Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр көнө менән!
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Бер айға иҫәпләнгән минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы республикала йыл башынан 6 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм 2780 һум 63 тин тора. Шул уҡ ваҡытта дөйөм инфляция кимәле төбәктә ғинуар-октябҙә 7 процент тәшкил иткән, ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 8,8 процентҡа үҫкән. Аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы хаҡы нигеҙендә билдәләнә.

    Мәхмүт Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабы еңеүселәре билдәле булды. Башҡорт әҙәбиәтендә һәм прозала яңы исемдәр асыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған конкурста Башҡортостандан 33 автор ҡатнашты. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева беренсе урынға лайыҡ булды, уның «Фортуна» хикәйәһе киләһе турҙа ҡатнашыу өсөн Төркиәгә ебәреләсәк.

    авторы: admin | 21 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү юбилейы лайыҡлы үтергә тейеш Еңеүгә 65 йыл

    Ошо көндәрҙә 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы.
    Ҙур сараға ярты йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды, башҡараһы эштәр ҙә етерлек әле. Ултырышта ҡатнашыусы БР Президенты был байрамдың, бер яҡтан, дәүләт әһәмиәтенә эйә булыуын, икенсенән кешеләребеҙ өсөн бик яҡынлығын билдәләп, уны үткәреүгә яуаплы ҡарарға, Бөйөк Еңеүгә лайыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәклеген билдәләне.
    Башҡортостан иң күп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәүсе һигеҙ төбәк иҫәбенә инә, әле беҙҙә 81 446 ветеран бар. Уларҙың 5 445-е – яугирҙар, 52 меңгә яҡыны – тыл хеҙмәткәре һәм 24 меңләбе – һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары. Шулай уҡ 193 кеше «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған.

    авторы: admin | 21 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru