* Башҡортостан Президентына Өфөнән билдәле рәссам Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы атаһын Ватанға ҡайтарыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта ул АҠШ-та йәшәй һәм документтарһыҙ, ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған. Республика етәксеһе оҙаҡҡа һуҙмайынса, билдәле совет рәссамына бөтә яҡтан мөмкин тиклем ярҙам итергә ҡушты. * Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле башҡорт шағиры Ғәзим Шафиҡовтың яҡты иҫтәлегенә арналған сара уҙҙы. Унда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, әҙиптәр Рауил Бикбаев, Флорид Бүләков, Рәшит Шәкүр, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, журналистар, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнашты. Әҙәби сығыштарҙан тыш, ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм йырсы Радик Динәхмәтов башҡарыуында концерт номерҙары ла тәҡдим ителде.
|