Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Яңылыҡтар
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Билдәһеҙ һалдаттың туғандарын табайыҡ! Еңеүгә 65 йыл

    ЙэшлекБашҡортостандың эҙләү отрядтары фонды Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ һалдатының шәхесен асыҡларға саҡыра. Беҙҙең эҙәрмәндәргә Вологда өлкәһенән Анатолий Скорюков үтенес менән мөрәжәғәт иткән.
    Һалдаттың исем-шәрифе билдәһеҙ, фотоһүрәттә бер ниндәй ҙә яҙыу юҡ. Егетте фотоға 1941 йыл тирәһендә Польшаның Белосток ҡалаһындағы немецтарҙың тотҡондар өсөн концлагерында төшөргәндәр. Был фотоһүрәт артабан Белосток янындағы 1941 йылдағы хәрби бәрелештәр тураһында мәғлүмәт йыйыусы Польша сик буйы һаҡ хеҙмәте офицерының шәхси коллекцияһында булған.
    Кем дә булһа был егеттә үҙенең туғанын таныһа йәки уның тураһында башҡа төрлө мәғлүмәтте белһә, 8-917-443-89-89 телефонына шылтырата йәки bashpoisk2006@gmail.com адресы буйынса яҙып ебәрә ала.

    авторы: admin | 24 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҙ байырға уйлағандар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    БР Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районының законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнгән өс кешеһенә ҡарата енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, уларҙың береһе 2011 йылда Учалы районында урман буйынса инженер булып эшләгән. Ул енәйәтсел төркөм ойоштороп, ике йыл буйы ауылдаштарынан 150 кубометр ағас алыу тураһында ғариза яҙҙырып, уларҙың паспорт күсермәләрен алған. Һуңынан урманды һатыу-һатып алыу буйынса ялған килешеүҙәр төҙөгән. Тәғәйен кешеләренә барып етмәгән ағас урман ҡырҡыусы эшыуарҙарға һатыл­ған.

    авторы: admin | 24 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Власта ла ҡулайлаштырыу бара Башҡортостан

    Рөстәм Хәмитовтың «Башҡор­тостан Республикаһы Прези­денты Хакимиәте эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙың айырым мәсьәләләре тураһын­да»ғы указы сыҡты.
    Документта Хакимиәт структураһын оптималләштереү хаҡында һүҙ бара.
    Территориялар һәм кадрҙар сәйәсәте менән эш итеү идаралығы икегә бүленгән – Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы һәм Дәүләт хеҙмәте һәм кадр­ҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралыҡҡа. Тәүгеһен Рәмил Хәлилов етәкләй, икенсеһен – Шамил Мөхәмәтдинов. Ә Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының мәғлүмәти һәм электрон технологияларҙы ҡулланыу бүлеге бөтөрөлдө.

    авторы: admin | 24 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru