Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың!

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Атың булһа, ил таный
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әмзә эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләнде Иҡтисад

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Нефтекамаға эш сәфәрендә «Әмзә урман комбинаты» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы хаҡында яҙғайныҡ. Предприятиела эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ булып, Рөстәм Хәмитов мәсьәләне ике аҙна эсендә хәл итергә ҡушҡайны. Әле БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, һигеҙ миллион һум күләмендәге бурыс түләнгән.
    Республика етәксеһе килеп ҡайтҡандан һуң комбинатта тикшереү үткән, хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған.

    авторы: admin | 30 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Мәскәүҙә Станиславский исемендәге халыҡ-ара премияны тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы һәм художество етәксеһе Олег Ханов премияға «Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында лайыҡ булды. 11 номинацияла 12 театр сәнғәте вәкиле, шул иҫәптән Бөйөк Британиянан ике режиссер бүләкләнде.

    авторы: admin | 30 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе ҡыуандырҙы Яңылыҡтар

    Англияла йөҙ йыл элек Санта-Клаусҡа яҙылған хат табылған.
    1892 йылда нигеҙ һалынған интернат-мәктәпте йыйыштырыусы камин таҙартҡан ваҡытта һарғайып бөткән ҡағыҙға тап була. Уны уҡығандан һуң был хатты 10 – 11 йәшлек Хэли исемле ҡыҙҙың йөҙ йыл элек яҙыуы асыҡлана. “Ҡәҙерле Санта-Клаус, ошо арала миңә ҡунаҡҡа килерһең, тип көтәм. Әсәйемә хәбәр ит әле, зинһар, миңә “The England” китабы һәм байрам күлдәге кәрәк. Һөйөү менән, Хэли”, – тип яҙа ул.

    авторы: admin | 30 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һиндостанда кремация усағындағы мәйет аңына килгән.
    72 йәшлек Дипак Сингх һыйыр­ҙарҙы ашатҡан ваҡытта аңын юғалта. Урындағы табип уның үлеүен билдәләй. Ярай ҙа ут төртөп өлгөрмәйҙәр, бабай туғандары сеңләп илаған ваҡытта уянып, тороп ултыра.

    авторы: admin | 29 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Борсолмағыҙ, пенсия ваҡытында киләсәк Башҡортостан

    Яңы йылдың тәүге ун көнөндә байрам булғас, пенсия һуңлап килерме икән, тип бошоноусылар барҙыр әле. Бер ҙә борсолмағыҙ.
    Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән белдереүҙәренсә, 2015 йылдың 3 ғинуарынан почта элемтәһе ойошмалары пенсия һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе ғәҙәти график буйынса таратасаҡ. Кредит ойошмаларына аҡса ағымдағы йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса күсереләсәк.
    Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе бер миллион 120 мең пенсионерға пенсия түләй. Улар «Рәсәй почтаһы» һәм кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

    авторы: admin | 29 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Миәкә һәм Балтас райондарына башлыҡтар тәғәйенләнде Сәйәсәт

    Ошо аҙнала Миәкә районы советы Ришат Аҡтуғановты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
    Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Ғөбәй­ҙуллин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында баш ветеринар һәм баш зоотехник, «Сулпан» хужалығы, «Оло Кәркәле», «Миәкә һөт заводы» йәмғиәттәре етәксеһе булып эшләгән.
    Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

    авторы: admin | 28 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Волга – Янцзы хеҙмәттәшлеге нығый Башҡортостан

    Рәсәй һәм уның төбәктәре һуңғы йылдарҙа Ҡытай менән бәйләнешен нығыт­ҡандан-нығыта. Башҡортос­тан да был йәһәттән әүҙем эшләй – Ҡытай провинциялары менән байтаҡ килешеү төҙөгән.
    Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты барышында ҡатнашыусыларҙың Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы күҙаллана. Һүҙ “Вол­га – Янцзы” форматындағы, йәғни Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлеге хаҡында.

    авторы: admin | 28 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе һайлауҙарҙа бөтәһенә лә ҡаршы тауыш бирергә мөмкин Сәйәсәт

    2015 йылдың 13 сентябрендә, берҙәм һайлау көнөндә, республикала ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлау үтәсәк.
    Был ваҡытта 7355 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлауҙы ойоштороусылар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
    Һайлауҙар яңыртылған закон буйынса уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, бюллетендәрҙә «Бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы буласаҡ.
    Ғинуарҙа уҡ участка һайлау комиссияһы резервы составы буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителеүе күҙаллана. Шуға бәйле сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары менән ҙур эш башҡарырға кәрәк.

    авторы: admin | 27 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru