Ҡораллының ҡулы уйнай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Дәрестә
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Яңыраҡ Санкт-Петербургта ғәҙәти булмаған никах теркәлгән. Унда ике ҡыҙ өйләнешкән, уларҙың береһе тыумыштан ир булып, енесен алмаштырыу буйынса операция яһатып, ҡыҙға әйләнгән. Тантанаға икеһе лә туй күлдәге кейеп килгән. Ошо сәбәпле, Санкт-Петербург депутаты һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлап көрәшеүсе Виталий Милонов (“Берҙәм Рәсәй” партияһы) кейәү һәм килен традицион кейемдә булғанда ғына никахты теркәргә рөхсәт итеүсе закон проекты әҙерләгән. Унда шулай уҡ милли кейемдәр буйынса ла өҫтәмәләр буласаҡ.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъялағы иң ҡиммәтле сәғәтте аукционда 21 миллон долларға һатҡандар.
    Patek Philippe хронометры 1933 йылда Америка банкиры Генри Грейвздың махсус заказы буйынса эшләнгән. Кеҫәгә һалып йөрөтмәле сәғәттең 24 төрлө функцияһы бар. Хужаһы үлгәс, уны Чикаголағы Ваҡыт музейында һаҡлағандар. 1999 йылда сәғәтте Нью-Йорк эшҡыуары 11 миллон долларға һатып алған. Ун биш йылда уның хаҡы ике тапҡырға тиерлек артҡан.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Үткән шаршамбыла донъя космонавтикаһында яңы бит асылды – “Розетта” зондынан “Фила” аппараты айырылып сығып, Чурюмов-Герасименко кометаһы өҫтөнә ҡунды.
    Белгестәр йыһан есеменең төҙөлөшөн, уның ядроһын фотоһүрәттәр аша өйрәнә башланы.
    Әйтергә кәрәк, “Розетта” зонды ун йыл элек осоролғайны. 2011 йылда ул “йоҡо” режимына күсерелгәйне. Был аҙнала Ерҙән 500 миллион саҡрым алыҫлыҡтағы аппарат, программаһына ярашлы, “тоҡанды” һәм “Фила”ны ысын кометаға оҙатты.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ҡытайҙың Гуанчжоу провинцияһында йәшәүсе программист егет һөйгән ҡыҙына тәҡдим эшләү өсөн күп уйлап тормаған.
    Ул үҙенең ике йыллыҡ эш хаҡына – 80 мең долларға 99 дана алтынсы айфон смартфоны һатып алған. Аҙаҡтан 11 ноябрҙә – Яңғыҙ йөрәктәр көнөндә айфондарҙы йөрәк формаһында теҙгән һәм ҡыҙына: “Миңә кейәүгә сыҡ”, – тигән. Тегеһе ризалашмаған.
    Ҡытайҙың социаль селтәрҙәре ҡулла­ныу­сылары, ҡыҙ ризалашмай дөрөҫ эшләгән, тигән фекерҙә. Ысынлап та, беҙҙеңсә 3,5 миллион һум аҡсаға егет ун автомобиль йәки фатир һатып ала алыр ине.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәләмәт тормошто хуплаусы депутат Сәйәсәт

    Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Башҡор­тостандан һайланған депутат Марсель Йосоповтың эшмәкәрлеген Рәхмәт хаты менән билдәләне.
    Марсель Харис улы республиканың социаль әһәмиәттәге программаларын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индерә. Яҡташыбыҙ билдәле спортсы, көрәшсе, башҡорт батыры булып танылған атаһы Харис Йосоповтың сәләмәт тормош өсөн һалған тырышлығын дауам итә. Тап парламентарий башланғысы менән Башҡор­тостанда “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһы ойошторолдо, район-ҡалаларҙа “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” темаһына “түңәрәк өҫтәл”дәр, тренерҙар өсөн семинарҙар, милли көрәш буйынса асыҡ беренселектәр йыш үтеп тора. Республиканың бик күп мәктәбенә Марсель Йосопов исеменән күнекмәләр өсөн көрәш балаҫтары тапшырылды һәм был эш дауам итә.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалабыҙҙа саммит объекттары төҙөлөп бөтөүгә бара Башҡортостан » Милли проекттар

    Өфө киләһе йыл июлдә бик күп ҡунаҡ ҡаршылаясаҡ. БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәренең республиканың баш ҡалаһына саммитҡа йыйылыуы хаҡында күп тапҡыр хәбәр иттек. Ошо ҙур сараға ҡарата Өфөлә төҙөлөштәр ҙә бара. Хәйер, объекттарҙың күбеһендә эштәр тамамланыуға яҡынлашҡан. Һүҙ – саммитта ҡатнашыусылар йәшәйәсәк ҡунаҡханалар хаҡында.
    Аксаков һәм Түбә урамдары киҫелешендә төҙөлгән биш секциялы, күп ҡатлы, дүрт йондоҙло “КЕСКО Хилтон” ҡунаҡхана комплексының дөйөм майҙаны 47 мең квадрат метрҙан ашыу. Эске инженер селтәрҙәре буйынса эш 97 процентҡа үтәлгән, эске биҙәү эштәре – 88 процентҡа. Эргә-тирә биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү һөҙөмтәһен әлегә 65 процентҡа баһалайҙар. Бина эсендә йыһаздарҙы ҡороп ҡуйыу бара.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзитебеҙгә яҙыл да, төркиәгә путевка от! Яңылыҡтар

    яшлек газета - супер-приз - путевка в ТурциюӘйткәндәй, “Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашырға уйланығыҙмы? Беҙҙең бүләктәр тоғо тағы ла ҡалынайғанын еткерергә ашы­ға­быҙ. Баҡһаң, унда Төркиәгә туристик юллама ла ята икән. Шулай итеп, әҙер купонға үҙе­геҙ тураһында тулы мәғлүмәтте, “Йәш­лек”кә яҙылыу тураһында квитанция күсермәһен, гәзитебеҙҙең буласаҡ тиражын фаразлап, купонды тултыраһығыҙ ҙа, беҙгә ебәрәһегеҙ. Уңыштар һеҙгә!

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек гәзите 5 декабрь сыға Яңылыҡтар

    Ҡәҙерле дуҫтар!
    Белеүегеҙсә, һәр нәмәнең сик-самаһы, иҫәбе була. Ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы, гәзитебеҙҙең дә дөйөм һаны йылына 50-нән артмаҫҡа тейеш. Шуға күрә киләһе йома һанын сығармаҫҡа мәжбүрбеҙ. «Йәшлек»тең артабанғы һанын 5 декабрҙә ҡулығыҙға алыр­һығыҙ.

    авторы: admin | 25 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru