеп юғала, төн уртаһында арып ҡайта.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр аяғығыҙ ҡаймыҡһа Сәләмәтлек

    Ҡаймыҡҡан аяҡ шешә, күгәреп сыға һәм уны ауырттырмайынса ғына хәрәкәтләндереп булмай. Аяҡ ҡаймыҡҡанда һеңерҙәр һуҙыла, ә ҡайһы ваҡыт уларҙың өҙөлөүе лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быуынды ҡаплаған тире лә зарарлана, уның хатта ярылыуы ла ихтимал. Зарарланған урынға ҡан йыйыла. Был ҡан әкренләп табан аҫтына һәм бармаҡтарға тарала. Үҙ ваҡытында тейешенсә дауаланмаған ҡаймыҡҡан аяҡ быуынды зәғифләй. Бындай быуын киләсәктә аҙ ғына яйһыҙ баҫыуҙан да ҡаймыға торған булып ҡалырға мөмкин. Ә был быуын кимерсәгенең туҙыуына, быуынға һәм һеңерҙәргә эзбиз ултырыуға, һөҙөмтәлә быуындың хәрәкәтсәнлеге кәмеүгә килтерә. Аяҡ быуынының ни дәрәжәлә зарарланыуын табип ҡына билдәләй ала.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Командировканан ҡайтыуығыҙға фатирығыҙ таҙа итеп йыйыштырылған, аш бүлмәһенән тәмле еҫ килһә, балаларығыҙ тыныс ҡына дәрес әҙерләһә, ҡатынығыҙ шат йылмайып һеҙҙе ҡаршылаһа, ҡәйнәгеҙ һеҙгә иғтибар ҙа итмәй бәйләм бәйләһә, этегеҙ шым ғына үҙ урынында ятһа – тимәк, улар­ҙың кемеһелер һеҙҙең компьютерығыҙҙы боҙған.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ергә эйелгән Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Уҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағында, беҙ беренсе синыфҡа барған осорҙа, мөғәллим-мөғәллимәләрҙе (ул саҡта уҡытыусылар­ҙы шулай атайҙар ине) ағай, апай тип кенә атап йөрөтөргә өйрәттеләр. Ә бына юғары синыфтарҙа атайҙарының исемен ҡушып әйтеү мотлаҡ булды. Башҡа кешеләргә ундай хөрмәт эләкмәне. Хәҙер уйландыра, уҡытыусы кеүек абруйлы, ихтирамлы, ҡәҙерле һөнәр кешеләре булманыны икән ни? Булды. Тик уларға ҡарата хөрмәт тә, ҡараш та икенсерәк булды шикелле. Әйтәйек, иртәнге сәғәт 5 − 6-нан киске 10-ға тиклем, оҙон көн буйына эҫе ҡояш аҫтында бешеп, һыуһап-сарсап көтөү көткән малсы, йәғни төнгө сәғәт 1 – 2-гә тиклем тиргә, майға буялып, ҡара саңға батып, штурвал артында ултырған игенсе лә иң ихтирамлы, хөрмәтле һөнәр эйәләре бит.

    авторы: admin | 23 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Компьютерҙарҙың урыны сүплектә түгел Иҡтисад

    Альбина, һеҙ эшләгән ойошма республика халҡын экологик яҡтан тәрбиәләү менән шөғөлләнә тип әйтеп буламы?
    – Эйе, дөйөмләштереп әйткәндә, тап шулай. Исеменән үк күренеп тороуынса, “Тәбиғәт” – махсуслашҡан тәбиғәтте һаҡлау предприятиеһы. Алдыбыҙға ҡуйылған төп маҡсат – халыҡты хозур тәбиғәтебеҙҙе тәләфләмәй ҡулланырға өйрәтеү, кешеләрҙә экологик мәҙәниәт тәрбиәләү.
    – Әйтегеҙ әле: кеше экологик яҡтан мәҙәниәтле булырға теләһә, эште нимәнән башларға тейеш?
    – Әлбиттә, эш үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыуҙан башлана. Урамда, тәбиғәт ҡосағында сүп-сар ташламау, һыу буйҙарын бысратмаҫҡа тырышыу кеүек ябай, әммә шул уҡ ваҡытта сикһеҙ яуаплы нәмәләр тураһында бер генә минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Былар һәр кемдең ҡанына һеңһен ине. Аныҡ эштәргә килгәндә, бөгөнгө көндөң афәте – сүп-сар менән нисек эш итеү тураһында һүҙ алып барырға теләйем. Бөгөн тирә-яҡ мөхитте сүплеккә сығарып ташлан­ған ҡалдыҡтар шул тиклем бысрата – сәстәрең үрә торор.
    Республикала махсус төҙөлгән полигондар бар – улар заманға яраҡ­лаштырып, нормалар буйынса эшләнгән. “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған полигондарҙың барыһында ла сүп-сар йыйыу ҡағиҙәләр буйынса башҡарыла. Ләкин полигондар менән генә эш бөтмәй шул – иҫәпһеҙ-һанһыҙ сүплектәрҙә нимәләр сереп, ағыу сәсеп ятҡанын белеп тә бөтөп булмай. Сүплек сүплектән айырыла – унда йортоңда артыҡ булған бөтә нәмәне лә сығарып быраҡтырмайҙар.

    авторы: admin | 19 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорау - яуап Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙ ипотекаға фатир һатып алырға булдыҡ. Тәүге иғәнәгә етерлек аҡсаны ҡатынымдың ата-әсәһе бирҙе. Ҡалған сумманы 10 йыл дауамында мин эш хаҡынан түләп барырға тейешмен. Хәҙер был милекте кемгә ниндәй өлөш менән, нисек итеп дөрөҫ хосусилаштырырға икән?
    Шамил.

    авторы: admin | 10 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йортомдо теркәтергә һуңламаныммы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    2010 йылдың сентябрендә йорт һатып алғайныҡ. Һатып алыу тураһында нотариустан раҫлатылған килешеү бар. Әлегә тиклем дәүләт теркәүе үтеү тураһында таныҡлыҡ алыуҙы кәрәк тип тапманым. Әле иһә бындай документ алыу өсөн быйыл һуңғы йыл икән тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
    Вәсилә.
    Нефтекама ҡалаһы.

    авторы: admin | 9 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дарыуҙы ҡасан, нимә менән эсергә? Сәләмәтлек

    Мәҫәлән, антибиотиктарҙы һөт менән эсһәң, уларҙың тәьҫир итеү көсө кәмей. Һөт аҙыҡтарын панкреатин кеүек әсегә бирешеп барыусы дарыуҙар менән ҡушып эсергә ярамай. Әгәр ҙә анемиянан дауаланаһығыҙ икән, шулай уҡ туҡланыуҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын, составында фитин булған аҙыҡтарҙы (сәтләүек, бойҙай, геркулес), шулай уҡ сәй, ҡыҙыл шарап, ҡәһүәне алырға кәрәк. Дарыуҙар менән дауаланған ваҡытта К витамины булған йәшелсәләрҙе (шпинат, брокколи, йәшел кәбеҫтә), цитраттарҙы (лимонадтағы, емеш һуттарындағы яһалма лимон кислотаһы), энергетик эсемлектәрҙе бик һаҡ ҡулланығыҙ.

    авторы: admin | 9 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

    magniflex правильные матрасы

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru