Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Стәрлебашта төбәк иҡтисадына тос өлөш индереү күҙаллана Иҡтисад

    Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлебаш районында булып, урындағы халыҡ менән осрашты, ауыл хужалығы предприятиелары, социаль объекттарҙың эше менән танышты.
    Республика етәксеһе балалар учреждениеларына ҙур иғтибар бирҙе. Президент, “Орленок” һауыҡтырыу-белем биреү үҙәген ҡарап, уның тулы ҡеүәтендә эшләүен тәьмин итергә ҡушты. Стәрлебаш ауылында яңы балалар баҡсаһы һалына. Эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров белдереүенсә, киләсәктә мәктәп менән балалар баҡсаһын бер бинаға урынлаштырыу күҙаллана. Был ниәтте Рөстәм Хәмитов та хупланы һәм 2016 йылдан республикала мәктәп төҙөү буйынса ҙур эштәр башланасағын хәбәр итте.
    Башҡортостан Президенты тағы ла “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында бул

    авторы: admin | 19 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    * Башҡортостан Президентына Өфөнән билдәле рәссам Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы атаһын Ватанға ҡайтарыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта ул АҠШ-та йәшәй һәм документтарһыҙ, ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған. Республика етәксеһе оҙаҡҡа һуҙмайынса, билдәле совет рәссамына бөтә яҡтан мөмкин тиклем ярҙам итергә ҡушты.
    * Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле баш­ҡорт шағиры Ғәзим Шафиҡовтың яҡты иҫтәлегенә арналған сара уҙҙы. Унда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, әҙиптәр Рауил Бикбаев, Флорид Бүләков, Рәшит Шәкүр, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, журналис­тар, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнашты. Әҙәби сығыштарҙан тыш, ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм йырсы Радик Динәхмәтов башҡарыуында концерт номерҙары ла тәҡдим ителде.

    авторы: admin | 18 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    социаль хеҙмәтләндереү менән коммерция ойошмалары шөғөлләнәсәк Иҡтисад

    2015 йылдан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында”ғы яңы закон үҙ көсөнә инә. Уның буйынса, хәҙер ике яңы төшөнсә барлыҡҡа килә: социаль хеҙмәтте ҡуйыусылар һәм алыусылар.
    Республикала социаль хеҙмәтләндереү системаһы 2006 йылда формалаша. Уға барлығы 90 учреждение инә, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж граждандарға 347 мең төрлө хеҙмәт күрһәтелә. Улар иҫәбенә ҡарттар йортонда, инвалидтар өсөн интернаттарҙа, шулай уҡ оло йәштәгеләргә өйҙәренә барып күрһәтелгән социаль ярҙам да инә. Бер социаль хеҙмәткәргә, уртаса алғанда, 11 кешене хеҙмәтләндерергә тура килә.

    авторы: admin | 15 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөргә, мотлаҡ төҙөргә Иҡтисад

    Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге киңәйҙе – Иҡтисади үҫеш министрлығының сираттағы ултырышында йәнә биш проект һайлап алынды.
    Әле республикала мотлаҡ бойом­ға ашырыласаҡ мөһим проекттар исемлеге 91 пункттан тора. Уларҙың инвестиция күләме хаҡы – 535 миллиард һум. Төҙөлөштәр, производствоны киңәйтеү уңышлы башҡарылып бөтһә, был 36 мең яңы эш урыны булдырылды тигән һүҙ.
    Яңы проекттарға туҡталғанда, улар түбәндәгесә: Шмидтов ауылында инвалидтар өсөн торлаҡ ҡасаба-пансионат төҙөү, “Башҡорт содаһы компания­һы”нда бөртөклө хлорлы кальций етештереү ҡеүәтен йылына 100 мең тоннаға тиклем арттырыу

    авторы: admin | 14 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ит изгелек – көт яуызлыҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Үткән аҙнала Бөрө ҡа­лаһында бер ир менән ҡатын урамда өшөп, бөршәйеп кенә ултырған берәҙәк бесәйҙе йәлләп, ашатырға булған. Ләкин хайуан, был изгелекте ҡабул итеп, рәхмәтле генә мыраулар урынға, әлеге ир менән ҡатынға ташланған. Уларҙы тешләп, ҡоттарын алған. Бахыр бесәй үҙе лә шундуҡ тиерлек яҡты донъя менән хушлашҡан. Ә ир менән ҡатынға әле прививкалар эшләйҙәр, Ал­лаға шөкөр, уларҙың һаулығына етди зыян килтермәгән.
    Асыҡланыуынса, бесәй ҡотороу сирен йоҡторған булған. Шуға ла әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһында ике айлыҡ карантин иғлан ителгән.
    Ҡотороу сиренә юлыҡҡан бесәйҙәр былтыр Ейәнсура, Балтас райондарында кешеләргә ташланғайны.

    авторы: admin | 13 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда – яңы баш инспектор Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булып киткәйне. Ул БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығындағы ултырышҡа йыйылыусыларҙы Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы менән таныштырҙы.
    Андрей Чечеватов бығаса Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспектор вазифаһын башҡарған. Ул Мәскәүҙә тыуған. Юғары хәрби белем алып, 20 йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән, төрлө ведомстволарҙа яуаплы вазифалар башҡарған.
    Журналистар менән осрашыуҙа Михаил Бабич яңы федераль инспекторға төбәктә хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әйтеп үтте. Улар, әлбиттә, иҡтисад­ҡа, сәйәсәткә ҡағыла.

    авторы: admin | 13 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат яҙмышын Бөтә Рәсәй халыҡ фронтында ҡарайҙар Яңылыҡтар

    Бөгөн күп кенә өлкән быуын вәкиле ваҡытлы матбуғат баҫмаларының 40 – 50, хатта 100 мең дана тираж менән сыҡҡан сағын хәтерләп бер була. Әммә ул осор үтте һәм бер нисек тә кире ҡайтарып булмай. Етмәһә, гәзит-журналдың етди дәғүәселәре – телевидение, радио, интернет селтәре лә бер урында тормай, үҫешә бара. Баҫмаларҙы нисек һаҡларға? Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләмәксе.
    Гәзит-журналға яҙылыу хаҡы бер туҡтауһыҙ арта, ә тиражы төшә. Айырыуса төбәк баҫмаларында хәл шатлыҡлы түгел. Был күренештә кем ғәйепле? Әгәр 2015 йылда дөйөм тираж 30 процентҡа төштө, тип һанағанда ғына ла, был, 10 миллион кеше гәзит менән журналдарҙан баш тартты, тигән һүҙ.

    авторы: admin | 11 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сүп-сар баҫмаһын тиһәк… Башҡортостан

    15 процентҡа арттырып түләйбеҙ инде
    РФ Дәүләт Думаһында ҡалдыҡтар тураһындағы закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралырға тейеш. Ул документ бынан өс йыл элек үк беренсе тапҡыр уҡылғайны ла, ниңәлер онотолоп торҙо. Хәҙер ил Президенты эште еренә еткерергә һәм нөктә ҡуйырға ҡуша.
    Закон проектына ярашлы, сәнәғәт һәм ҡулланыусылар ҡалдыҡтарына цивилизациялы мөнәсәбәт булдырыу талап ителә. Беләһегеҙ, бөгөн беҙҙе сүплектәр баҫып бара. Рәсәйҙә меңләгән гектар ер ҡыйлыҡ өсөн бүленә. Үҫешкән илдәрҙә ҡайһы бер ҡалдыҡтар йыш ҡына сеймал (йә йылылыҡ энергияһы алыуға) итеп тотонолһа, беҙҙә һаман был эште яйға һала алмайҙар. Ә хәҙер депутаттар яңынан өйрәнергә тотонған да ул, тик бер “әтнәкәһе” булмаҡсы. Документтың һуңғы вариантында әйтелеүенсә, сүп-сарҙы эшкәртеү йә урынлаштырыу хаҡы коммуналь түләүҙәр исемлегенә индерелергә тейеш.

    авторы: admin | 11 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru