Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 6500-ҙән ашыу ҡасаҡ килгән Яңылыҡтар

    Быйыл Украиналағы граждандар һуғышы арҡаһында Рәсәй һәм ил субъекттары мәжбүри күсенеүселәрҙе ҡабул итте. Башҡортос­танға бөтәһе алты мең ярымдан ашыу Украина гражданы килгән.
    Уларҙы урынлаштырыу өсөн ваҡытлыса 87 пункт эшләгән, хәҙер алтау ҡалған, унда бөгөнгә 35 кеше йәшәп тора. Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, ҡасаҡтарҙың хеҙмәткә яраҡлыларын эш менән тәьмин итеү өсөн урындар­ҙағы тейешле органдар менән эш алып барыла.

    авторы: admin | 26 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе йылмайтты Яңылыҡтар

    Англияла йәшәүсе 48 йәшлек ханым бер юлы… ике бесәйгә кейәүгә сыҡҡан.
    Был аҙымға уны кеше менән уңышһыҙ мөхәббәт тарихы этәрә. Ете йыл буйы бер ир менән осраша һәм уны ташларға мәжбүр була. Бынан һуң ханым приюттан ике бесәй ала һәм тора-бара улар­ҙың үҙенә бик ҡәҙерле булыуын аңлай. Ханым хатта аяғына бесәйҙәрҙең исеме менән тату ҙа эшләткән. Әлбиттә, уның никахы дәүләт тарафынан раҫланмаған.

    авторы: admin | 25 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ ак­ционер­ҙар йәмғиәте бензин хаҡтарын кәметте. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, 24 декабрҙән уның заправкаларында был яғыу­лыҡ төрөнөң литры 20 тингә арзанайҙы. Премиум Евро – 95 маркалы бензиндың бер литры – 34,8, Регуляр Евро – 92 – 31,2, Atum – 92 – 31,7, Нормаль – 80 30,4 һум тәшкил итһә, Евро (бер литры – 34,5 һум) һәм Супер – 98 (37,3 һум) яғыулыҡтарының хаҡтары үҙгә­реш­һеҙ ҡалды.

    авторы: admin | 24 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты Яңылыҡтар


    “Селфи” (“үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөү”) тормошобоҙға яңыраҡ ҡына килеп инһә лә, интернет файҙаланыусылары араһында ныҡлы урын алды.
    Яңыраҡ Ҡытайҙа үҙ-үҙен фотоға төшөрөргә яратҡан табиптарға штраф һалынды. Фэнчэн госпиталендә операция барышында аңһыҙ ятҡан сирле менән фотоға төшкән хирургтар интернет селтәрендә “селфи-хирургия” тигән мыҫҡыллы термин барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булды. Ысынлап та, селфи менән артыҡ мауығыу һуңғы ваҡытта йыш ҡына этик нормаларҙы боҙоуға килтерә.

    авторы: admin | 17 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru